Билдәле булыуынса, 7 апрелдән республикала уҡыусылар өсөн дәрестәр дистанцияла уҙғарыла. Әле иһә уларҙың һаны әкренләп арта бара.
13 – 17 апрелдә онлайн дәрестәрҙә ҡатнашҡан балалар һаны 380 меңгә еткән. 17 апрелдә генә ошондай 48 мең дәрес үткәрелгән. Дөйөм белем ойошмаларында уҡыусыларҙы онлайн дәрестәргә йәлеп итеү 80 процент тәшкил иткән.
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәти өйгә эште ижади күнекмәләргә һәм тикшеренеү проекттарына күсереү алымы әҙерләнде. Бөтә фәндәр буйынса ижади эштәр, проекттар өсөн темалар исемлеге, методик тәҡдимдәр төҙөлдө.
Уҙған аҙнала 245 өҫтәмә белем биреү ойошмаһының, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларының эшмәкәрлеге әүҙемләште. Дистанцияла уҡытыуҙың тәүге аҙнаһында бындай ойошмаларҙың дәрестәрендә 168,4 мең, икенсеһендә 223,9 мең бала ҡатнашҡан.
Шәмбе, 18 апрелдә, уҡыусылар менән 206 учреждение эшләгән, дәрестә 21342 бала ҡатнашҡан.
Республикала 58 муниципалитеттағы 239 балалар баҡсаһында 322 дежур төркөмдәр эшләй. Уларҙың барыһында ла карантин һәм иҫкәртеү саралары башҡарыла.
Фото: education.bashkortostan.ru