Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проекты тураһында һүҙ булды. Ул пилот проект рәүешендә ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй башлағайны. Маҡсаты – өс йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәгә балалар баҡсаһында урын алыу һәм мәктәпкәсә белем биреүҙә шәхси секторға ярҙам итеү. Сертификат муниципаль балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителмәгән ике айҙан өс йәшкә тиклемге сабыйҙың ата-әсәһенә муниципаль баҡсалағы хаҡ буйынса шәхси мәктәпкәсә ойошмала урын алыу хоҡуғын бирә.
Сертификаттың хаҡы бер бала өсөн айына алты мең һум тәшкил итә. Ата-әсә уның өсөн ни бары 2476 һум түләй. Был - бер ай муниципаль баҡсаға йөрөү хаҡы.
Республиканың мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡта ике ай эсендә 200 бала шундай сертификат алған. Проектҡа дүрт шәхси балалар баҡсаһы ҡушылған, 1 апрелдән тағы икәү ҡушылырға йыйына.
Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, ата-әсәләр был серификаттарҙы ыңғай баһалаған. Пилот проекты буйынса йомғаҡ яһалғас, уны яңы уҡыу йылынан киңәйтеү көтөлә. Проектта Өфө һәм Өфө районының 25 белем биреү учреждениеһы ҡатнашыу теләген белдергән. Әлеге ваҡытта Иглин районы хакимиәте менән һөйләшеү алып барыла. Бында ике йәшкә тиклемге балалар араһында балалар баҡсаһында урынға мохтаждар күп икән.
Министр урынбаҫары белдереүенсә, был проект иҡтисади яҡтан да файҙалы. Сертификат биреү өсөн йылына 14,4 миллион һум талап ителһә, 200 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөү 200 миллион һум тәшкил итәсәк.
Әйткәндәй, бындай проекттар Бүрәт Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Мәскәү өлкәһендә уңышлы тормошҡа ашырылып килә.