Белем һәм тәрбиә
25 Мая 2020, 18:30

Уҡытыусымдан ғүмерлек һабаҡ

Рәмзил ИШҺАРИН, Дәүләт Думаһы депутаты: "...Мин спорт ҡаҙаныштары буйынса башҡаларҙан әллә ни айырылмай инем, шуға ла физкультура уҡытыусыһы бер йыл май байрамдарына бүтән спортсылар менән бергә Ҡаҙаяҡҡа саҡырғас, аптырап ҡалдым. Күңелемдә оло ғорурлыҡ уянды. Ошо урында ҡайһы берәүҙәр уҡытыусы тарафынан балалар хеҙмәтен ҡулланыу тураһында уйлап ҡуйыр: май байрамдары, яҙғы баҫыу эштәрендә лә, шәхси ихатала ла мәшәҡәт күп, ярҙам кәрәк... Дөрөҫөн әйткәндә, ысынлап та..."

Мин, 1-се мәктәп-интернаттың (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) барлыҡ сығарылыш уҡыусылары кеүек үк, яратҡан белем усағыбыҙҙа булған сағыу ваҡиғаларҙы, үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе бик күп иҫкә төшөрә алам. Өс тиҫтәгә яҡын йыл үтһә лә, ул хәтирәләр бер ҙә йыраҡта ҡалған һымаҡ түгел...
Бының сәбәбе бәлки шундалыр ҙа: беҙ мәктәп дуҫтарыбыҙ менән йыш осрашып торабыҙ, һәр ваҡыт үткәндәрҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Йыраҡта ҡалған ваҡиғалар гелән йылылыҡ, һағыш менән хәтергә алына. Уларҙың ҡайһылары күңелгә бәхетле, шат балалыҡ йылдары иҫтәлектәре генә түгел, ә бөтөн тормошобоҙға нигеҙ һалған һабаҡ булараҡ уйылған.
Ошондай оло тәрбиә дәрестәренең береһен мин күп быуын сығарылыш уҡыусыларының яратҡан остазы, физкультура уҡытыусыһы һәм легендар кеше Рәүеф Ғәзиз улы Кәримовтан алдым. Уның бәләкәй Ватанына һөйөүе күңелемә шул ҡәҙәр ныҡ тәьҫир итте, алдағы тормош принциптарыма йоғонто яһаны.
Рәүеф Ғәзиз улы бик ғәҙел кеше булды. Дәрестәрендә һәр кемгә тигеҙ ҡарай, дөрөҫөрәге, барлыҡ уҡыусыларға ла берҙәй талапсан ине. Уҡыуҙан тыш ваҡыттарҙа иһә спортҡа башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ тартылғандарҙы үҙ янына туплау сараһын да күрә торғайны. Улар менән өҫтәмә шөғөлләнде, ҡайҙалыр походҡа ла алып сығып китер ине. Әммә иң өҫтөнлөклөһө шул булды: Рәүеф Ғәзиз улы айырым уҡыусыларҙы ял көндәрендә үҙенең бәләкәй Ватанына – Иглин районының Ҡаҙаяҡ ауылына алып ҡайта торғайны. Был төркөмгә эләгеү һәр кем өсөн оло бәхеткә тиң ине.
Тыуған ауылында уҡытыусыбыҙҙың өйө булды. Мин спорт ҡаҙаныштары буйынса башҡаларҙан әллә ни айырылмай инем, шуға ла Рәүеф Ғәзиз улы бер йыл май байрамдарына бүтән спортсылар менән бергә Ҡаҙаяҡҡа саҡырғас, аптырап ҡалдым. Күңелемдә оло ғорурлыҡ уянды. Ошо урында ҡайһы берәүҙәр уҡытыусы тарафынан балалар хеҙмәтен ҡулланыу тураһында уйлап ҡуйыр: май байрамдары, яҙғы баҫыу эштәрендә лә, шәхси ихатала ла мәшәҡәт күп, ярҙам кәрәк...
Дөрөҫөн әйткәндә, сәфәр алдынан уҡытыусыбыҙ, ысынлап та, ер ҡаҙасағыбыҙ, ҡапҡаларҙы йүнәтәсәгебеҙ тураһында иҫкәртеп ҡуйҙы. Беҙгә – өлкән кластарҙа уҡыған ныҡлы ауыл егеттәренә – был эштәрҙең барыһы ла яҡшы таныш. Дәртләнеп, шатланып юлландыҡ Ҡаҙаяҡҡа. Ауылда өс көн дауамында ошо эштәр менән шөғөлләндек. Әммә уҡытыусыбыҙҙың йорт яны хужалығында түгел...
Рәүеф Ғәзиз улы үҙендәге миҙгел эштәрен беҙгә тиклем үк тамамлаған ине инде. Беҙ ошо бәләкәй генә ташландыҡ ауылда йәшәгән яңғыҙ инәйҙәргә, өләсәйҙәргә ярҙам иттек. Уларҙың баҡса ерҙәрен ҡаҙҙыҡ, хужалыҡтағы бүтән эштәрҙе атҡарҙыҡ, урындағы зыяраттың ҡыйшайған ҡоймаларын йүнәттек. Ауылда ошо өлкәндәрҙән башҡа берәү ҙә йәшәмәй ине инде. Улар һәм, ғөмүмән, тотош ауыл хаҡында хәстәрлекте Рәүеф Ғәзиз улы үҙ иңенә алғайны. Тыуған төйәгендә ут һүнмәһен өсөн тырыша ине уҡытыусыбыҙ. Изге төйәккә оло мөхәббәттең һоҡланғыс өлгөһө булып ҡалды был ғәмәл минең күңелемдә.
Йәнә шуныһы: Рәүеф Ғәзиз улы үҙенең ошондай хәстәрлегенә, изге ғәмәленә, яҡшы мөнәсәбәтенә рәхмәт һүҙҙәре лә көтмәй ине. Бәләкәй ауылда йәшәүселәр уның был фиҙакәрлегенә күптән күнгән, мәрхәмәтен шулай тейеш кеүек ҡабул итә һымаҡ күренде беҙгә. Хатта бер инәй уҡытыусыбыҙҙы һуңлаңҡырап ярҙам иткәне өсөн әрләп тә алды. Ә беҙ белгән “тимер” холоҡло, ҡаты, талапсан Рәүеф Ғәзиз улы уның алдында ихлас ғәфү үтенде һәм шундай йомшаҡ тауыш менән икенсе юлы тотҡарлыҡһыҙ ярҙам итәсәгенә ышандырҙы...
Эштән һуң беҙҙе рәхәтләндереп ял да иттерҙе уҡытыусыбыҙ. Шундай матур Эҫем йылғаһының бәләкәй генә ҡултыҡтарында кәмәлә йөҙҙөк...
“Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал”, ти халҡыбыҙ. Күп йылдар үткәс тә, мин ошо әйтемде ишеткәндә Рәүеф Ғәзиз улы кеүек кешеләрҙе күҙ алдына килтерәм. Уҡытыусыбыҙ быны үҙ миҫалында күрһәтеп йәшәне, янып эшләне. Рәүеф Ғәзиз улының тыуған ергә, кешеләргә ҡарата оло һөйөүе, һис шикһеҙ, 1-се гимназия-интернатты тамамлаған бик күптәргә баһалап бөткөһөҙ һабаҡ булып, күңелдәрҙән күңелгә күсеп йәшәүен дауам итәлер...

Рәмзил ИШҺАРИН,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 1992 йылғы сығарылыш уҡыусыһы,

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты.
Фотолар авторҙың шәхси альбомынан.
Читайте нас