Белем һәм тәрбиә
25 Февраль 2020, 18:01

Ауылға күсеүселәр кемдәр?

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың 10 ғинуарынан республикабыҙҙа “Ауыл мәктәбе” программаһы конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың 10 ғинуарынан республикабыҙҙа “Ауыл мәктәбе” программаһы конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы.


Билдәле булыуынса, 2020 йылда ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға йәки халыҡ һаны 50 меңгә тиклем булған ҡалаға эшкә барыусы 55 уҡытыусы бер миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ. Дөйөм белем биреү ойошмалары менән хеҙмәт килешеүе биш йылға төҙөләсәк.


Яҙмышын ҙур ҡалаларҙан ситтә бәйләргә теләүселәр бына ниндәй шарттарҙы үтәргә тейеш: урта профессиональ йәки юғары белемле булыу, квалификациялы белешмәлә йәки профессиональ стандартта күрһәтелгәнсә, тейешле квалификациялы талаптарҙы үтәү. Тағы бер талап: педагогтың йәше 50-нән артмаҫҡа тейеш.


Аиша Ғәлиәкбәрова Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә географиянан уҡыта, хеҙмәт стажы – ун йыл. Ул ҡулына диплом алғандан бөгөнгә тиклем арауыҡты ике юғары уҡыу йортон тамамлауға тиңләй, әммә ошо оҙайлы ваҡыт һуҙымында һаман да торлаҡ мәсьәләһенең хәл ителмәүенә борсола. Ҡуртымға алынған фатирҙа көн итергә мәжбүр.


– “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыу өсөн документты тапшырҙым, – тип шатлана әңгәмәсем. – Биш йыл ваҡыт вузда уҡыу менән бер. Тиҙ үтеп китәсәк. Уның ҡарауы, биреләсәк ошо аҡсаны үҙ мөйөшөмдө булдырыуға тотонасаҡмын. Кем белә, бәлки, ауыл тормошо оҡшап та ҡуйыр, улай икән, ниңә унда ҡалмаҫҡа!?


Фото: bashinform.ru
Читайте нас