Белем һәм тәрбиә
18 Апреля 2020, 17:45

Дистанцияла уҡыу: тәүге һығымталар

Әлбиттә, һәр яңы башланғыс шыма ғына булмай. Дистанцияла уҡытыу эше бөгөн нисек баһалана? Күрһәткестәр нимә ти? Республикабыҙҙағы ата-әсәләргә һүҙ бирәйек.

6 апрелдә Башҡортостан уҡыусылары оҙаҡҡа һуҙылып киткән яҙғы каникулдан һуң яңынан аң-белем серҙәрен төшөнөргә тотондо. Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп сығыу сәбәпле, уҡыуҙар дистанцияла ойошторолдо.
Әлбиттә, һәр яңы башланғыс шыма ғына булмай. Дистанцияла уҡытыуҙың тәүге осоронда уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бихисап мәшәҡәттәр – яңы платформаларға, интернет тиҙлегенә, техник ҡорамалдарға бәйле проблемалар менән осрашты. Мәҫәлән, 8 апрелдә Башҡортостанда онлайн-дәрестәр менән тәьмин ителгән балалар һаны 281 190 тәшкил итте. Был бөтә мәктәп уҡыусыларының 52,2 проценты.
Әлбиттә, балаларҙы уҡыу программаһы менән тәьмин итеү, онлайн-дәрестәргә инеү мөмкинлеген арттырыу йәһәтенән эш даими алып барылды. Мәҫәлән, 6 апрелдә ҡағыҙ кейстар ҡулланған уҡыусылар һаны 12713 булһа, 17 апрелгә ундайҙар 6124-кәсә кәмегән. Муниципаль органдар балаларҙы компьютерҙар менән тәьмин итеү эшен дауам итә. Был аҙнала әлеге башланғысҡа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡушылды.
17 апрелдә онлайн-дәрестәрҙә уҡыусыларҙың 79,5 проценты ҡатнаша алды. Был 379 924 бала тигән һүҙ.
13 апрелдә 101 дәрес мәлендә интернет селтәрендә өҙөклөктәр күҙәтелһә, 17 апрелдә бындай етешһеҙлек 14 кенә дәрестә теркәлгән. Һәр өҙөклөк белгестәр тарафынан иҫәпкә алына һәм улар буйынса тейешле сара күрелә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында беренсе класс уҡыусылары өсөн республиканың иң көслө уҡытыусылары тарафынан үткәрелгән теледәрестәр ҙә күптәр тарафынан ыңғай баһаланды. Бынан тыш, электрон кейстар ҙа уңышлы ҡулланыла: дәрестәр төрлө мессенджерҙар, социаль селтәрҙәр һәм почта сервисы ярҙамында үткәрелә.
Беренсе аҙна менән сағыштырғанда, ата-әсәләрҙең дистанцияла уҡыуға ҡарата фекере лә яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Был эште һәйбәт ойошторған мәктәптәр, айырым уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеге тураһында ыңғай баһалар бермә-бер артты.
Әйҙәгеҙ, ата-әсәләрҙең фекеренә лә күҙ һалайыҡ.
Гүзәл ЯЙЫҠБАЕВА, Сибай ҡалаһы, өс бала әсәһе:
– Беҙҙең әллә ни етди мәшәҡәттәр булманы. Ҡыҙҙарым зарланмай. Башта ғына әҙерәк йә онлайн-дәрестәргә инә алмай, йә өйгә эштәрен тапшыра алмай мәшәҡәтләнделәр. Хәҙер төшөнөп алдылар.
Өлкән ҡыҙыбыҙ Карина быйыл БДИ тапшыра, ошо йәһәттән генә аҙыраҡ борсолабыҙ. Әсә булараҡ, үҙемә, балаларҙың уҡыу ваҡытында ла, дәрес әҙерләгәндә лә компьютерға бәйле булыуы ғына оҡшап етмәй.
Әлиә ӘМИНЕВА, Баймаҡ ҡалаһы, ике бала әсәһе:
– Улым Фуат IV класта уҡый. Үҙем эшкә йөрөйөм, шуға күрә уның дәрестәрен ирем Айнур контролдә тота. Дәрестәре ваҡытында башлана. 30 минут тиҙ генә үтә лә китә, ти улым. Уға оҡшай. Шулай ҙа мәктәбен, класташтарын һағына. Уҡыу йәһәтенән проблемаларыбыҙ булмаһа ла, мәктәптә белем алыуға, йәнле аралашыуға етмәй инде. Өйгә эштәре күп, шуға күрә компьютер алдында элеккенән күпкә оҙағыраҡ ултырырға тура килә. Әммә был хәлдәрҙең ваҡытлыса икәнен аңлап ҡарайбыҙ.
Ләйсән ЙОСОПОВА, Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы, дүрт бала әсәһе:
– Беҙгә – күп балалы ғаиләгә ауырға тура килә. Ике балам – мәктәп уҡыусыһы, береһе – студент. Бөтәһенә – бер компьютер. Үкенескә ҡаршы, күп нәмәгә өлгөрә алмайҙар. Мин, күп балалы әсә булараҡ, рәсем, йыр, хеҙмәт кеүек дәрестәрҙе уҡытмай торорға мөмкин түгелме икән, тигән һорауымды еткергем килә. Әлбиттә, балалар уҡырға тейеш, уныһын аңлап ҡарайбыҙ.
Светлана ТИМЕРҒӘЛИЕВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, уҡытыусы, биш бала әсәһе:
– Уҡытыусы һөнәрен һайлаған кеше оҙаҡ йылдар һуҙымында үҙ һөнәренә тоғро булып ҡалған икән, тимәк, ул һөнәри юлын аҡылы менән генә түгел, күңеле менән дә һайлаған һәм ниндәйҙер ҡатмарлыҡтарҙы кәртә итеп күрмәй. Мин ваҡытлыса дистанцияла уҡытыуға күсеүҙе алдыма ҡалҡҡан сираттағы бер һынау итеп ҡабул иттем. Класымдағы уҡыусыларыма ла дәрес һайын тиерлек күреп өйрәнгән презентацияларҙы, төрлө сайттарҙағы күнегеүҙәрҙе кластағы экрандан түгел, ә компьютер, ноутбук экранынан күреп ҡабул итеү ауырлыҡ тыуҙырмағандыр, тип ышанам. Һәр күренештең дә, хәл-тороштоң да ыңғай яҡтарын күрергә өйрәнгәнгәлер, өйҙә ултырыуҙы ғаиләмде, балаларымды күберәк күрергә форсат, күптән ваҡыт таба алмаған маҡсаттарымды тормошҡа ашырырға мөмкинлек, тип уйлайым.
Фото: inkrasnogorsk.ru
Читайте нас