Башҡортостан
+10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Март 2020, 11:00

Иңдәрендә – ил ғәме, тел хәстәре

Өфөлә “Йыл уҡытыусыһы-2020” республика конкурсы бара.

Уҡытыусы – иң маҡтаулы һәм иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Педагогтың хеҙмәте иҫәбе-һаны булмаған кешеләрҙең яҙмышында сағылыш тапҡан. Уларҙың эшен еңеләйтеү һәм һәр йәһәттән дә булышлыҡ итеү тәңгәлендә илебеҙҙә, шул иҫәптән республикабыҙҙа бихисап уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Йыл уҡытыусыһы-2020” республика конкурсының асылыуы – шуға асыҡ миҫал. Быйыл ул 30-сы тапҡыр үткәрелә.
– Конкурстың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур, – тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министры, педагогия фәндәре кандидаты Айбулат Хажин. – Ошо бер аҙна һуҙымында уҡытыусылар өсөн бына ниндәй мөмкинлектәр тыуҙырылған – бер-береһе менән иркен аралашыу өсөн ваҡыт бар, тәжрибә уртаҡлашыу һәр йәһәттән дә отошло һәм, әлбиттә, үҙҙәрен күрһәтеп ҡаласаҡтар. Үҙеңде төрлө яҡлап асыуға һәм камилла­шыуға ҡоролған ярыштың ниәтенә өлгәшеренә инанысым ҙур. Сәмле көрәштә һәммәһенә лә уңыштар теләйем!
Мәртәбәле конкурс менән бер рәттән төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм “Йәш йыл уҡытыусыһы” ла уҙғарыла.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020” бәйгеһе төбәк-ара статусына күтәрелде. Уның ойошторола башлауына – 25 йыл. Әле унда бөтәһе 56 мөғәллимә ҡатнаша, ир затынан бер генә уҡытыусы бар. Уҡытыу стажы 36 йылға тулған педагогтан айырмалы, мәктәптә бер йыл ғына эшләп өлгөргән уҡы­тыусының конкурсҡа килеүе шатлыҡлы.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина билдәләүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының иңендә – ил ғәме, тел хәстәре. Тиҙҙән яңы исемдәрҙең күренеүе һәм йондоҙҙарҙың балҡыуы мәғариф тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк.
Читайте нас в