Беренсе уҡытыусы сабыйҙы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға ғына түгел, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫкә өйрәтә, уны оло тормошҡа әҙерләүгә күп көс һала. Балаларҙы яратмайынса, уларҙың күңелендәген тоймайынса был һөнәргә эйә булып булмайҙыр. Әбйәлил районының Аһылай мәктәбендә 30 йылдан ашыу башланғыс класс уҡытыусы булып эшләгән Мөсәлиә Зәйтүноваға ла ошо сифаттар хас.
Яңы Балапан ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ үҙ ғүмерен уҡытыусылыҡҡа бағышлауына һис тә үкенмәй. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, Учалы районының Мулдаш башланғыс мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ Аһылайға эшкә ҡайта. 1990 йылда ошо ауыл егете Ҡадир Ғайсин менән ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бирә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы уҡытыусы Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙы ауылдағы әллә күпме баланың күңеленә белем орлоҡтары сәскән, уларҙың ышаныслы һәм яҡын кешеләренең береһенә әүерелгән. Тәжрибәле уҡытыусы хәҙер ҡасандыр үҙе уҡытҡан уҡыусыларҙың балаларына белем бирә. Ата-әсәләр уға сабыйҙарын ҙур теләк менән алып килә.
Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа уҡыусылар аҙ булыу сәбәпле, башланғыс класс уҡытыусылары бер юлы ике класты уҡыта. Был ифрат ауыр эш булыуға ҡарамаҫтан, Мөсәлиә Зәйтүнованың һәр дәресе бар яҡлап уйланылған, яңы уҡытыу алымдарына таянып, уҡыусылар күңеленә тиҙ барып етеүе менән айырылып тора. Мәктәптә интернеттың булмауы ғына бер аҙ мәшәҡәттәр тыуҙыра.
Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш тота уҡытыусы. Бергәләшеп тәбиғәткә сәйәхәткә сығыу, халҡыбыҙҙың йолаларын сәхнәләштереү, ғаилә уйындары үткәреү, шәмбе көндәрендә төрлө тематик саралар ойоштороу – быларҙың барыһы ла ғаилә һәм мәктәп араһындағы бәйләнеште тағы ла нығыта.
Мөсәлиә Зәйтүнованың уҡыусылары район һәм төбәк, интернет һәм “Гагарин кубогы” олимпиадаларында ихлас ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Уҡытыусы үҙе лә һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла: төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, конференцияларҙа сығыш яһай. 2013 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында лайыҡлы сығыш яһап, үҙ һөнәре оҫтаһы булып таныла.
Шулай уҡ район һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Эшенән дә, ғаиләһенән дә йәм һәм тәм тапҡан Мөсәлиә Зәйтүнова ауылдаштары өсөн дә өлгө һәм үрнәк булып тора.