Белем һәм тәрбиә
15 Апреля 2020, 06:00

Миңлебаевтар ошолай уҡый. Ә һеҙ?

Класташтарын экрандан күреү тәүҙә ҡыҙыҡ булһа, хәҙер өйрәнгәндәр.

Республикабыҙҙа дистанцияла уҡыу дауам итә, ата-әсәләрҙең өйҙәрендә ғәзиздәренә уңайлы шарттар тыуҙырыуы шатлыҡлы. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында ғүмер иткән Миңлебаевтар ғаиләһендә ике малай һәм бер ҡыҙ буй еткерә, уларҙың барыһы ла онлайн-дәрес алымы буйынса уҡый.
– Беҙҙең йортобоҙ ҙур, һәр беребеҙ айырым бүлмәлә уҡыйбыҙ, – тип һөйләй Яңы Хвалын мәктәбе уҡыусылары Арыҫлан менән Тимерлан. – Класташтарыбыҙҙы экрандан күреү тәүҙә ҡыҙыҡ ине, хәҙер өйрәндек инде. Уҡытыусыларҙың һәр дәресен иғтибар менән тыңлайбыҙ. Тик бына физкультура дәресендәге ише рәхәтләнеп йүгереп уйнап булмай.
Малайҙар “ZOOM”, “YAKLASS”, “ELSHOLL” платформалары нигеҙендә уҡый.
Ә Стәрлетамаҡ күп профилле колледжы студенты Ләйсән Миңлебаева әйтеүенсә, ул көнө буйына белем эстәүгә бирелгән, әле туғандары янында булғас, элекке шикелле һағыныу тойғоһон кисермәй.
– Бөтәһе лә хас мәктәптәге һымаҡ булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ, – тине Альбина менән Айтуған Миңлебаевтар. – Ғәзиздәребеҙ алдындағы яуаплылыҡтан берәү ҙә азат итмәгән.
Фото: 3snet.co
Читайте нас