Белем һәм тәрбиә
7 Апреля 2020, 18:39

“Фронт хаттары” акцияһы

Тыныс тормошта йәшәйбеҙ, ләкин уның ниндәй ауырлыҡтар, юғалтыуҙар аша яуланыуын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һуғыш, уның яралары күңелдә ниндәйҙер бер ауыр тойғо булып һаман да һаҡлана. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда ауыл һәм ҡалаларҙа, мәктәп һәм балалар баҡсаларында, ҡыҫҡаһы, бөтә ерҙә төрлө саралар, байрамдар ойошторола.

Беҙ Һамар урта мәктәбендә бынан биш йыл элек “Фронт хаттары” акцияһын башлап ебәрҙек. Ул ваҡыттағы мәктәп директоры Рафаэль Кәримов башланғысты хуплап сыҡты. Артабан ул, Һамар ауыл хакимиәте башлығы булараҡ та, беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа килә.
Был акцияның мәғәнәһе шунда: ауыр һуғыш йылдарында һал­даттар яу яланынан яҡындарына өсмөйөшлө хаттар ебәргән. Улар, күпме юлдар үтеп, һәр өйгә фронт­та йөрөгән иренән, атаһы­нан, улынан тере сәләм булып ингән. Шул бәләкәй генә ҡағыҙ киҫәгендә күпме һөйөнөс, өмөт, шатлыҡлы күҙ йәштәре булған.
Тәүге йылдарҙа беҙ был акцияны мәктәп эсендә генә ойош­торҙоҡ. Аҙаҡ күрше ауылдарҙан йөрөп уҡыған уҡыу­сылар аша Быҙаулыҡ, Юлбарыҫ, Хворостянка ауылдары халҡына ла оҙаттыҡ. Ә быйылғы юбилей йылында, даирәбеҙҙе тағы ла киңәйтеп, районыбыҙҙың төрлө ауылдарына, мәктәбебеҙгә килгән ҡунаҡ­тар­ға, бүтән учреждение хеҙмәт­кәрҙәренә лә тапшырабыҙ. Хат ике – башҡорт һәм рус телдә­рендә ҡулдан яҙылған. Тышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған эмблема, акцияның исеме, мәктәп эмблемаһы төшө­рөлгән. Был яҙманы ҡулына алып уҡыған һәр кеше яу яланында ҡалған йәки Еңеү яулап ҡайтҡан яҡындарын, ғөмүмән, совет яугирен ғорурлыҡ менән иҫкә алыр, тип ышанабыҙ.
Һалдат формаһы кейеп, ошо бәләкәй генә хатты тапшырыу күңелемдә аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уятты. Илебеҙ күге тыныс булһын! Еңеүҙең ниндәй ауырлыҡ менән яуланыуын онотмайыҡ, кешеләр!

Хәйбулла районы.
Читайте нас