Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Май 2020, 17:45

Китап уҡығандың күңеле нурлы булыр

Ҡыҙыҡһыныу уятырға мөмкин.

Хәҙерге заман балаларының китап уҡымауы, был шөғөлдө үҙ итмәүе тураһында күп тапҡыр ишеткәнебеҙ бар. Бының сәбәбен күптәр интернет һәм гаджеттарҙа күрә. Әммә заман технологиялары тормошобоҙға үтеп ингәнгә тиклем үк китап һөйөүселәр һәм уҡырға яратмаусылар булған. Әлбиттә, һәр ата-әсәнең белемгә ынтылған, аҡыллы, уҡырға әүәҫ бала тәрбиәләп үҫтерергә теләүе аңлашыла. Ләкин ҡайһы бер осраҡта китап яратҡан ғаиләләрҙә лә был шөғөлгә бөтөнләй битараф бала буй еткереүе мөмкин. Балала китап уҡырға теләк булдырыу һәм ошо ҡыҙыҡһыныуҙы һүндермәү юҫығында атай-әсәй нимә эшләй ала?



Сәңгелдәктән китап менән


Сымылдыҡта ятҡан сабый әсәһенең нимә уҡығанын аңламай әле, әммә уны ҡәҙерле кешеһенең тауышы тынысландыра, уның янында икәнлеген белдерә. Был осорҙа ҡыҫҡа ғына шиғырҙар, тиҙәйткестәр, һамаҡтар ҡулай.
Йәш ярымға тиклем баланың һүҙ запасы әүҙем формалаша, ике йәшендә тотош һөйләмдәрҙе аңлап ҡабул итә, ә инде өс йәшлек бала – тыңлаусы ғына түгел, йәнле әңгәмәсе лә. Әммә баланың иғтибарҙы тота белеү үҙенсәлеген дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай: бер йәшлек балалар өс-дүрт минуттан иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтә башлай, өс йәшлектәр ҡыҙыҡлы әкиәтте 15-20 минут самаһы тыңларға һәләтле.


Уҡыуға – уйын аша


“Уҡыһаң – күпте белерһең”, “Ошоно уҡып сыҡһаң – белемең артыр” – бындай дәлилдәр менән уҡырға һөйөү уятыу бик икеле. Бәләкәй бала китапты уйын аша белеп үҫһә, отошлораҡ буласаҡ. Хәрәкәтсән уйындарҙан арып киткән баланы әкиәт йә шиғыр уҡып, ял иттерергә мөмкин.
Китап уҡыу менән бәйле уйын шарттарын һәм ҡағиҙәләрен һәр атай-әсәй, балаһының ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, үҙҙәре уйлап таба ала.


Ҡабатлау – уҡыуҙың әсәһе


Баланың ҡабат-ҡабат бер үк әкиәтте йәки шиғырҙы уҡыуығыҙҙы һорауына аптырарға йә ризаһыҙлыҡ белдерергә ярамай. Был психологик комфорт тойғоһо менән бәйле, ошо әкиәтте уҡығанда балаға рәхәт һәм тыныс, ул үҙен яҡлаулы, һаҡлаулы тоя. Бәләкәй саҡта һеҙҙең дә яратҡан китабығыҙ булғандыр. Бәлки, балағыҙҙы үҙегеҙҙең яратҡан китабығыҙ менән таныштырыу теләге лә тыуыр.


Китап һайлау


Нимә уҡырға икәнлеген баланың үҙенә һайларға юл ҡуйығыҙ. Һәр бер китап кешене нимәгә булһа ла өйрәтә: проза әҫәрҙәре тел байлығын тулыландыра, поэзия – үҙе бер серле донъя! Алда әйтеп үтелгәнсә, туҙғансы уҡылған яратҡан китап психологик комфорт тойғоһо бирһә, әле таныш түгел яңы йыйынтыҡ бығаса билдәле булмаған серҙәрҙе асасаҡ. Әкиәттәр фантазияны байыта, күҙ алдына килтерә белеү һәләтен үҫтерә, йәшәйешкә бағышланған хикәйә һәм романдар тормош тәжрибәһе бирә. Бәләкәй генә хикәйә-очерктар мәғлүмәтте нисек тос еткерергә мөмкин икәнлеген күрһәтһә, ҡалын-ҡалын романдар хәтерҙе үҫтерә, түҙемлеккә өйрәтә.
Китап магазинына барыу, теләгән китабыңды ҡулыңда тотоп, асып ҡарап, һатып алыу мөмкинлеге лә булһа – тағы ла яҡшы! Китап менән танышыуҙы бала өсөн бәләкәй генә байрамға әйләндереп ебәргәндә, белемгә ынтылыу көсәйәсәк кенә.


Дуҫтарың кем?


“Дуҫыңдың кем икәнлеген әйт, мин һинең кемлегеңде әйтермен”, – тигән боронғо грек драматургы һәм шағиры Еврипид. Ысынлап та, әгәр баланың янында китап яратҡан бер-ике дуҫы бар икән, уның да уҡыуға ынтылышы барлыҡҡа килеренә өмөт ҙур, сөнки уҡылған китаптар буйынса фекер алышыу, ҡыҙыҡлы урынын бергәләп уҡыу дуҫлыҡты тағы ла нығытып ебәрәсәк. Бәләкәй генә шәхси китапханаңдан дуҫыңа китап биреп тороу, үҙең ул тәҡдим иткән китапты алып уҡыу – шулай уҡ ныҡлы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәренә, китап һөйөүгә табан бер аҙым.


Иң мөһиме – шәхси өлгө


Ниндәй генә дәлилдәр килтереп, белем алыуҙың ни тиклем мөһимлеген аңлатырға тырышмайыҡ, ата-әсәһе бөтөнләй китап тотмаған ғаиләлә уҡырға ынтылып торған баланың үҫеүе бик икеле. Шуға күрә китап уҡырға яратыу тигән яҡшы, ыңғай шөғөлдө ата-әсә иң беренсе үҙҙәрендә булдырырға һәм тәрбиәләргә тейеш. Кискеһен нисек кенә арып ҡайтһағыҙ ҙа, ун төрлө эшегеҙ өйөлөп ятһа ла, көнөнә 10-15 минут ваҡытығыҙҙы балалар менән китап уҡыуға арнарға тырышығыҙ.
Китап тотоп ултырған балаларығыҙға ҡарап ҡыуанып ҡына ҡалмағыҙ, уларҙың нимә уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Йәшенә тура килмәгән йәки тыйылған әҙәбиәтте уҡыу баланың рухи һәм әхлаҡи үҫешенә зыян килтереүе ихтимал.

Уҡыған китабы тураһында һеҙҙең менән фекер алышырға теләй икән, бик яҡшы! Аңлашылмаған урындарын һорауы, бәхәсле ерҙәренә һеҙҙең ҡарашты белергә тырышыуы балағыҙҙың ышанысы, һеҙҙең абруйығыҙ хаҡында һөйләй.


Тәүге китап бүләк иткән тәьҫораттар


Мин үҙем төрлө йүнәлештәге китаптарға бай, уҡырға яратҡан ғаиләлә үҫтем. Бынан тыш, беҙҙең ғаилә тиҫтәләп гәзит һәм журнал алдырҙы. Дүрт-биш йәштәрҙә атай менән әсәй миңә алмашлап “Айболит” әкиәтен уҡый торғайны. Бер ваҡыт атайым төш мәлендә бер нисә битен уҡыны ла эшкә сығып китте. Төштән һуң эштән ҡайтҡан әсәйем китаптың шул уҡ биттәрен асып, ҡабатлап уҡый башланы. Мин: “Уларҙы атай уҡыны, ошонда туҡтаныҡ”, – тип күрһәттем. Әсәйем: “Эй, зиһенле бит әле!” – тип аптырағайны.
Мәктәпкә барып, ныҡлы уҡырға өйрәнгәс, тәүге үҙаллы уҡыған китабым Мостай Кәримдеке булды. Унда “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм “Өс таған” повестары ингән ине. Йәйге каникул ваҡытында тәмен белеп, яйлап ошо китапты уҡып сыҡтым. Был әҫәрҙәр шул тиклем оҡшаны, башкөллө шул донъяға сумғандай булдым, Йәмил һәм Оксана, Ғабдулла һәм Айҙар менән бергә шатландым да, ҡайғырҙым да. Уҡып бөткәс, күңелем тулып илап ебәргәнемде лә хәтерләйем, сөнки миңә үҙ тормошомда иң ҡыҙыҡлы, иң яҡшы әҫәрҙәрҙе уҡығанмын, донъяла быларҙан да һәйбәтерәк, ҡыҙыҡлыраҡ повесть-романдар ҡабат тапмаҫмын кеүек тойолдо. Йәшәй килә ошо ике бәләкәй генә повестың шундай ҙур, мауыҡтырғыс китап донъяһына илткән һуҡмаҡ икәнлеген аңланым. Хәҙерге ваҡытта ла ҙур кинәнес менән башҡорт, рус һәм донъя классикаһын уҡыйым. Уҡыған һайын китаптың икһеҙ-сикһеҙ ғаләм икәнлегенә төшөнәм.

Читайте нас в