Белем һәм тәрбиә
29 Май 2020, 10:00

Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!

Бөгөн мәктәптәрҙә уҡыу йылының тамамланыуын белдереп, онлайн-алымда Һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһын тамамлаусылар әлеге шарттарҙа һис тә юғалып ҡалмаған - бик үҙенсәлекле вальс һалған.

Бөгөн мәктәптәрҙә уҡыу йылының тамамланыуын белдереп, Һуңғы ҡыңғырау сыңлай. Тотош мәғариф тарихында ул тәүге тапҡыр ғәҙәти рәүештә түгел, ә онлайн алымда “яңғырай”.
Эйе, быйылғы уҡыу йылы балалар өсөн дә, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дә һынаулы йыл булды. Айырыуса мәктәпте тамамлаусы 11-се класс уҡыусыларына еңелдән түгел: алда Берҙәм дәүләт имтихандары, үҙең теләгән һөнәрҙе һайлап, уҡыу йортона инеү бурысы тора һәм уларҙың барыһы ла башҡа йылдарҙағынан айырмалыраҡ рәүештә үтәсәк.
Әммә йәштәр – афарин! Улар һынауҙар алдында ҡаушап ҡала торған быуын түгел. Бына Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге гимназияһын тамамлаусылар ҙа, “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһының онлайн алымда ғына үтәсәген белгәс, һис тә юғалып ҡалмаған – “Мәктәп вальсы – 2020” тип аталған акция башлап ебәргән. Был видеояҙманы ҡарап, әлбиттә, балалар өлөшөнә төшкән һынау өсөн күңелдә аҙ ғына әсенеү хисе тыуа, әммә уларҙағы оптимизмға, дәрткә һоҡланыу хисе ҙурыраҡ! Балаларын хуплап, бергә бейеү һалған атайҙарға һәм әсәйҙәргә айырым “афарин!” тип әйтке килә.
Тормош шулай көтөлмәгән һынауҙарын һәр ваҡыт ҡуйып ҡына тора. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларына ла ауырлыҡтар алдында баш эймәгеҙ, һәр хәлдән еңеүсе булып сығығыҙ, тип теләге килә. Аҡ юл һеҙгә, йәштәр!
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас