Уңышлы кеше ниндәй була? Маҡсатҡа нисек өлгәшергә? Уңыш төшөнсәһе үҙ эсенә нимәне ала? Ошо һорауҙарға яуап биреү, балаларҙа тырышлыҡ, сабырлыҡ, ҡуйылған ниәттәргә өлгәшеү кеүек сифаттар тәрбиәләү өсөн Өфөнөң 44-се күп профилле полилингваль мәктәбендә “Уңышҡа юл” мәғариф проекты тормошҡа ашырыла.
Мәктәп директоры Азат Батыршин әйтеүенсә, ошондай проектты ғәмәлгә индереү идеяһын кәңәшмәләрҙең береһендә республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән. Ул тормошҡа ашырылған мәлдә балалар танылған шәхестәр, эшҡыуарҙар, сәйәси эшмәкәрҙәр, власть вәкилдәре, билдәле спортсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашҡан.
Яҡташыбыҙ – 26 йәшендә Forbes версияһы буйынса 30 йәшкә тиклемге иң перспективалы 30 Рәсәй гражданы рейтингы номинанты булған Валерия Коган – шундай шәхестәрҙең береһе. Уның менән бәйләнешкә инергә әсәһе, танылған психолог Виктория Павлова ярҙам итә. Сығарылыш уҡыусылары өсөн онлайн-дәрестәр үткәргән Виктория Викторовна ҡыҙы тураһында һөйләй. Балалар Валерия менән осрашырға теләк белдерә. Ҡыҙ ризалаша.
Валерия Өфөлә тыуып үҫкән. Баш ҡалабыҙҙағы 153-сө лицейҙы тамамлап, Мәскәү физик-техник институтына инә. Артабан Израилдәге Ариэль университеты аспирантураһында уҡырға ҡарар итә. Бында ул биологиялағы мәғлүмәттәргә анализ һәм биоинформатика менән шөғөлләнә. 2018 йылда Рәсәйҙә помидор, ҡыяр үҫтергән таныштары уға Fermata стартапы идеяһы тураһында һөйләй. Улар Валерияға теплицала йәшелсә үҫтереү ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләй, ҡыҙ яһалма интеллект ҡулланып ярҙам итергә була. Фекерҙәштәре менән ул реаль ваҡыт режимында үҫемлектәргә мониторинг өсөн платформа төҙөй.
Былтыр ғинуарҙа яҡташыбыҙҙың компанияһы шәхси инвесторҙан 1,1 миллион доллар, ә быйыл мартта Британияның Massa Innovations фондынан һәм бер нисә шәхси инвесторҙан 3,7 миллион доллар инвестиция алыуға өлгәшә. Әле Валерия Коган менән уның партнеры Антон Лизунов акцияларҙың контроль пакетына эйә.
Эшҡыуар Өфө уҡыусыларына уңыш серҙәре хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, иң элек тормошоңдо ҡыҙығыраҡ итеү өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен аңларға, эске тойомлауға ҡолаҡ һалырға кәрәк. “Күңелеңә ятҡан шөғөлдө табыу шарт. Тотонған эшең килеп сыҡмай икән, тимәк, ул һинеке түгел, артабан атлағыҙ, эҙләнегеҙ. Башҡарған хеҙмәтеңдең мөһимлеген аңлау фарыз. Технологик бизнеста үҙең асҡан өлкәлә профессионал, эксперт булыу мотлаҡ, – ти ул. – Тағы ла бер мөһим нәмә – төплө белем. Абруйлы юғары уҡыу йортон һайлағыҙ. Ул халыҡ-ара проекттарҙа брендты тәшкил итә: һиңә ышаналар, үҙ кеше итеп ҡарайҙар. Яңы нәмә уйлап табыу өсөн ғәмәлдәгене яҡшы белергә кәрәк. Шулай уҡ һиңә терәк-таяныс булырҙай команда ҙур әһәмиәткә эйә. Уңыщлы эшҡыуарҙарҙың сере нимәлә? Беренсенән, башҡалар мөмкинлек юҡ тигән ерҙә уны күрә белеү һәләте. Икенсенән, идеянан продукт яһау”.