Белем һәм тәрбиә
19 Май 2020, 11:17

Ғилем эстәйем тигән кешегә кәртәләр юҡ

Хәл-торошҡа яраҡлаша белергә кәрәк, ти заман йәштәре.

Тотош донъяны ялмап алған коронавирус пандемияһы йәшәйешебеҙҙең һәр тармағына үҙгәреш индерҙе, быға тиклем яйға һалынған эшмәкәрлек төрҙәрен яңынан ҡарарға, үҙгәртеп ҡорорға мәжбүр итте. Әлбиттә, улар мәғариф системаһына ла ҡағылмай ҡалманы. Яҙғы каникулды бер аҙ оҙайтып, 6 апрелдә уҡыусылар һәм уҡытыусылар IV сиректе башлап ебәрҙе. Сер түгел, бер яңы эш тә еңел булмай.


Дистанцияла уҡытыу йәһәтенән дә байтаҡ ҡаршылыҡтар, мәшәҡәттәр килеп тыуҙы: ҡайҙалыр интернеттың тиҙлеге насар, кемдеңдер ноутбугы йәки смартфоны юҡ, кемдер экран аша бирелгәнде аңламай... Былар барыһы ла әкренләп яйға һалынды тиергә мөмкин, һәр хәлдә уҡыусылар бына икенсе ай инде онлайн тәртибендә белем алыуҙы дауам итә һәм уҡыу йылын да ошо рәүешле тамамлаясаҡ. Бөгөнгө мәҡәләлә беҙ башлыса быйылғы сығарылыш уҡыусылары тураһында һүҙ алып бармаҡсыбыҙ. Берҙәм дәүләт имтихандарына улар нисек әҙерләнә? Ата-әсәләрҙе, уҡыусыларҙы нимәләр борсой? Бындай шарттарҙа һынау биреү ҡурҡытмаймы?



“Уҡыу йылын аҙағынаса еткереү зарур”


Быйыл башланғыс класс уҡыусылары (I – IV кластар) уҡыу йылын – 22 майҙа, ә V – XI кластар 29 майҙа тамамлаясаҡ. 30 майҙан йәйге каникул башлана. Был хаҡта республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров та: “Мин баштан уҡ уҡыу йылын аҙағына тиклем еткереү яҡлы булдым”, – тине.


Дистанцияла уҡыу ойошторолоу менән төбәк етәксеһе сығарылыш класс уҡыусы­ларын, күп бала тәрбиәләгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе кәрәкле техник саралар менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәргәйне. Был йәһәттән апрель айында уҡ эш башланды һәм ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшелде. Май айында республика уҡыусыларының 100 проценты дистанцияла уҡый алыуы ла ошо хаҡта һөйләй.


Мохтаж ғаиләләрҙәге уҡыусы балаларҙы гаджеттар менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелеү менән “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” программаһын башлап ебәрҙе.


“Беҙҙең бурыс – әлеге ҡатмарлы осорҙа тиҙ арала уҡыусыларҙы дистанцияла уҡыу өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итеү. Акцияға барлыҡ партия ағзаларын, эре IT-компанияларҙы, предприятиеларҙы һәм битараф булмаған бөтә кешеләрҙе йәлеп итергә иҫәп тотабыҙ”, – тип белдергәйне партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.


Ҡулланыуҙа булған төҙөк техниканы һәм яңы гаджеттарҙы Өфөлә ике адрес бу­йынса ҡабул итеү ойошторолдо: Досто­евский урамы, 73 (телефон: 276-12-90) һәм Коммунистик урам, 39 (телефон: 298-04-62). Шулай уҡ партияның Башҡортос­тандағы барлыҡ ҡала һәм райондарҙағы бүлексәләрендә булдырылған “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәктәрендә лә ҡабул итеү пункттары эшләй.


Өйҙә уҡырға ярҙам итәләр


Әлеге программаға эшҡыуарҙар, депутаттар, етәкселәр, кеше хәленә битараф булмаған ябай халыҡ ихлас ҡушылды. Рәсәй юристары ассоциацияһы, хәйриә ярҙамы булараҡ, өс миллион һум аҡса күсерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был аҡсалата ярҙамды ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән сығарылыш класс уҡыусыларына йүнәлтергә тәҡдим итте.


Һөҙөмтәлә ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн 500 планшет алынды. Был ярҙам сығарылыш имтихандарын уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға инһен өсөн башлыса ХI класс уҡыусыларына тәғәйенләнде.


– Ҡатмарлы эпидемиологик осорҙа имтихан тапшырған балалар өсөн дистанцияла уҡыу айырыуса мөһим. Ун беренсе кластар, төрлө программаларҙан файҙаланып, сығарылыш имтихандарына әҙерләнә аласаҡ. Башҡортостан Башлығының ярҙамы менән республикала ошо проект тормошҡа ашырыла, 500 планшет һатып алынды, – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.


Бынан тыш, депутаттар, ойошмалар, эшҡыуарҙар ярҙамы менән тағы 200-гә яҡын ғаилә уҡыу өсөн кәрәкле техника менән тәьмин ителде. Был мәсьәләгә урындағы хакимиәттәр ҙә битараф ҡалманы, улар мохтаж ғаиләләрҙе гаджеттар менән тәьмин итеү эшен яйға һалыу йәһәтенән маҡсатлы эшләне һәм әле лә эшләй. Был тәңгәлдә Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары хакимиәттәрен билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ башланғысҡа райондар ҙа ҡушылды.


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Ғилмийәров “Башҡорт бройлеры” йәмғиәте менән берлектә Әлшәй районының IX һәм XI класс уҡыусыларына ярҙам күрһәткән. Улар сығарылыш уҡыусыларына алты профессиональ ноутбук һатып алып биргән. Ошондай уҡ бүләк Әлшәй районындағы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы тороу буйынса колл-үҙәккә лә яһалған.


Ун беренселәр БДИ-ға нисек әҙерләнә?


Әлбиттә, килеп тыуған хәлде бер нисек тә яҡшы тип әйтеп булмай. Әммә уҡыу йылын тамамларға, ә сығарылыш уҡыусыларына һынауҙарҙы уңышлы тапшырып, киләсәккә һөнәр һайларға, үҙ юлыңды билдәләргә кәрәк.


Дистанцияла уҡыуға күсеү БДИ-ға әҙерлек барышына ла үҙгәрештәр индерҙе. Балалар мәктәп тарафынан ойошторолған өҫтәмә курстарҙан, репетитор менән шөғөлләнеүҙән мәхрүм ҡалды. Был йәһәттән төрлө алымдар ғәмәлгә индерелә, Берҙәм дәүләт имтихандарына һәм Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса онлайн-консультациялар үтә. Мәҫәлән, шундай алымдағы күнекмәләрҙе БДИ-ға һәм ТДИ-ға әҙерлек буйынса республика предмет комиссиялары вәкилдәре лә уҙғара. Күптәр репетитор менән онлайн-режимда шөғөлләнә, шулай уҡ бөгөн интернетта ла һәр төрлө түләүле курстар, марафондар етерлек.


Былтыр мәктәпте тамамлаған ҡыҙым, “Школково” порталында курстарҙа шөғөлләнеп, белемен нығытты. “Минең өсөн бик яҡшы әҙерлек мәктәбе булды”, – тине ул. Рус теленән инша яҙыуға өйрәтеү буйынса бер аҙнаға иҫәпләнгән тиҙләтелгән марафонда ҡатнашты. Ошоноң ише курстарҙы юғары уҡыу йорттары ла күпләп уҙғара, был хаҡта уларҙың рәсми сайттарында мәғлүмәт етерлек.


Ә быйылғы сығарылыш уҡыусылары имтихандарға нисек әҙерләнә икән? Кәйефтәре нисек? Әлеге хәл-торош ҡурҡытмаймы? Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, уларҙың үҙҙәренә һәм атай-әсәйҙәренә мөрәжәғәт иттек.


Гөлнара БУРАНҠАЕВА,

Өфө ҡалаһы:

– Ҡыҙым Гөлнәзирә Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙер­ләнә, әммә бик борсолмай. Мин үҙем дә тынысмын, яҙғаны булыр, артыҡ борсолоп, нервы бөтөрөргә ярамай, тигән ҡараштамын.


Гөлнәзирә ҡышҡыһын, мең ярым кеше араһынан конкурста еңеп, Чехияның Прага университетына грант отҡайны. Тағы ла бер нисә урындан яуап көтәбеҙ, уларына үткәнме-юҡмы – әлегә билдәһеҙ. Шулай уҡ Төркиәнең бер нисә яҡшы университетынан саҡырыу алды, сөнки алдағы йылдарҙа халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, үҙен күрһәтеп өлгөргәйне. Сит илдә уҡыйым тигән маҡсаты булғас, тәүҙә БДИ-ға артыҡ иғтибар бирмәне. Үҙе өсөн генә йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һәм инглиз телен һайланы, әммә донъялағы хәл-торош үҙгәреп китеп, бәлки, сиктәр асылмаҫ, уҡырға китә алмаҫмын тигән уй барлыҡҡа килгәс, үҙебеҙҙәге уҡыу йорттарын да барлай башланыҡ. Әле факультеттар һайлау менән мәшғүлбеҙ. Пандемияға бәйле хәл тап бына шул йәһәттән беҙгә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Әммә беҙ танауҙы төшөрмәйбеҙ, XI класты тамамлағас, мотлаҡ юғары уҡыу йортона инергә тигән инаныуыбыҙ ҙа юҡ.


Гөлнәзирә лә, бөгөнгө замандың бихисап йәштәре кеүек, үҙен төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша, “Инстаграм”да тура эфирҙар алып бара, башҡа йүнәлештәрҙә консультациялар менән үҙенә етерлек аҡса эшләй. Әлеге мәлдә уҡыуҙан тыш махсус курстарҙа шөғөлләнә, инглиз теленән Искәндәр Миңлейәров ойошторған интенсив курс үтә, башҡа төрлө алымдар ярҙамында ла күп уҡый.


Карантин ҡасан бөтөр, сиктәр асылырмы, ҡайҙа уҡырға барыр – әлегә билдәһеҙ. Ҡыҙым күберәк үҙенә кәрәкле фәндәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү һәм интернетта эшләү менән мәшғүл, кистәрен йүгерә, спорт менән шөғөлләнә. Психологик йәһәттән дә ауырлыҡ тойманыҡ, заманға, хәл-торошҡа яраҡлаша белергә кәрәк икәнен ҡыҙым яҡшы аңлай.


Миләүшә НУРДӘҮЛӘТОВА,

Сибай ҡалаһы:

– Мин XI класты тамамлайым. Әлбиттә, коронавирус арҡаһында күп шарттарҙың үҙгәреүе, кисектерелеүе беҙҙең өсөн яҡшы түгел. Мәҫәлән, кеше ғүмерендә бер генә тапҡыр булған “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһының, хушлашыу вальсының булмауы ла күңелде ҡырып тора. Әммә, аҡыл менән уйлап, Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуҙың, үҙең теләгән ергә уҡырға инеүҙең, ғүмерлек һөнәрҙе дөрөҫ һайлауҙың мөһимерәк икәнен аңлайбыҙ. Шуға күрә үҙаллы әҙерләнергә, ваҡытты дөрөҫ ойошторорға тырышам. Тәүге мәлдә ҡыйыныраҡ булды, хәҙер үҙемә ныҡлы көн тәртибе, аҙналыҡ эштәр теҙмәһе әҙерләйем һәм мотлаҡ шуны үтәргә тырышам. Математиканан һәм физиканан репетитор менән онлайн-алымда шөғөлләнәм. Тырышһаң, барыһына ла ирешергә мөмкин, тип уйлайым. Үҙемә лә, тиҫтерҙәремә лә уңыштар теләйем!
Читайте нас