Белем һәм тәрбиә
15 Мая 2020, 05:30

Һуңғы ҡыңғырау һәм сығарылыш кисәһе буласаҡмы?

Был һорауға республиканың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин аңлатма бирҙе.

Сығарылыш кластары уҡыусыларын һәм уларҙың ата-әсәләрен быйыл «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһы, сығарылыш кисәләре булырмы, булһа – ҡасан, тигән һорауҙар ҡыҙыҡһындыра.
Республиканың фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, бөтә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, кластарҙа «Һуңғы ҡыңғырау» 29 майҙа үтәсәк. Әммә, Мәскәүҙән килгән күрһәтмәгә ярашлы, байрам дистанцияла ғына ойоштороласаҡ. Йәғни кластарҙа, кафела, тәбиғәт ҡосағында йыйылырға кәңәш ителмәй, барлыҡ саралар онлайн форматта үтергә тейеш.
“Беҙ ҡала һәм райондарға онлайн-флешмобтар, дистанцияла башҡа төрлө саралар ойошторорға тәҡдим итеп хат ебәрҙек”, – тип белдерҙе министр урынбаҫары.
Ә сығарылыш кисәләре ҡасан, нисек үтер – әлегә бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Был һорау ведомствола ҡарала. Барыһы ла эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле.
Фото: gardatinara.md
Читайте нас