Белем һәм тәрбиә
25 Февраля 2020, 18:03

Педагогтар өлгө күрһәтә

Үҙ хоҡуғыбыҙҙы беләбеҙме? Теге йәки был мәсьәләне асыҡлау өсөн тейешле органдарға мөрәжәғәт итәбеҙме? Халыҡтың һорауына төплө яуап биреүсе Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы белгестәре был тәңгәлдә алдынғы. Мәҫәлән, Росреестр идаралығына 2019 йылда биш меңдән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән, шуның 700-гә яҡынын етәкселек шәхси үҙе ҡабул иткән, бүтәндәр менән идаралыҡ етәксеһенең урынбаҫарҙары һәм бүлек начальниктары эшләгән. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында мәғариф тармағы хеҙмәткәрҙәре күп кенә.

Мәҫәлән, уҡытыусы Дилә Сәлимованың һүҙҙәренә ҡарағанда, тап Дөйөм Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнөндә идаралыҡ белгестәре уның һорауҙарына яуап биргән.
Шул иғтибарға лайыҡ, был юҫыҡта уҡытыу­сыларҙың башҡаларға өлгө күрһәтеүе – маҡтаулы күренеш. Педагогтарҙың алдан юл башлауы дөрөҫ.
Граждандарҙы ҡабул итеү көнөнән тыш, “Онлайн-консультация” электрон сервисы аша ла кәңәш һәм ярҙам алырға мөмкин. Һигеҙ мең тирәһе кешенең бындай уңайлыҡтан файҙаланыуы – шуға асыҡ миҫал.
– Бөгөн өйҙән сыҡмайынса ла күп эштәрҙе тормошҡа ашырырға мөмкин, – тип һөйләй 25 йыл педагогик стажы булған Дилә Хәбирйән ҡыҙы. – Был осраҡта бер ниндәй ҙә сират юҡ, ваҡыттың алтынға торошло икәнен аңлағандар өсөн ул ныҡ ҡулайлы. Һәр замандың үҙ рәхәтлеге, уңайлыҡ дилбегәһен ҡулдан ысҡындырмайыҡ. Күптән түгел шәхсән үҙем дәүләт кадастр теркәүе тураһында белешмә алдым.
Читайте нас