Белем һәм тәрбиә
13 Февраль 2020, 18:20

“Ҡышҡы мәктәп”кә кил!

Бейергә, йырларға, эләкләргә, сәхнә оҫталығын күрһәтергә!

14-15 февралдә Сибайҙың Балалар ижад йортонда “Башҡорт асыҡ КВН лигаһының “Ҡышҡы мәктәбе” тип аталған ҙур сара үтә.
Ул Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың ярҙамы менән ойошторола.
“Ҡышҡы мәктәп” балаларҙың, үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен асыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Унда Сибай институтында һәм ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында белем алған студенттарҙан тыш, Урал аръяғы райондары йәштәренең дә ҡатнашыуы көтөлә.
“Шаяндар һәм тапҡырҙар клубында барыһы ла мөмкин! Бейергә, йырларға, эләкләргә, актерлыҡ һәм сәхнә оҫталығын күрһәтергә! Һәм барыһын да үҙеңдең фекерҙәштәрең янында. Сарала тәжрибәле педагогтар, КВН уйынсылары, “КиВиН-2020” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар буласаҡ”,-тип хәбәр итә “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” ойошмаһы етәксеһе Урал Кәримов.
Фото Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.
Читайте нас