Белем һәм тәрбиә
28 Февраль 2020, 09:49

Ҡайышһыҙ тәрбиәләп буламы?

Сәләмәт бәйләнеш тергеҙелһен.

Ошоғаса балаларҙы физик яза менән ҡурҡытып, һуҡҡылап-ҡаҡҡылап тәрбиәләү йәшәй, был сер түгел. Ҡайһы берәүҙәр бының насар икәнлеген аңлап, ошо ғәҙәттән ҡотолорға теләй, тик туҡталырға ҡулдарынан килмәй. Педагог-психолог Людмила Петрановскаяның кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.


– Баланы ауыртыуҙы тойорға һәм ҡурҡырға мәжбүр итеп, беҙ уны нескә тойғоларҙан (ғәфү үтенеү, кеше хәленә инә белеү, йәлләү) мәхрүм итәбеҙ, – ти психолог. – Йыш ҡына өлкәндәр, тыңламаған балаға ниндәй яза бирергә ярай, тип һорай. Ә һеҙгә, ололарға ҡарата, тормошта ниндәй физик язалар ҡулланалар? Юҡ ундай ысулдар. Насар эшләйһегеҙ икән, эштән бушатыуҙары, урынығыҙға башҡа хеҙмәткәрҙе алыуҙары мөмкин. Тупаҫ ҡыланһағыҙ, кемделер йәберләһәгеҙ, эргәгеҙҙә дуҫ-иштәрегеҙ ҡалмаҫ. Гел генә диванда ятыуҙы, тәмәке көйрә­теүҙе хуп күрәһегеҙ икән, сәләмәт­легегеҙҙе ҡаҡшатаһығыҙ тигән һүҙ. Ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе ҡора алмаһа­ғыҙ – ғаиләгеҙ тарҡаласаҡ. Был – яза түгел, ә тәбиғи эҙемтә. Нимә сәсәһең – шуны ураһың. Донъя яза йәки маҡтау, бүләктәр принцибында төҙөлмәй, бары тәбиғи эҙемтәләр нигеҙендә үҫешә. Үҙең тураһында хәстәрләмәһәң, бер кем дә һинең өсөн бер ни эшләмәйәсәк. Ошо хәҡиҡәтте бала аңына оло тормош юлына сыҡҡансы нисек һеңдерергә?
Һәр эштең эҙемтәһен бәләкәй саҡтан аңлатыу мөһим. Мәҫәлән, уйынсығын ватҡан икән, тимәк, ул хәҙер юҡ, яңыһы булмаясаҡ. Кеше аҡсаһын тотонғанһың икән, уны эшләп ҡайтарырға тура киләсәк. Урамға сыҡҡас, бала көйһөҙләнһә, кире өйгә ҡайтырға, саф һауала уйнауҙан мәхрүм итергә кәрәк.
Тормошта бөтәһе лә ябай, әммә ата-әсәләр был механизмды ҡулланырға яратмай. Бер генә миҫал. Светаның әсәһе ҡыҙына инде дүртенсе мобиль телефон алырға мәжбүр булыуына зарлана. “Джинсы кеҫәһенә һалған да онотҡан, кемдер тағы урлаған”, – ти әсә. “Күпме тора телефон?” – тим. “Ун мең һум ине. Аҙна элек алдыҡ, тағы юғалтып ҡуймаһа ярар ине, тип борсолам”. “Дүрт тапҡыр юғалтты тип, тағы яңыһын алырға булды­ғыҙмы?” – тип аптырайым.
Бындай хәлдә ҡыҙҙың үҙгәреүе икеле, әлбиттә, сөнки ваҡиғаның эҙемтәһе юҡ. Ә бына ата-әсә яңы ҡиммәтле телефон һатып алыуҙан баш тартһа йәки арзанырағын алһа, Света “онотмаҫ­ҡа”, һаҡсыл булырға тиҙерәк өйрәнер ине.
Бала өсөн ата-әсә – барыһынан да элек яҡлау тойғоһо сығанағы. Әсә менән сабый араһында тәрән, интуитив бәйләнеш булыуы үҙ-ара аңла­шыуҙы еңеләйтә, ябайлаштыра һәм баланы тыңлаусан итә.
Баланы ҡул аҫтында тоторға тырышыу, “йүгәнләү” моделе күп осраҡта урбанизация менән бәйле. Ҡалала ҡайһы берәүҙәр өсөн баланы тәрбиәләү ауырлаша, ул ата-әсә өсөн көс еткеһеҙ артыҡ йөккә әүерелә. Ундай алымды үҙ иткән ғаиләлә яҡшы­лыҡ, бер-береңде аңлау, ышаныс юҡ. Бер яҡтан, бары тыңлаусанлыҡ һәм буйһоноу, икенсе яҡтан, ҡәтғилек һәм нотоҡ уҡыу хакимлыҡ итә. Ундай ғаиләлә балаға ҡул күтәреү ғәҙәти хәл. Ауыртһа ла, бала түҙә, ата-әсәгә буйһонорға кәрәклеген аңлай, әммә арала йылылыҡ кәмегәндән-кәмей. Ә ышанысҡа ҡоролған мөхиттә физик яза тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.
Ата-әсәнең алдында ғәләмәт ҙур бурыс тора – йәмғиәттә бер аҙ юғала төшкән сәләмәт бәйләнеш тергеҙеү. Шул саҡта “ҡайышһыҙ тәрбиәләп буламы” тип һораған өлкәндәр һаны кәмер, сөнки уға мохтажлыҡ ҡал­маясаҡ.
Читайте нас