Белем һәм тәрбиә
21 Май 2020, 08:30

Балалар өсөн – яңы баҡса

Быйыл тағы ла 27 объект - дүрт мәктәп, 20 балалар баҡсаһы һәм баҡса менән берләштерелгән өс мәктәп төҙөү күҙаллана.

Иглин районының Иглин ауылында 260 урынлыҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы һалына. Ауылдың Силантьев урамында урынлашҡан объекттың майҙаны – өс мең квадрат метрҙан ашыу.
Баҡса төҙөлөшө былтыр ноябрҙә башланғайны, эште 2020 йыл аҙағына тиклем тамамларға ниәтләйҙәр. Әле бина тулыһынса һалынған, тәҙрәләр ҡуйылған, ҡыйыҡты ябыу тамамланып килә. Тышҡы биҙәү эштәре яртылаш башҡарылған. Төҙөүселәр бер үк ваҡытта эске һәм тышҡы йылылыҡ, елләтеү, һыу тәьминәте, яҡтылыҡ һәм канализация системаларын үткәрә. Иң аҙаҡтан ҡорамалдар, йыһаз килтереләсәк, баҡса биләмәһе төҙөкләндереләсәк.
Объекттың дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “Эстра” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Балалар баҡсаһының дөйөм хаҡы 186 миллион һум самаһы тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, йыл башында Иглин ауылында 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 640 урынлыҡ яңы мәктәп асылғайны. Быйыл Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә “Мәғариф” тармағы буйынса тағы ла 27 объект - дүрт мәктәп, 20 балалар баҡсаһы һәм баҡса менән берләштерелгән өс мәктәп төҙөү күҙаллана.
Фото: building.bashkortostan.ru
Читайте нас