Бөгөн, 25 майҙа, йылдар буйына дауам иткән матур йолаға ярашлы, мәктәптәрҙә Һуңғы ҡыңғырау сыңлап, уҡыу йылының тамамланыуы, 11-се класс уҡыусыларының мәктәп йылдары, ғәмһеҙ бала саҡ менән хушлашыуы хаҡында хәбәр итер ине... Әммә тормош гел генә беҙ теләгәнсә бармай шул.
Был көндә республикабыҙҙың күп мәктәптәрендә, ғәҙәттә, шағирә, һәүәҫкәр композитор, драматург Зөһрә Фәйзуллина ижад иткән “Мәктәп вальсы” яңғырай.
“Был донъяға нимә булған?
Ә күҙҙәргә һағыш тулған…”
Был йырҙың тарихы уҙған быуаттың 80-се йылдары уртаһына барып тоташа. Йырҙың авторы Зөһрә Фәйзуллина бына нимә ти: "Мәктәп вальсы” йыры Сибай гимназия-интернатында уҡытыусы булып эшләгән йылдарҙа яҙылды. Йыр минең сығарылыш уҡыусыларыма бағышланды. Ә бар республикаға беренсе булып сәхнә йондоҙо, моңло һандуғас Алһыу Бәхтиева яңғыратты. Был йыр 35 йыл буйына меңдәрсә уҡыусының күңелендә мәктәп йылдарының һуңғы ҡыңғырауы булып яңғырай. Ул радио аша ныҡлап тарала башлағас, бик күп төбәктәрҙән, хатта Татарстандан йыр һүҙҙәрен, көйөн һорап яҙылған хаттар алдым”.
Ә бына Зөһрә Хәдит ҡыҙының уҡыусыһы Таңсулпан Ғәҙелшинаның хәтирәһе: “Класс етәксеһе булараҡ, Зөһрә Хәдит ҡыҙы беҙҙе төрлө ҡыҙыҡлы шөғөлдәр менән мауыҡтырырға тырышты (шиғыр яҙыу, ҡурсаҡ театры, халыҡ театры ойоштороу, вокаль ансамбль һәм башҡалар). "Мәктәп вальсы" йырын беҙҙең сығарылыш кисәһенә бағышлап яҙғайны. Беренселәрҙән булып башҡарыу бәхете беҙҙең өлөшкә төштө”.
Сибай гимназия-интернатында уҡыған шағирә Рәзилә Ырыҫҡужина ла был йыр менән бәйле матур хәтирәләре менән уртаҡлашты: “Тәү тапҡыр “Мәктәп вальсы”н ишеткәс, мин уны интернатыбыҙҙың гимнылыр тип уйлағайным, сөнки һуңғы Ҡыңғырау байрамы башланғанда, иң тәүҙә ҡыҙыл байраҡ индерәләр, шунан һуң ошо йыр йырлана, сығарылыш класы уҡыусылары вальс әйләнә...
Йөрәк төпкөлөнән урғылып сығып, башҡаларҙы ла моң донъяһында бәүелтер вальс ул. Был моң изгелеккә, яҡтылыҡҡа сорнай, күңелгә өмөт осҡондарын һала, дәрт-дарман өҫтәй...”