М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ирекмәндәр үҙәге “Онлайн-остаз” тип аталған проект башланы. Уға ярашлы, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы осоронда медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына мәктәп программаһын үҙләштереүҙә ярҙам күрһәтелә.
Бөгөнгө хәл-торошта медицина хеҙмәткәрҙәренә айырыуса көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә һәм йәшәргә тура килә. Уларҙың күптәре штаттан тыш тәртиптә эшләй. Һөҙөмтәлә балаларының уҡыуын контролдә тотоуға, ярҙам итеүгә ваҡыттары ла ҡалмай. Ә бит бөгөнгө мәктәп программаһы, айырыуса Төп һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеү иҫ киткес ҙур хеҙмәт, ихтыяр көсө талап итә. Педагогия университетының студенттары ошо йәһәттән үҙ ярҙамын тәҡдим итә лә инде.
БДПУ студенттарының башланғысына Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, медицина һәм машиналар төҙөү колледждары ла ҡушылды.
Ярҙам алыу өсөн ата-әсәләр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Ирекмәндәр үҙәгенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә ғариза тултырырға тейеш.
Бөгөн проект ата-әсәләр һәм сығарылыш класс уҡыусылары араһында билдәле була бара. Унда медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш, йәшәйеште тәьмин итеү тармаҡтарында эшләгән кешеләр ҙә мөрәжәғәт итә. Остаз ярҙамы талап ителгән предметтар араһында рус һәм инглиз телдәре, математика, физика, биология һәм химия тәүге урындарҙа килә.
Белешмәләр алыу өсөн 8 (347)286 95 26 телефонына шылтырата алаһығыҙ.