Белем һәм тәрбиә
22 Май 2020, 10:34

Тел йәшәһә, халыҡ та йәшәй

Хөрмәтле, гәзит уҡыусылар! Бөгөн “Еҙ ҡыңғырау”ҙа ҡунаҡта – Хәйбулла районының иң шәп, һәр йәһәттән дә алдынғы уҡыусылары. Республикабыҙҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Хәйбулла тиһәләр, шунда уҡ сал ҡылғанлы дала, йәйрәп ятҡан үҙән күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, ижадсыларҙың һәр береһенең яҙмаһында ошо төбәктең һулышы тойола, шул уҡ ваҡытта туған телебеҙ өсөн тәрән борсолоу ҙа белдерә үҫмерҙәр.

Хөрмәтле, гәзит уҡыусылар! Бөгөн “Еҙ ҡыңғырау”ҙа ҡунаҡта – Хәйбулла районының иң шәп, һәр йәһәттән дә алдынғы уҡыусылары. Республикабыҙҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Хәйбулла тиһәләр, шунда уҡ сал ҡылғанлы дала, йәйрәп ятҡан үҙән күҙ алдына баҫа. Ысынлап та, ижадсыларҙың һәр береһенең яҙмаһында ошо төбәктең һулышы тойола, шул уҡ ваҡытта туған телебеҙ өсөн тәрән борсолоу ҙа белдерә үҫмерҙәр.


Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ.

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ.

( Рәми Ғарипов).

Башҡортостандың халыҡ шағиры, милләтебеҙҙең аҫыл улдарының береһе, “милләтем, телем” тип янған күренекле шәхесебеҙ Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын белмәгән башҡорт бик һирәктер. Уҡытыусы менән бергәләп был шиғырҙың көйгә һалынған йырын да өйрәнгәс, оҙаҡ ҡына уны үҙ алдыма көйләп йөрөнөм. Ә үткән уҡыу йылында мәктәп менән ошо юлдарҙы флешмоб формаһында башҡарыу бәләкәс йөрәгемдә оло ғорурлыҡ хисе уятҡайны.


Донъяла күпме халыҡ йәшәй, шунса тел бар. Ер йөҙөндә беҙ белмәгән әллә нисәмә сит телдә күпме халыҡ аралаша, һөйләшә. Беҙ, бәлки, һөйләштәрен бер ваҡытта ла ишетмәйбеҙҙер ҙә, ләкин телдәре бар, йәшәй һәм улар өсөн үҙ телдәре – иң яҡыны туған теле! Ниндәй милләт, ниндәй халыҡ булмаһын, һәр кем өсөн үҙ теле ҡәҙерле. Минеңсә, бе­рәүҙең дә икенсе бер телде яманларға, хур­ларға хаҡы юҡ. Күп тел белеү бер кем­гә лә ҡамасауламай, ул кешенең уҡы­мышлылығын, тырышлығын күрһәтә.
Туған телде һайлап алып булмай. Ул кешегә тыуған ерендә йәшәгән ата-әсә ҡаны, ата-бабаларҙың аҡыллы кәңәше, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, йырҙары, әкиәт­тәре аша бирелә. Һәр халыҡтың үҙ ғөрөф-ғәҙәте, йолалары, милли аш-һыуы, яратып башҡарған йырҙары бар. Мәҫәлән, башҡорттоң бишбармағын, үзбәктең былауын, урыҫтың щиһын шул халыҡ вәкилдәре генә тәмле итеп бешерә ала.
Моңло башҡорт йырҙарын башҡорт ҡына еренә еткереп, күңелдәргә үтерлек итеп оҫта башҡара ала. Нисәмә йыл беҙҙең менән бергә йәшәгән урыҫ халҡының Пасха байрамын улар үҙҙәре генә күңелдәренә яҡын итеп үткәрә ала. Төрлө төҫкә йомортҡа буяу, өй беренсә йөрөгән бала-сағаға кәнфит, печенье таратыу башҡорт халҡының “әйселәү”енә яҡын, ләкин барыбер улар икеһе ике байрам. Байрамдар, йолалар һәр халыҡ өсөн изге, шуға күрә ул йәшәһен тиһәк, ошо йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмай, һаҡлап, быуындан-быуынға тапшырып йәшәгән милләттең генә киләсәге бар, тип әйтергә мөмкин.

Минең туған телем – тәү башлап “атай, әсәй” тип әйткән ғәзиз башҡорт теле. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева яҙыуынса:

Моң шишмәһе һандуғастай,

йырсы ла ул,

Һығылма бил тал сыбыҡтай,

нәфис тә ул,

Аллы- гөллө гөл сәскәләй, наҙлы ла ул.

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт

теле – минең телем.
Ниндәй матур һүҙҙәр! Әйҙә, талдарҙа һандуғас һайраһын, шул ерҙә йәшәгән халҡым ҡыуанып тыңлаһын! Һанду­ғастың үҙ теле, халҡымдың – башҡорт теле. Нәфис тал сыбыҡтан ағай-атайҙар мурҙа үргәндә саф башҡорт телендә көй һуҙһын.
Йәмле йәй көндәрендә аллы-гөллө сәскәләр араһына ҡыҙҙар йырлай-йырлай еләк йыйһын. Һәр ерҙең үҙ емеше, үҙ еләге. Шунда ғына үҙ телебеҙҙе һаҡлап ҡалырбыҙ, быуындан-быуынға тап­шырырбыҙ.
Инша яҙа башлағас, интернет селтә­ренә инеп ҡарағайным, унда халыҡтың башҡорт телендә һөйләшкән һаны бер миллиондан ашыу тиелгән. Шул уҡ ваҡытта хәүефле статусҡа индергәндәр. Тимәк, туған телебеҙ юғалыу кимәлендә, уға ҡурҡыныс янай. Быуындан-быуынға һаҡланған телебеҙ беҙҙең быуынға килеп еткәс, юҡҡа сыҡһа, нимә булыр? Телебеҙ, шулай уҡ еребеҙ ҙә юҡҡа сығырмы икән ни? Ысынлап та, саф башҡортса һөйләшкән йәштәрҙең, уҡыусыларҙың, бәләкәстәрҙең һаны кәмегәндән-кәмей. Ә өлкән олатай-өләсәйҙәрҙең, инәйҙәрҙең һөйләшкәнен ишетһәң, ҡайһылай матур! Уларҙың телмәре моңло бер йыр һымаҡ ишетелә.
Минеңсә, бөтә башланғыстың баш­ланғысы – өй, ғаилә тәрбиәһе. Бәләкәйҙән халыҡ әкиәттәрен, үҙ телендә бишек йырҙарын тыңлап, милләт рухында тәрбиәләнгән, халыҡ батырҙары, шәхестәре тураһында китаптар уҡып үҫкән бала үҙ телен онотмаҫ ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙыуынса, “телле көйө телһеҙ башҡорттар бар...” тигән юлдары тап балаларын үҙ телендә һөйләшергә өйрәтмәгән ата-әсәләр тураһында. Ә беҙҙең арала Тыуған илем, ерем, туған телем тип янып йәшәгән кешеләр әҙ түгел. Тимәк, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Тыуған Башҡорт­останыбыҙҙа башҡорт телем йәшәһен, үҙ телемдә йырҙар яңғыраһын, балалар башҡортса аралашһын, йола, ғөрөф- ғәҙәттәр юғалмаһын, башҡорт рухы һәр кемдең күңелендә урын алһын! Ошондай мөрәжәғәт менән замандаштарыма, ҡусты-һеңлеләремә, киләсәк быуынға өндәшәм.
Читайте нас