Уҡытыусыларҙың һөнәри һәләттәрен тормошҡа ашырыу, карьера үҫешен тәьмин итеү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы Мәғариф министрлығы ярҙамы менән “Киләсәк уҡытыусыһы” һөнәри конкурсын ойоштора. Сара ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проектының "Һәр кем өсөн социаль лифттар" федераль проекты нигеҙендә үткәрелә.