Белем һәм тәрбиә
8 Февраля 2020, 07:50

Мәктәптәрҙә уҡытыу туҡтатылды

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 169 мәктәп һәм ун балалар баҡсаһы карантинға ябылған.

Өфө ҡалаһы хакимиәте мәғариф идаралығының 3 февралдәге бойороғо нигеҙендә баш ҡалалағы белем биреү учреждениеларында 10 февралдән 16-һына тиклем уҡытыу процесы туҡтатып торола. Был гриптың һәм вируслы сирҙәрҙең киң таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнә.

Карантин ваҡытында балалар дистанцияла белем аласаҡ, шулай уҡ класс бүлмәләре йыуыласаҡ һәм дезинфекцияланасаҡ.

Фото: "Башинформ".

Читайте нас