Белем һәм тәрбиә
30 Апреля 2020, 12:37

“Стипендияға сәйәхәт итеп тә була”

– Бала саҡтан уҡырға, белем алырға ынтылышым ҙур булды. Айырыуса мине гуманитар фәндәр, тел өлкәһе ҡыҙыҡ­һындырҙы. Рус теле һәм әҙәбиәте, баш­ҡорт, инглиз, немец телдәре буйынса ҡала һәм республика кимәлендәге олимпиа­даларҙа даими ҡатнаштым. “Урал батыр” эпосын ятлауҙан башлап бик күп шиғри бәйгеләрҙең береһенән дә ситтә ҡалманым, шуға күрә юғары уҡыу йортона ингәндә тел йүнәлешен һайланым. Инглиз теленең әлеге мәлдә иң перспективалы телдәрҙең береһе булыуын иҫәпкә алып, башҡорт филологияһы һәм журналистика факуль­тетының башҡорт-сит телдәр бүлегенә уҡырға индем.

Вәсилә Юламанова, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты магистранты:


– Бала саҡтан уҡырға, белем алырға ынтылышым ҙур булды. Айырыуса мине гуманитар фәндәр, тел өлкәһе ҡыҙыҡ­һындырҙы. Рус теле һәм әҙәбиәте, баш­ҡорт, инглиз, немец телдәре буйынса ҡала һәм республика кимәлендәге олимпиа­даларҙа даими ҡатнаштым. “Урал батыр” эпосын ятлауҙан башлап бик күп шиғри бәйгеләрҙең береһенән дә ситтә ҡалманым, шуға күрә юғары уҡыу йортона ингәндә тел йүнәлешен һайланым. Инглиз теленең әлеге мәлдә иң перспективалы телдәрҙең береһе булыуын иҫәпкә алып, башҡорт филологияһы һәм журналистика факуль­тетының башҡорт-сит телдәр бүлегенә уҡырға индем.
Студент тормошо, ысынлап та, сағыу иҫтәлектәргә, матур хәтирәләргә бай осор ул. Уҡыған дәрестәр, үткән практикалар һәр саҡ күңелле, бай йөкмәткеле булды. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп, уҡыуға яуаплы ҡараған өсөн төркөмдә – староста, факультетта профсоюз рәйесе вазифаһын ышанып тапшырҙылар.
Миңә ғилми мәҡәләләр яҙыу, фәнни эҙләнеү эше менән шөғөлләнеү оҡшай. Шулай уҡ дөйөм төрки телдәренең тарихы, үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынам. Әлегә өс мәҡәләм Рәсәй Федерацияһы Юғары аттестация комиссияһы исемле­генә ингән ғилми журналдарҙа, 20-нән ашыуы – халыҡ-ара конференция­ларҙыҡында, бишәүһе сит ил йыйын­тыҡтарында баҫылып сыҡты. Республи­кабыҙҙа үткәрелгән дистанцияла халыҡ-ара төрки телдәр олимпиадаһында ла икенсе йыл рәттән алдынғы урынды яуланым.
Ике тапҡыр Башҡорт дәүләт университеты командаһы составында Таулы Алтайҙа үткән Бөтә Рәсәй төрки телдәр һәм әҙәбиәттәр олимпиадаһында ҡатнашыуым – студент йылдарының иң мөһим ваҡиғаларының береһелер, тип уйлайым. Төрки телдәрҙең үҙенсәлек­тәрен, халыҡтарҙың әҙәби ҡомартҡы­ларын төптән өйрәнеү, был өлкәлә танылыу яулаған ғалимдарҙың хеҙмәттәре менән танышыу фәһемле һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы булды. Бигерәк тә миңә боронғо Рун яҙмаларын өйрәнеү оҡшаны. Улар менән тәү башлап та­нышҡанда, милләтеңде, тамырҙарыңды нығыраҡ тояһың, ниндәй ҙур төрки телдәр ғаиләһенең бер өлөшө булыуыңа ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең.
Тәүге йылда командабыҙ менән дөйөм беренселектә II урынды алғайныҡ. Икенсе йылына инде миңә икеләтә уңыш йыл­майҙы. Бөтә ҡатнашыусылар араһындағы шәхси беренселектә еңеү яулай алдым. Профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина етәкселегендә командабыҙ ҙа дөйөм беренселеккә сыҡты. Алтайҙар – бик ҡунаҡсыл халыҡ. Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, Катунь йылғаһы буйына, Пат­мос утрауына, Чемал турист базаһына экскурсия ойошторҙолар. Сит өлкәләрҙән бик күп яңы дуҫтар таптыҡ, әле лә улар менән аралашабыҙ. Белемде арттырыу, сәйәхәт итеү, яңы тәжрибә алыу бик фәһемле булды. Беҙгә күрһәткән ышаныс өсөн уҡыу йорто, факультет етәкселегенә ҙур рәхмәт!
Башҡорт дәүләт университеты әүҙем студенттарҙың хеҙмәтен яҡшы баһалай. Йыл да төрлө өлкәләрҙә уңыштары булған студенттар махсус стипендияларға лайыҡ була ала. IV курста Жәлил Кейекбаев исемендәге стипендияны алһам, хәҙер инде күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға өлгәштем.
Факультетыбыҙҙа телдәр буйынса ғына түгел, башҡа фәндәр буйынса ла белемде һынап ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, беҙ факультет командаһы менән иҡтисад буйынса юғары уҡыу йорттары араһында үткән олимпиадала икенсе урын яуланыҡ.

Студент саҡ – сәйәхәт итеү, донъя күреү өсөн бик уңайлы ваҡыт, тип уйлайым. Мин дә был мөмкинлектән файҙаланып, йыйылып килгән юғары стипендия аҡсаһына Таиланд, Ҡытай, Финляндия, Швеция илдәренә барып ҡайта алдым. БДУ үҙ студенттарына матур ял ойоштора белә, тип әйтер инем. Миңә лә башҡа студенттар менән бер рәттән Ҡара диңгеҙ буйында, Ҡазан ҡалаһында, “Красноусол” шифаханаһында, Павловка, Кульчум ял үҙәктәрендә булыу бәхете тейҙе.
Башҡорт дәүләт университетында студенттарға һәләттәреңде асыу, телдәр өйрәнеү, сит илдәрҙә белемеңде арттырыу, сәйәхәт итеү өсөн мөмкинлектәр күп. Бары тик ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, белемгә ынтылырға кәрәк.
Читайте нас