Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
31 Ғинуар 2020, 11:19

“Мәрхәмәтле мәктәп”тә – үҙенсәлекле балалар

Улар талантлы, тырыш, иң мөһиме – күңелдәре изгелеккә асыҡ.

Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевка ауылында урынлашҡан коррекцион мәктәп-интернат үҙ ҡанаты аҫтына 172 баланы һыйындырған. Бында республиканың дүрт ҡалаһынан – Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡтан һәм туғыҙ районынан йыйылған ҡыҙҙар-малайҙар белем һәм тәрбиә ала. Улар физик сәләмәтлек, аң кимәле йәһәтенән ғәҙәти мәктәптә уҡыған тиҫтерҙәренән, бәлки, аҙыраҡ айырылалыр, әммә бөтә балалар кеүек талантлы, тырыш, шуҡ, ә иң мөһиме – күңелдәре изгелеккә, яҡшылыҡҡа асыҡ.


Көйөргәҙе районы хакимиәте баш­лы­ғының социаль сәйәсәт буйынса урын­баҫары Римма Ғөбәй­ҙуллина һәм мәктәп-интернат директоры Владимир Заболотный оҙатыуында ике ҡатлы бинала урын­лашҡан белем усағы менән танышыу барышында ла был асыҡ күренде. Тәнәфес ваҡытында коридорҙа осраған һәр бала ихлас һаулыҡ һораша, ә инде дәрес барышында уларҙың хеҙмәт һөйөү­сәнлегенә, төрлө эшкә маһир­лығына үҙебеҙ шаһит булдыҡ.
– Беҙҙә уҡытыу-тәрбиә процесы I кластан XII класҡа тиклем ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә уҡыусыларыбыҙға тормошта кәрәкле иң ябай белем нигеҙҙәрен биреү, уларҙы үҙҙәрен ҡарай, тәьмин итә алырлыҡ кешеләр итеп әҙерләү маҡсатын ҡуйған­быҙ. Бер кемгә лә сер түгел: бөгөн беҙҙең йәмғиәткә яраҡлашыу, инвалидтарға эшкә урынлашыу, социалләштереү, йәғни йәмғиәттә үҙ-үҙеңде табыу еңелдән түгел, – тип билдәләне мәктәп-интернат директоры Владимир Валентинович. – Шуға күрә эшмәкәрлеге­беҙ­ҙең төп йүнәлеше хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән дәүләт беҙҙең кеүек учреж­дениеларға ҙур ярҙам күрһәтә.
Ысынлап та, мәктәптең матди базаһына, мультимедиа йәһәтенән йыһазландыры­лыуына күп ябай белем усаҡтары көнләшерлек. Былтыр “Заманса мәктәп” федераль программаһында ҡатнашып, уның “Мәрхәмәтле мәктәп” йүнәлешендә дүрт миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәш­кәндәр. “Был аҡса тулыһынса уҡыусыларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү өсөн шарттарҙы яҡшыр­тыуға йүнәлтелде, һөҙөмтәлә матди-техник базаны 100 процентҡа яҡшырта алдыҡ, тиһәк тә, хата булмаҫ”, – ти директор.
– Эйе, бындай йүнәлештәге белем усаҡтарында мультимедиа, башҡа төрлө йыһазландырыу йәһәтенән бөтә нәмә бар. Әммә шуны оноторға ярамай: бында үҙенсәлекле балалар уҡый, шуға күрә ундағы мөхит тә, уларға мөнәсәбәт тә үҙенсәлекле булырға тейеш. Педагогия коллективына – уҡытыусыларға, тәрбиә­селәргә, техник хеҙмәткәрҙәргә мәрхәмәт­лерәк, сабырыраҡ булырға тура килә. Был йәһәттән Владимир Валентинович етәк­селегендәге татыу, эшһөйәр коллектив хаҡында маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин, – тип һүҙгә ҡушылды Римма Айрат ҡыҙы.
Ысынлап та, бында эшләгән уҡытыусы­ларҙың балаларҙың бәләкәй генә эштәрен дә ҙур итеп ҡабул итә белеүен, һәр уңышты күреп, кескәй йәндең күңелен үҫтереүен, шуның менән ябай ғына тәртип, тәрбиә ҡанундарына өйрәтеүен инҡар итеп булмай.
XI класта технология дәресе алып барған Рәйсә Ғәлимова менән танышабыҙ. Тәжрибәле уҡытыу­сының хеҙмәт стажы – 37 йыл. Ҡыҙҙар заманса теген машиналары менән оҫта эш итә, түшәк кәрәк-ярағы, бейәләйҙәр тегә. Мәҫәлән, ике ай эсендә үҙҙәре йәшәгән интернат өсөн 430 мендәр тышы тегеп тапшырғандар. XII класты тамамлағандан һуң теләге булғандар Салауат ҡалаһында белемен дауам итеп, профессиональ тегенсе һөнәренә эйә була. Артабан уҡымаған хәлдә лә, бында алған оҫталыҡтары тормошта мотлаҡ кәрәк буласаҡ, ти Рәйсә Ишбулды ҡыҙы.
Егеттәр Фәнил Арытҡолов алып барған информатика дәре­сенә ҙур теләк менән йөрөй. XII класты тамамлауға уларҙың барыһы ла “ЭВМ операторы” тигән танытмаға эйә булып сыға. Бөгөн үк үҙҙәрен программалау, робот техникаһы оҫтаһы итеп танытҡан егеттәр ҙә байтаҡ. Үҙ ҡулдары менән робот йыйып, улар менән килешле идара иткән, компьютер техникаһын йүнәтә белгән был үҫмерҙәр киләсәктә, моғайын, юғалып ҡалмаҫ, тормошта мотлаҡ үҙ урынын табыр.
Мәктәп-интернат етәкселеге хеҙмәт тәрбиәһен төрлө йүнәлештә алып барыуҙы маҡсат итеп алған. Үрҙә телгә алып үткән тегеү, робот техникаһы һәм програм­малауҙан тыш, ағас эшенә, ауыл хужалығы, төҙөлөш сәнәғәте һөнәрҙәренә лә өйрәтәләр. “Барыһына ла юғары белемле белгес булырға тимәгән. Кемдер баҫыуҙа икмәк үҫтерергә, кемдер йорттар төҙөргә лә тейеш бит, шуға күрә тәрбиәлә­неүсе­ләребеҙ башҡара алырлыҡ һөнәр­ҙәрҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ өйрәтергә, уларҙы тормошҡа яраҡлаша алырлыҡ шәхестәр итеп сығарырға тырышабыҙ. Киләсәктә ҡуяндар үрсетеү эшен башлап ебәрергә лә уй-ниәт бар”, – ти Владимир Валентинович.
Уҡыусыларға бирелгән тағы ла бер йүнәлеш – социаль хеҙ­мәтләндереү өлкәһе. Республикала эшләп килгән “Ғаилә” ресурс үҙәге менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, балалар социаль хеҙмәт­кәр ролендә ололарға ярҙам итергә йөрөй. Был эш ирекмәндәр хәрә­кәтен дә берләштерә – бер ыңғай мәктәп-интернаттың ветерандарына, хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәткәрҙәренә лә ярҙам күрһә­телә. Уҡыуҙы тамамлағанда эшкә урынлашыу хоҡуғы биргән танытма тапшырыла. “Бәлки, күптәре социаль хеҙмәткәр булып эшләп тә китмәҫ, әммә тәрбиә­ләнеүселәрҙең 95 проценты ауыл балалары булыуын иҫәпкә алһаҡ, был программа буйынса алған һабаҡтары, өйрәнгән эштәре уларға үҙаллы тормоштарында ҙур ярҙам буласаҡ”, – ти уҡы­тыусылар.
Мәктәп-интернат менән танышыу барышында уҡыусылар тарафынан башҡа­рылған бихисап эштәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә, һоҡланырға тура килде. Мәҫәлән, ике ҡат араһындағы баҫҡысты өлкән класс егеттәре тулыһынса үҙ ҡулдары менән көпләгән. Тигеҙ итеп һалынған плитәләр уларҙың ярайһы уҡ оҫта булыуына ишаралай.
Мәктәп кадрҙар йәһәтенән ҡытлыҡ кисермәй. “Коллектив берҙәм, эшһөйәр. Беҙҙеке кеүек мәктәптә бала күңелен аңлаған, мәрхәмәтле, изге күңелле кешеләр генә эшләй алалыр. Был йәһәттән коллегаларымдан уңдым”, – ти директор. Бөгөн бында 90 кеше эшләй, уларҙың 50-һе уҡытыу­сылар һәм тәрбиәселәр булһа, ҡалғандары – техник хеҙмәт­кәрҙәр.
Уҡыусылар көнөнә биш тапҡыр туҡлана. Ашхана хеҙмәт­кәрҙәре менюҙы витаминдарға бай ризыҡтар менән төрләндерергә тырыша, өҫтәлдән йыл әйләнәһенә емеш-еләк, йәшелсә, ит, балыҡ ризыҡтары өҙөлмәй. Бер табип һәм ике шәфҡәт туташы балалар­ҙың сәләмәтлеге һағында тора. Үҙенсәлекле мәғариф учрежде­ниеһы булғанға күрә, даими иғтибарға, медицина күҙәтеүенә мохтаж балалар ҙа бар. 120 уҡыусы инвалид статусына эйә. Улар өсөн даими рәүештә Күмертау ҡалаһындағы реабилитация үҙәгендә дауаланыу курсы ойошторола.
Әлбиттә, мәктәп-интернаттың эшмәкәр­леге хеҙмәт тәрбиәһе биреү менән генә сикләнмәй. Бында төрлө байрамдар, кисәләр, спорт ярыштары гөрләп уҙа, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар район, төбәк һәм республика кимәлендәге сараларҙа теләп ҡатнаша, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында белем усағының коман­даһы коррекцион мәктәп-интернаттар араһында уҙғарылған республика спорт фестивалендә өсөнсө урынды яулаған. Был ярыштарҙа Айнур Һөйөнов, Иҙел Байрамғолов, Мария Багимова, Анна Новохатская шәхсән еңеү яулауға өлгәшкән. Шулай уҡ уҡыусылар Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән XIV Республика мәҙәни-спорт фестива­лендә лә әүҙем ҡатнашып, Мә­ғариф министр­лығының Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бала­ларҙың һәр көнөн, һәр сәғәтен файҙалы итеп ойошторорға тырыша. Сәләмәт­лектәренә, мөмкин­лектәренә ҡарап, төрлө шөғөл уйлап табалар, сараларға алып йөрөйҙәр. Мәҫәлән, Яңы йыл кеүек ҙур байрамдарға мәктәпте, уҡыу бүлмәләрен биҙәүгә балалар ихлас ярҙам итә, фантазияһын эшкә егә.
Бөгөн инклюзив белем биреүгә өҫтөнлөк бирелгән заманда коррекцион мәктәптәр кәрәкме һуң, тигән һорау тыуа. Кәрәктер, сөнки сәләмәтлеге йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән һәр бала ғәҙәти мәктәптә уҡый алмауы ла бар.
– Сир бер кемдән дә һорап килмәй. Бына тигән өлгөлө, һау-сәләмәт тормош алып барған ғаиләлә лә үҙенсәлекле бала тыуыуы ихтимал. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаһын беҙҙеке ише белем усағына бирергә ояла, бер нимәгә ҡарамай, ғәҙәти мәктәптә уҡы­тырға тырыша. Үкенескә ҡаршы, ундай мөхиттә уларҙың күбеһе йомолоп, үҙ эсенә бикләнеүсән. Ә беҙҙә улар үҙ тиңдәре араһында, бында уларҙан бер кем дә көлмәй, үҙенсәлегенә төртөп күрһәтмәй. Күптәр аҙ ғына ваҡыт үтеүгә бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә, яңынан-яңы һәләттәре асыла. Улар – беҙҙең өсөн шундай уҡ ғәҙәти балалар – ҡыҙыҡһы­ныусандар, шуҡтар, тиктор­маҫтар. “Мәрхәмәтле мәктәп” тигән матур исем йөрөткән белем усағы булараҡ, беҙ уларға тормошта кәрәкле иң мөһим, иң изге ҡиммәттәрҙе бирергә, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – тине хушлашҡан саҡта мәктәп-интернат директоры Владимир Валентинович.
Ауыр, яуаплы, әммә кәрәкле һәм изге эшмәкәрлектәрендә уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: