Белем һәм тәрбиә
2 Февраля 2020, 13:05

Ул ҡайтты...

Республиканың элекке мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа ҡайтты?

Республиканың элекке мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова үҙенең хеҙмәт карьераһы башланған Башҡорт дәүләт педагогия университетына эшкә ҡайтты.
Яңыраҡ уның Мәғарифты үҫтереү институты ректоры вазифаһынан бушатылғаны хаҡында хәбәр иткәйнек.
Педагогка үҙенең күңеленә яҡын эш даирәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеүен, яңы фәнни асыштар теләйбеҙ. Гөлназ Радмил ҡыҙы университеттың мәктәпкәсә йәштәге педагогика кафедраһында хеҙмәт итәсәк. Элек ул бында фәнни эштәр буйынса проректор вазифаһын башҡарғайны.
Гүзәл Ибраһимова фотоһы.
Читайте нас