“Ижад кешеһе һымаҡ төш, ижад кешеһе һымаҡ төш!” Мәктәпкә фотограф килгәс, Марат ағай атайымдың кабинетына әллә нисә тапҡыр инеп сыҡты. Уҡыу алдынғыларын стенд өсөн фотоға төшөрәләр ине. Барыбер түгелме икән ни уға? Юҡ, уҡытыусым мине ҡырыныраҡ ултыртты, бер яҡ ситкәрәк ҡарарға ҡушты, ирен сите менән генә йылмайтты. Мин уңайһыҙланып шыбыр тиргә баттым. Атайым көлөп ебәрҙе.
Бына шулай әҙерләне буласаҡ шағирәне Марат Ғизетдин улы. Нисек үҙенсәлекле әҫәрҙәр ижад итергә, тәрән мәғәнә һалырға, образлы фекер йөрөтөргә кеүек кәңәштәр биреүҙән тыш, халыҡ араһында үҙеңде нисек тоторға ла өйрәтте.
“Йыйылыштар булһа, тәүҙә кешеләрҙе тыңла. Ҡапыл ғына тороп хәбәр һөйләмә. Кешенең ни уйлағанының айышына төшөн. Ҡайһы саҡ өндәшмәй ҡалыуың да файҙаға булыр”, – тине ул. Походта йөрөгәндә уйланып китеп аяҡ аҫтына ҡарап бара башлаһаҡ, йүгереп килеп етеп: “Аяҡ аҫтына сусҡа ғына ҡарап йөрөй ул, ем эҙләп. Башығыҙҙы күтәреп йөрөгөҙ. Тирә-яҡҡа күҙ һалып!” – тип әйтер ине.
Шиғырҙы тасуири уҡырға ла ул өйрәтте. Бер мәл мәктәптә шиғыр һөйләүселәр конкурсы булғайны, Рәғиҙә Әйүпова – (Рәғиҙә Истәкова – филология фәндәре кандидаты) беренсе, мин икенсе урынды яуланым. Самат Ғәбиҙуллиндың “Шаңдаҡ” исемле шиғыры ине ул. Әле лә яттан һөйләй алам, сөнки күңелемә ныҡ яҡын, хатта йәшәү өсөн девиз итеп алмалы әҫәр!
Мәктәптә уҡыу осоронда ике тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем ағып төшөргә насип булды. Уҡытыусыбыҙ ярҙамында үҙ ҡулдарыбыҙ менән катамаран эшләнек: ел тултырылған ҙур камералар өҫтөнә таҡталар йәйеп һалдыҡ. Уға “Тулҡын” тип исем ҡуштыҡ. Тәүге тапҡыр 7-се кластан һуң, йәнә 9-сы кластан һуң сәйәхәт ҡылдыҡ.
Беренсе мәртәбә июнь башында етәксебеҙ менән ун уҡыусы юлға сыҡтыҡ. Таң һарыһынан Иҫке Монасиптың Кепес яғынан ағып киткәйнек, Тимер ауылына көндөҙ барып еттек. Катамарандың моронон ярға, ҡырсынға төртөп, клубҡа йүнәлдек. Унда халыҡ йыйылып беҙҙе көтә ине. Башта Марат Ғизетдин улы тәбиғәтте һаҡлау тураһында доклад һөйләне, шунан беҙгә һүҙ бирҙе. Ҡайһыбыҙ мәҡәлә, ҡайһыбыҙ шиғыр, нәҫер йә хикәйә уҡыны. Барыбыҙҙың да сығышы тыуған тәбиғәтебеҙҙе данлау, уны күҙ ҡараһылай һаҡлау тураһында барҙы. Тимерҙәр ныҡ ҡәнәғәт ҡалды. Бала-сағаны ла шулай диҡҡәт менән тыңлағандарына, әҙәмгә һанап әңгәмәләшеүҙәренә хайран ҡалдым. Әҙерәк ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерҙем. Ни тиһәң дә, изге миссия менән юлға сыҡҡанбыҙ бит!
Төндә икешәр сәғәт сиратлап дежур иттек. Усаҡҡа утынды алдан әҙерләп ҡуйғайныҡ, эңерҙә туҡталыу менән. Палаткала инде тәмле итеп йоҡлап ятһам, миңә тиклем дежурҙа булған ҡыҙыҡай аяғымдан тарта. Шул төндө мәңге онотмайым. Йондоҙло асман. Усаҡҡа ара-тирә сыбыҡ-сабыҡ ырғытабыҙ ҙа шыбырҙап ҡына һөйләшәбеҙ, иптәштәребеҙҙе уятмаҫҡа инде. Йылғала ағас күләгәләре талғын елгә тирбәлә. Шул күләгә лә шыртлата, локатор һымаҡ ҡолаҡ ҡарпайған. Шылт иткән тауыш ишетелһә лә, йөрәк жыу итеп ҡала. Һыҙылып ҡына йылға өҫтөнә аҡ таҫма булып яҡтылыҡ йәйелә башлауға, икенселәргә сират етте. Беҙ, уларҙы уятып, үҙебеҙҙең урынға ҡалдырғас, палаткаға сумдыҡ. Бына ниндәй яуаплылыҡ тойғанбыҙ үҙебеҙ ҙә! Ҡурҡмаҫҡа, батыр йөрәкле булырға өйрәткән уҡытыусы. Ҡыҙ бала тип ҡарап торманы ул беҙҙе, малайҙар нимә эшләй, беҙ ҙә шуны атҡарып сыға торғайныҡ.
Ул осорҙа Шүлгәнташ мәмерйәһен тимер рәшәткәләр менән ябып, йоҙаҡлап ҡуйғайнылар. Беҙҙе был да аптыратманы. Шүлгәнгә етәрәк туристар туҡтаған ергә урынлашып, ашарға бешерҙек. Ҡараңғы төшмәҫ элек Марат ағай эргәһенә әллә ниндәй ағайҙар килеп һөйләшеп ултырҙы. Беҙ дежурствоһыҙ рәхәтләнеп йоҡларға яттыҡ. Яҡтырыр-яҡтырмаҫтан Марат ағай уятты. Йәһәт кенә ҡапҡылап алдыҡ та ысыҡ ярып мәмерйә яғына киттек. Әле ҡоштар ҙа уянып өлгөрмәгән. Ағас артынан айыу килеп сығыр һымаҡ, эй шөрләтә инде, шулай ҙа һыр бирмәйбеҙ, шым ғына атлайбыҙ.
Бәләкәс кешеләр ни, бейек тимер ҡоймаға маймыл һымаҡ үрмәләп мендек тә киттек, уның аша сығып, мәмерйә эсенә тупырҙашып барып төштөк. Үҙебеҙҙең күләгәнән, үҙебеҙҙең тауыштан ҡурҡабыҙ, тик белдермәйбеҙ. Шыйғалаҡ һуҡмаҡтан тая-тая байтаҡ атланыҡ. Марат ағай көслө фонары менән алдан яҡтыртып бара ла, беҙҙе туҡтатып, шомло тауыш менән тарих һөйләп ала. Күп нәмәләр белдек ул таңда. Шүлгәнде өйрәнеп, барып етерлек еренә етеп, ҡыҙырып килеп сыҡтыҡ. Үҙебеҙҙе еңеүсе һымаҡ хис итеп, кешеләр уянмаҫ борон уҡ туҡталҡабыҙға ҡайтып төштөк. Ошо ваҡиғанан да уҡытыусыбыҙҙың беҙҙә көслө характер, ныҡышмалылыҡ, тәүәккәллек тәрбиәләүен аңлап була.
Шүлгән мәмерйәһенә сәйәхәттәрҙең һәр көнө, һәр сәғәте хәтергә уйылып ҡалған. Бәлки, быға Марат ағайҙың мине юлъяҙмасы итеп һайлауы ла сәбәпсе булғандыр. “Тулҡын”да сәйәхәт тигән йыйылма-йәйелмә альбомыбыҙ артабан күп күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа, конференцияларҙа уңышлы ҡулланылды. Уҡытыусыбыҙ уны матур фотолары менән биҙәгәйне. Әйткәндәй, Марат Муллағолов фотоға хәтәр оҫта төшөрә торғайны. Походта йөрөгәндә ҡулында гел фотоаппарат булды.
РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980 й.), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1983 й.) Марат Ғизетдин улы Муллағоловтың һөнәрҙәре һанап бөткөһөҙ ине: тарихсы-этнограф, фольклорсы, телсе, әҙәбиәтсе, тос фекерле яҙыусы, зауыҡлы рәссам, фотограф, скульптор-дизайнер... Биология, география фәндәре менән дә ҡыҙыҡһынды, археологияны ла шәп белә ине. Йәш натуралистар түңәрәге, тыуған яҡты өйрәнеү музейы булдырҙы... Эргәләге Мәйгәште йылғаһының исеме мадъярҙарҙан ҡалғандыр, тигән фаразды ла унан ишеттем. Тирә-йүндәге ер-һыу атамаларын ныҡышып өйрәнә торғайны ул.
Беҙҙе лә өлкән йәштәге кешеләргә йыш йөрөттө. Шүлгәнгә икенсе тапҡыр аҡҡанда был сәйәхәтте Марат Ғизетдин улы фольклор экспедицияһы итеп ойошторҙо. Юл ыңғайы ауылдарҙа туҡтап, ололар менән осрашып, күп нәмәләр яҙып алып ҡайттыҡ. Бабсаҡ бейҙең ҡәберен күрһәтеп, батырҙың ғәзиз һөйәктәрен алып китеүҙәре, кире ҡайтармауҙары тураһында әрнеп, әсенеп һөйләне. Ул шул тиклем күп белә ине! Нисек бер башына шул ҡәҙәре мәғлүмәт һыйғандыр!
Айыуҙы йылғаһы буйында яҙғыһын тупраҡ ҡатламдарын өйрәнгәнебеҙ иҫемдә. Сәскәләрҙән гербарий йыйып, һәр береһенең исемен китаптан эҙләп табып, беҙҙә нисек аталғанын, фәнни телдә нисек яңғырағанын, үҙенсәлектәрен уҡыныҡ.
Беҙҙән Марат Ғизетдин улы инша күп яҙҙырҙы. Данлыҡлы рәссамдарҙың һүрәтен таҡтаға элеп ҡуя ла, шуның буйынса ижади эш эшләйбеҙ. Төҫтәрҙе айырабыҙ, рәссамдың әйтергә теләгән фекерен асыҡлайбыҙ. Күп яҙҙыҡ беҙ, күп эшләнек. Хәҙерге күҙлектән ҡараһаң, уҡытыусы беҙҙән бер үк ваҡытта ғалим да әҙерләгән, тип әйтергә мөмкин. Ғалим булырлыҡ класташтарым бар ине инде. Мәҫәлән, Ихсан Әйүпов, тик ул вузға уҡырға бармай харап булды. Бик көслө уҡыусы ине. Марат ағай димләп-димләп ҡараны, үҙ һүҙле егетте күндерә алманы. Үкенесле булды. Бик үкенесле. Ғилем юлын һайлаһа, Ихсаныбыҙ яҡты донъянан китмәгән дә булыр ине...
Уҡытыусыбыҙ: “Кешегә талант ҡына етмәй, ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек тә кәрәк”, – ти торғайны. Илһам килгәнде көтөп ултырмағыҙ, тип төштән һуң мәктәпкә саҡыртып, һәр беребеҙҙе берәр бүлмәгә бер-ике сәғәткә бикләп ултыртып ҡуйғаны иҫтә. Һин шул арала берәй нәмә яҙырға тейешһең. Үҙе беҙгә Рәсүл Ғамзатовтың атаһы Ғамзат Цадасаның улын бәйләп ултыртып ҡуйып шиғыр яҙҙырғанын һөйләп ала. Ҡыҙыҡ инде. Был методикаһы ла ыңғай тәьҫир итте. Кәрәк саҡта, теләйһеңме-теләмәйһеңме, ултыра һалып яҙаһың. Илһамды күпме көтөп йөрөргә була!
Икеһе лә бер һүҙҙән булды
Марат Муллағолов атайым, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 18 йыл Иҫке Монасип урта мәктәбендә директор булған Сәлих Хафиз улы менән бик килешеп эшләне. Икеһе бер һүҙҙән булды. Мәктәпкә радио алып ҡуйҙылар. Оҙон тәнәфестә балалар сиратҡа тороп шиғыр һөйләй, йырлай торғайны. Мин көтөп ала инем сығыш яһар ваҡытымды. Шул тиклем яраттым радионы. Бик күңелле мәҙәни саралар ойошторолдо. Тыуған көн, дуҫлыҡ кисәләре популярлашты. Бер мәл сираттағы кисәгә әҙерләнгәндә мәж килеп бер ҡыҙыҡайыбыҙҙың бәләкәй өйөндә мейескә ут яғып, табала мәмәйҙәр бешерҙек. Ҡайнар май биткә сәсрәп, ҡыҙыҡ булып бөттөк. Марат ағай спорт залындағы самауырҙар борхоп ҡайнап ултырған һәр өҫтәлгә төп хужа менән хужабикәне билдәләне. Ҡунаҡты оҫта ҡаршылауҙан тыш, өҫтәлдә ҡалаҡ-сәнскеләрҙең дөрөҫ ятышы, тәрилкә, сынаяҡтарҙың дөрөҫ ҡуйылышы ла иҫәпкә алынды. Ныҡ тырыштыҡ инде, ҡунаҡ һыйлағанда телдәребеҙ һайрап ҡына торҙо. Нисәнсе урынды алғаныбыҙҙы иҫләмәйем, ауыр самауырымды күтәреп саҡ ҡайтып еткәнемде генә беләм.
Оҙон тәнәфестә ҡайһы саҡ коридорға гармун алып сығалар ине. Пыр туҙып бейейбеҙ. Үҙенә күрә көсөргәнешлекте кәметеү, кәүҙәне ҡыбырлатыу, ҡан йөрөтөү өсөн кәрәк булғандыр.
Марат Ғизетдин улы эшләгән осорҙа мәктәп тирәләй күп ағастар ултыртылды. Ниндәйе генә юҡ ине улар араһында! Үҙебеҙ ултыртҡан муйылды ла таный торғайныҡ тәүҙә, аҙаҡ таралып үҫеп киткәс, иғтибар ҙа ителмәне. Ул ағастар әле лә Иҫке Монасип урта мәктәбе ихатаһын йәмләп, гөрләп үҫә.
Изгелектәре өсөн рәхмәтлемен
Уҡытыусыбыҙ беҙҙе эксперименталь класс итеп алғайны. Эксперименты килеп сыҡты уның. Гөрләп йәшәнек, һәр көн яңылыҡ көтөп тора торғайны. Ҙур дөйөм дәфтәргә тырышып-тырмашып яҙынып ултырғанымды күргәс: “Нимә яҙаһың ул?” – тип һораны өйҙәгеләр. “Көндәлек яҙам, Марат ағай ҡуйын дәфтәренә көн дә нимә булһа ла яҙып барырға ҡушты”, – тигәйнем, әсәйемдәр эй көлдө инде, ҡуйыныңа һыймай бит был дәфтәр, тип. “Толстой ҙа, Рәми Ғарипов та, ғөмүмән, бөтә бөйөк кешеләр ҙә көндәлек яҙған. Ул киләсәк быуын өсөн бик ҡиммәтле ҡомартҡы буласаҡ”, – тине уҡытыусыбыҙ. Ниңәлер көндәлек яҙыу ғәҙәте мәктәп сиктәрендә генә тороп ҡалды, үкенесле. Хәҙер яҙа башлаһам, һуңдыр инде...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бөтә миҙгелдә лә урманда үтте. Буран, яуын мәлендә генә класта ултырҙыҡ. Дәрестәрен парлап, аҙаҡҡы итеп ала торғайны Марат ағай. Расписаниены ҡарап ҡына йөрөйбөҙ. Ҡышҡыһын бер кем дә “саңғы шыуа белмәйем” тип бәлә һалманы. Барыбыҙ ҙа спортсы, барыбыҙ ҙа көслө. Тауға менәбеҙ, шыуып төшәбеҙ. Шулай физик яҡтан сыныҡтыҡ беҙ. Шыуып йә атлап йөрөү бер, тирә-яҡты күҙәтергә, шул ыңғайы ҡуйын дәфтәреңә күргәнеңде теркәп барырға тейешһең. Түңәрәк яһап ултырып әҙерәк сыймаҡлап та алабыҙ. Иң мөһиме – башыңа килгән фекерҙе яҙа һалып алыу, аҙаҡ, өйгә ҡайтҡас, дауам итерһең, тамамлап ҡуйырһың. Яҙғаның үҙенсәлекле, быға тиклем бер кем дә күрмәгәнсә, әйтмәгәнсә булһын. Тос фекер менән йомғаҡлап ҡуйыу мотлаҡ.
Класта китапхана булдырҙы Марат Ғизетдин улы. Картотека, китапханасы, барыһы ла шартына килтерелгән. Таҡта аҫтына, ҡалҡыу итеп, китаптар өсөн ябылмалы махсус кәштәләр эшләнде. Уҡытыусылар ҙур трибуна артында һымаҡ күренә торғайны. Һәр кем өйөнән үҙе яратҡан китаптарҙы ташыны. Рәсүлебеҙ (радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Рәсүл Сәғитов) зирәк, башлы бала ине. Хәтере лә шәп, китапты ла күп уҡый. Китапханасы итеп ул тәғәйенләнде.
Артабан Марат ағай тағы бер дәфтәр астырҙы. Китаптарҙан үҙебеҙ яратҡан шиғырҙарҙы күсереп алып, иллюстрация яһаныҡ. Мауығып башҡарҙыҡ был эште. Уҡытыусыбыҙ үҙе лә шиғриәткә мөкиббән кеше булды. Ҡайһы бер шиғырҙарға анализ яһап, шул өлгөлә үҙебеҙ ҙә яҙып ҡарай инек. Рецензия яҙыу серҙәренә лә өйрәтте остазыбыҙ. Олуғ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре буйынса ғилми эштәр алып барылды.
Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” романын ентекле өйрәнеп доклад та, рецензия ла яҙғайным.
Бер мәл, X класта, Октябрьскийға йәш туристар слетына йыйындыҡ. Апрель айы ине. Материалдар күп, альбомдар, көндәлектәр. Марат ағай миңә шиғырҙарымды ла һалып алырға ҡушты. Туристарға шиғыр нимәгә, тип уйлаһам да, дәфтәремде ҡалдырманым. Өфөлә йәш натуралистар станцияһында туҡтаныҡ. Шағир Ҡәҙим Аралбаевтың өйөнә барҙыҡ. Марат ағай йыш ҡына Самат Ғәбиҙуллинға ла күрһәтергә ҡуша торғайны шиғырҙарымды, был юлы Ҡәҙим ағайға уҡытып ҡарарға булған икән.
Шағирға әҫәрҙәрем оҡшап ҡалды: “Иртәгә яҙыусылар фестивале башланырға тора, йәһәт кенә бер-ике дана шәлкем әҙерлә лә миңә бир. Исемлеккә индерермен һине үҙем”, – тине. Туристар слетына бара алмағаныма ныҡ эсем бошто. Ҡәҙим Аралбаев мине иптәштәремдән айырып алып ҡара “Волга”ла 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙер Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты) алып барып урынлаштырҙы. Юлда китеп барғанда экскурсовод һымаҡ һөйләп барҙы.
“Киләсәктә ҙур шағирә булып китһәң, Ҡәҙим ағай миңә ҡаланы күрһәтеп йөрөгәйне тип иҫләрһең”, – тип әйтеп ҡуйҙы. “Мин ниндәй шағирә булайым инде киләсәктә”, – тип оялып киттем. Ҡәҙим Аралбаев Марат Муллағолов менән ныҡ дуҫтар ине. Университетта уҡығанда ла, артабанғы яҙмышымда ла Башҡортостандың халыҡ шағирынан күп изгелек күрҙем. Шәхестәребеҙҙең икеһенә лә изгелектәре өсөн ныҡ рәхмәтлемен!
“Күренекле кешеләрҙең хаттарын китаптарҙа баҫалар. Киләсәктә барыһы ла уҡырлыҡ матур хат яҙырға өйрәнегеҙ”, – тип ағайыбыҙ беҙҙән тәфсирләп хат яҙҙырыр ине. Ул мәлдә аңлап етмәһәк тә, Марат Ғизетдин улы беҙҙең эксперименталь кластан танылған шәхестәр сығыр, тип ышанғанлығын хәҙер генә аңлайым. Киләсәккә нигеҙ һалған икән дә. Миңә, ижад кешеһенә, остазым биргән һабаҡ бөгөн дә ярҙам итә.
Университетта уҡып йөрөй инем. Марат ағай Өфөгә дауаханаға килде. Ғәҙәттәгесә, барып уның хәлен белдем. Уҡыусыһы Рәғиҙә Әйүпованың “Совет Башҡортостаны” (хәҙер – “Башҡортостан”) гәзитендә баҫылған “Әсә” исемле әҫәрен күрһәтте.
“Данлыҡлы композитор Хөсәйен Әхмәтов ошо шиғырға баллада яҙған. Нотаһы кәрәк ине”, – тине. Атҡа менгәндәй ҡыуанғайны ине уҡытыусым. Ҡыйыумын бит инде, һораша торғас, ижадсының адресын таптым, бер ялда тәүәккәлләп, уның йортона киттем. Хөсәйен ағай минең килеүемә ныҡ шатланды. Бала кеүек инде. Фортепианола уйнап, балладаны йырлап күрһәтте, нотаһын күсереп бирҙе. Марат Муллағоловҡа ла, Рәғиҙә ҡыҙыҡайға ла күп-күп сәләмдәр әйтте.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағанда диплом эшемдә Марат Ғизетдин улының эш алымын ҡулландым. Яҙма телмәрҙе үҫтереү буйынса. Бишлегә яҡланым дипломды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы менән шөғөлләнеүселәр аҙ, тип аспирантураға уҡырға димләне ғалимдар. Мин журналистиканы һайланым, параллель рәүештә әҙәби ижадҡа ла ваҡыт бүлдем.
Марат Муллағолов Әбделмәмбәт ауылында ла шәп эшләне. Сәнғәт мәктәбен асты. Телевизион тапшырыу төшөрөргә килгәнемдә, мәктәп иҙәненең йәшелгә буялғаны аптыратты. “Баланы тәбиғәттән айырырға ярамай, ул мәктәпкә килеп инеү менән йәшел сиҙәмгә баҫҡан һымаҡ булырға тейеш”, – тип аңлатты уҡытыусы. Балалар эшләгән һүрәттәргә, сувенирҙарға хайран ҡалдым. Ҙур овал өҫтәл тирәләй ултырып, һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәнде улар. Бында ла Марат ағайҙың эксперименты уңышлы килеп сыҡты.
Марат Муллағолов, беҙҙең класты уҡытып сығарғандан һуң, бүтәндәр менән дә уңышлы эшләне. Байтаҡ рәссамдар, фән эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре тәрбиәләне. Ниндәй генә һөнәр һайламаһындар, уларҙың донъяға үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Улар уҡытыусыһы һымаҡ тынғыһыҙ һәм ныҡышмалы.
Данлыҡлы совет педагогы-новаторы В.А. Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” тигән хеҙмәте яратҡан уҡытыусыбыҙҙың өҫтәл китабы булды. Марат Муллағолов та ярһыу йөрәген балаларға бирҙе. Мәктәпһеҙ, уҡыусыларһыҙ йәшәй алманы. Уны Алла шундай ҡаһарман, шундай алдан күреүсән, балалар өсөн йәнен аямаған ҡушйөрәкле батыр итеп донъяға яратҡайны. Көслө психолог, уникаль шәхес Марат Муллағоловтың эштәре ғилми яҡтан тәрән өйрәнелеүгә мохтаж. Ул илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнарлыҡ, күп ҡырлы фундаменталь хеҙмәт булыр ине.
Бөйөк кешеләр ҡалдырған эҙҙәр йылдар үткән һайын баҙыҡлана, сағыулана бара. Мин бөгөн ҡәҙерле остазымдың рухы алдында бөтмәҫ-төкәнмәҫ рәхмәттәремде еткереп, ололап, ихлас күңелдән баш эйәм.