Өфө районының Зубов ауылында “Бәпембә” тип аталған 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асылды. Ул 2018 йылдың декабрендә төҙөлә башлағайны.
Бында ике йәштән ете йәшкәсә 260 бала йөрөй аласаҡ. Учреждениела барлығы 12 төркөм эшләйәсәк, уларҙың икәүһе ясли йәшендәгеләр төркөмө буласаҡ. Әлеге ваҡытта 264 баланан торған ун төркөм тупланған. Яңы балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡалдырыу мөмкинлеге лә буласаҡ, дежур төркөмдәр эшләйәсәк.
Яңы мәғариф усағы хеҙмәткәрҙәр менән тулыһынса комплектланған. Бында балаларға социаль-коммуникатив, танып белеү, телмәр үҫтереү, рухи тәрбиә биреү, сәләмәтлектәрен нығытыу йәһәтенән барлыҡ шарттар булдырылған. Өҫтәмә рәүештә түләүле түңәрәктәр асыу ҙа күҙаллана.
Балалар баҡсаһында музыка һәм спорт залы, методика, психолог бүлмәләре, медицина блогы, кер йыуыу урыны булдырылған. Ихаталағы уйын майҙансыҡтары, баҡсаның биләмәһе тейешенсә йыһазландырылған.
“Өфө районы халҡы был балалар баҡсаһын күптән көтә ине, – тине был ваҡиға тураһында республика Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ республика буйынса ясли төркөмдәре булған тағы 24 балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ, улар барыһы ла быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Беҙҙең өсөн кескәйҙәрҙең көслө, сәләмәт булып үҫеүе мөһим, шуға күрә бөтә ерҙә спорт залдары, япмалы балалар майҙансыҡтары йыһазландырабыҙ. Һәр яңы баҡсаны асҡан һайын уларҙа урын алыуға сират кәмейәсәк, ә халыҡ өсөн был – өҫтәмә эш урындары ла”.
“Бәпембә”лә бәләкәстәргә күңелле булыр, улар бында иң кәрәкле, иң матур тәрбиә һабаҡтары алыр тип ышанайыҡ.