Белем һәм тәрбиә
24 Февраля 2020, 09:00

Ике егеткә һәм ике ҡыҙға бәхет йылмайҙы

Ҡунаҡтар Сибай институты менән яҡындан танышты, күргәҙмәләрҙе ҡараны, студенттарҙың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында эш сәфәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, “Алға, Сибай!” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Денис Назаров, мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар булды.
Ҡунаҡтар Сибай институты менән яҡындан танышты, күргәҙмәләрҙе ҡараны, студенттарҙың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды. Сара аҙағында уҡыу йорто һәм социаль проекттарға ярҙам иткән “Алға, Сибай!” йәмәғәт ойошмаһы менән килешеү төҙөлдө.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаров хоҡуҡ һәм иҡтисад факультетында тырышып уҡыған һәм йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан дүрт студентҡа үҙ премияһын тапшырҙы. Бәхетлеләр исемлеген Роман Исҡужин, Лиана Ҡырымғужина, Руслан Дзиневский һәм Айгөл Ҡолбахтина тулыландырҙы.
Рәүилә Хәсәнова фотоһы.
Читайте нас