Белем һәм тәрбиә
19 Май 2020, 11:04

Уҡыусылары төбәкте данлай

Ысын педагогтың булмышы балаларға бағышлана.

Рысай ауылында йәшәгән Зөлфиә Хужахмәтова уҡыусыларын юғары уңыштарға көйләй белгән, талапсан, ғәҙел белгес булараҡ таныш.


Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы 1975 йылда Ҡоҙаш ауылында донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Рысай ауылына эшкә килә. “Һөнәри тормошомда ике кеше мөһим роль уйнаны, – ти ул. – Мәктәптә химия, биологиянан төплө белем биргән көслө уҡытыусы Әлфиҙә Сатлыҡова һәм эш башлағанда ярҙам күрһәткән ул ваҡыттағы мәктәп директоры Сабир Хәсәнов. Икеһе лә үҙ эштәренең оҫтаһы, бик талапсан, ғәҙел булды”.
Зөлфиә ошо уҡ ауыл егете Фаил Ғизитдин улы менән танышып, тормош ҡора. Ике ул тәрбиәләй Хужахмәтовтар. Өлкәндәре, Эмиль, Башҡортостан дәүләт медицина университетының дүртенсе курсында белем ала. Мәктәптә лә һынатмай ул: “бишле”гә генә уҡыған егет Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшә, президент стипендиаты була. Ата-әсәһенең, ағаһының ҡыуанысы, һөйөнөсө булып кинйәләре Әҙел үҫеп килә. Ул әле балалар баҡсаһына йөрөй.

Уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе, тәү сиратта, уҡыусыларҙың уңыштарында сағыла. 22 йыл эш стажы арауығында Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы төрлө кимәлдәрҙәге олимпиадаларҙа, 100-ҙән ашыу конкурстарҙа бихисап еңеүсе әҙерләгән. 2013 йылда ҡала-район буйынса алты бала Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында призер була, өсөһө – Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы уҡыусылары. Һуңғылары араһынан береһе район тарихында тәүге тапҡыр олимпиаданың йомғаҡлау этабында ҡатнаша.
2014 йылда дүрт уҡыусы төбәк кимәленә сыға, икеһе – шулай уҡ Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы уҡыусылары. Уҙған йылда уның уҡыусыһы Зилиә Зәйнәғәбдинова экология буйынса Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының һуңғы этабында ҡатнаша. Призерҙар исемлегенә инергә уға ни бары бер генә балл етмәй. БДИ буйынса ла Зөлфиә Хужахмәтова яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә: имтихан тапшырыусыларҙың күпселеге – юғары балл йыйыусылар.
– Уҡыусыларым араһында Өфө дәүләт нефть техник, Силәбе медицина, Мәскәү дизайн һәм технологиялар, Санкт-Петербург университеттарын тамамлағандар бар. Әммә быға тиклем Ҡазан федераль һәм Б. Ельцин исемендәге Урал федераль университеттарына ингәндәре юҡ ине әле. Уҡыусыларым Зилиә Зәйнәғәбдинова һәм Дилә Фәйзуллина менән сикһеҙ ғорурланам, – ул тәрбиәләнеүселәре тураһында шулай илһамланып һөйләй, йөҙөнән нур бөркөлә, ә һүҙҙәрендә ихлас һөйөү сағыла. – Исем өсөн генә эшләмәйем, тәү сиратта һөҙөмтә талап итәм. Уҡыусыларымдың уңышы – минең өсөн иң юғары баһа.
Был һүҙҙәрҙе уҡытыусының шәхси уңыштары ла дәлилләй. Юғары категориялы химия һәм биология уҡытыусыһы – “Йыл уҡытыусыһы-2002” конкурсы призеры, “Йыл педагогы-2013” конкурсында Гран-при яулаған. Йәнә Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, 2006, 2015 йылдарҙа “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты еңеүсеһе, Уҡытыусылар съезы делегаты һ.б.
Уҡытыусы һөнәре – бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын педагог булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк. Шунда ғына уҡыусыла белемгә һөйөү уята, уны аң-белемгә әйҙәп була. Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы – тап ошондай уҡытыусыларҙың береһе.

Читайте нас