Белем һәм тәрбиә
3 Марта 2020, 09:58

Яңы Ямурҙала балалар майҙансығы буласаҡ

Балтас районының Үрге Янаҡтай ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Ямурҙа ауылында 33 кеше ҡатнашлығында үткән йыйында 2020 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуға ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды.

Балтас районының Үрге Янаҡтай ауыл биләмәһенә ҡараған Яңы Ямурҙа ауылында 33 кеше ҡатнашлығында үткән йыйында 2020 йылда Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуға ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды.


Ауыл халҡының әлеге программала быға тиклем дә ҡатнашҡаны бар ине. 2016 йылда биләмәлә һыу туплау башняһы урынлаштырылып, 500 метр оҙонлоҡта һыу үткәргес һуҙылды. 2019 йылда иһә Иштирәк ауылында ла һыу туплау башняһы урынлаштырылды.
2020 йылда программала ҡатнашыуға килгәндә, йыйындың көн тәртибенә Яңы Ямурҙа ауылында балалар өсөн спорт, уйын майҙансығы төҙөү, төҙөлөш материалдары һатып алып, уның биләмәһен йыһазландырыуға ҡағылған мәсьәлә сығарылды.

Фекер алышыуҙарҙа күп балалы атай Илнур Шәрипов, Данил Фәрхетдинов һәм ауыл старостаһы Хәнәфи Вәлиев ҡатнашты. Ауыл активистары барыһы ла ҡарарҙы дөрөҫ, бик урынлы тип хупланы, ауылда балалар өсөн бындай майҙансыҡ кәрәклеген белдерҙе.
Яңы Ямурҙа ауылында күптән түгел егерме урынлыҡ балалар баҡсаһы асылды. Халыҡ менән мәсьәләне уртаға һалып һөйләшкәндән һуң, баҡса эргәһендә сабыйҙарға уйнар һәм ял итер өсөн хәүефһеҙ урын – махсус майҙансыҡ булдырырға кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килде ауылдаштар.
Читайте нас