Республиканың Мәғариф министрлығынан белдереүҙәренсә, 14 февралгә ҡарата Башҡортостанда уҡыусыларҙың киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар менән күпләп сирләүе сәбәпле 323 мәктәп һәм 56 балалар баҡсаһы ябылған.
119 белем усағына сикләү саралары индерелгән, 61 мәктәптең айырым кластарында уҡытыу алып барылмай. Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалаларында, Бәләбәй һәм Дыуан райондарында уҡыу процесы тулыһынса туҡтатылған.
Киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡтороу осраҡтарының кәмемәүе сәбәпле республика биләмәһендә сикләү һәм карантин сараларын оҙайтырға ҡарар ителде, тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Карантин Өфөлә – 22 февралгә, Нефтекамала 19-ына тиклем дауам итәсәк. Бәләбәй һәм Дыуан райондарында мәктәптәр 17 февралгә тиклем уҡытыуҙы туҡтатып тора.
Карантин иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, күп урындарҙа уҡытыу дистанцияла алып барыла.