“Башҡортса уҡырға теләгәндәр күп, тик урын етмәй”, – тип ҡаршыланы беҙҙе Дүртөйлө ҡалаһындағы Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Хөсәйенова. Дөйөм алғанда, был мәғариф учреждениеһында әле 474 уҡыусы белем ала. Былтыр беренсегә 20-шәр баланан өс класс йыйғандар.
– Беҙҙә уҡырға теләгән балалар һаны йылдан-йыл арта. Ҡабул иткәндә һәр ата-әсә менән һөйләшеп, башҡорт теленә һөйөү уятыу буйынса ентекле эш алып барабыҙ. Быйыл февралдә үк I класҡа ике төркөм тупланыҡ, әле лә балаларын уҡытырға теләк белдергән ата-әсәләр килеүен дауам итә – “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша яҙылалар. Беҙ иһә нимә эшләргә лә белмәйбеҙ, сөнки өҫтәмә класс асырға урындар юҡ, – ти Гөлназ Нәбиулла ҡыҙы.
Ысынлап та, башҡорт гимназияһының тупһаһынан уҡ белем усағының педагогия коллективы рухи-мәҙәни тәрбиәгә ҙур иғтибар биргәне сағыла. Уҡыусылар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнә. Бер нисә телдең серҙәренә төшөнөү иһә үҫеп килгән быуында илһөйәрлекте, интернациональ мөнәсәбәттәрҙе тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Балаларын нәҡ ошо белем усағында уҡытырға теләгән ата-әсәләрҙе лә аңларға мөмкин, сөнки Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының ҡаҙаныштары бихисап, уҡыу һөҙөмтәләре бик яҡшы, юғары уҡыу йорттарына инеү буйынса ла һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшәләр.
Ҡаҙаныштарға килгәндә, мәҫәлән, 2013 йылда гимназияға “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы мәктәбе” конкурсында “Иң яҡшы милли мәктәп” номинацияһы тапшырыла, ә директорға Бөтә Рәсәй “Киләсәк мәктәбе. Рәсәйҙә заман мәктәбе мәсьәләләре һәм үҫеш киләсәге” форумының “Йыл директоры-2013” почет билдәһе бирелә. 2016/17 уҡыу йылында гимназия туған телдә белем алған инновациялы учреждениеларҙың республика слетында еңеүсе була.
Мәғариф учреждениеһында эшләгән 28 педагогтың 14-е – юғары, 12-һе беренсе квалификация категорияға эйә, шул иҫәптән алты уҡытыусының маҡтаулы исемдәре бар.
Гимназияла һәләтле балалар менән эшләү системаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Уҡыусылар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика һәм район кимәлендә уҙған олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай.
Бында республикаға, Назар Нәжми ижадына, Туған тел көнөнә, башҡорт яҙмаһына һәм ижадына арналған ун көнлөктәр уҙғарыу яҡшы йолаға әйләнгән. “Минең шәжәрәм”, “Урал батыр” байрамдары ойошторола. Гимназистар, туған телдәр буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында гимназияла белем алған IX кластан Рита Вәлиева – башҡорт теле һәм мәҙәниәте буйынса төбәк-ара, X кластан Әлфиә Садиҡова һәм XI кластан Аделина Шәйбәкова башҡорт теле буйынса X–XI класс уҡыусылары араһында республика дистанцион олимпиадаһында призлы урындар яулаған (әҙерләгән уҡытыусы – Руфина Камалова).
Гимназия юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә, инновациялы алымдар индерә. Шулай уҡ “Cambridge English for Schools” халыҡ-ара өҫтәмә белем биреү проектында ҡатнаша. Уларға был йүнәлештә Өфөлә урынлашҡан RU081 Кембридж имтихандар үҙәге методик ярҙам күрһәтә.
Педагогия коллективы уҡыусының ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә иғтибарын үҫтереү өҫтөндә даими эшләй. Бында “Гимназист” ғилми йәмғиәте уңышлы эшмәкәрлек алып бара.
Ғөмүмән, гимназияның 13 йыллыҡ тарихы бай, ҡаҙаныштары һоҡланғыс. Ошо һөҙөмтәләр иһә гимназияла уҡыусылар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылыуы хаҡында һөйләй.
Гимназияның директоры Гөлназ Нәбиулла ҡыҙы, төп эшенән тыш, Дүртөйлө районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын да алып бара. Инде ике йыл рәттән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһен уҙғарғандар. Әйткәндәй, унда башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла, уҡытыусылары ла, ата-әсәләре лә әүҙем ҡатнаша. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, төбәк кимәленә сығыуға өлгәшкәндәр. Был башланғыстарға 6-сы балалар баҡсаһы мөдире Земфира Әхмәтшина ла әүҙем булышлыҡ итә, ти Гөлназ Хөсәйенова.
– “Йөрәк һүҙе”н үткәреүҙә район хакимиәте матди ярҙам күрһәтте. Беҙ уны “Күңелемдән сыҡҡан моңом бар, йөрәгемдән сыҡҡан әйтер һүҙем бар” тип атаныҡ. Беҙгә “Арғымаҡ” төркөмө килде, егеттәрҙең сығышын балалар бик оҡшатты.
Ошоларҙан сығып, баланың береһе лә “телде өйрәнмәйем” тип әйткәнен ишеткәнем юҡ, улар шул тиклем ихлас ҡарай. Ата-әсәләр ултырышында уҡыусылар менән сығыш яһайбыҙ. Балаларының туған телендәге сығышын ҡараған ата-әсәләр һоҡланып ҡайтып китә. Туған телде бары яратырға кәрәк, – ти Гөлназ Нәбиулла ҡыҙы.
Рухлы етәксе Гөлназ Нәбиулла ҡыҙы сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылынан. Ул китапхана техникумын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1991 йылда был тарафтарға килен булып төшә. Тормош иптәше Ришат Риф улы – һөнәре буйынса юрист. Татыу ғаилә ике бала тәрбиәләп үҫтергән.
– Мәҙәниәт юлын һайлармын тип уйлағайным. Уҡытыусы булып эшләп ҡарайым тип кенә мәктәпкә килгәйнем, тик аҙаҡ балаларҙы яратыуым үҙенә тартты ла ҡуйҙы, – ти етәксе.
Уға гимназия төҙөлгән саҡта уҡ ошо вазифаны тәҡдим итәләр, шуға ла бинаның төҙөлөш барышын күҙәтеп, төҙәтмәләр индереп, ҡарап эшләтә.
Быйыл Дүртөйлө районы халҡы башҡорт теленән диктант яҙыуҙа әүҙем ҡатнашҡан.
– 1700-ҙән ашыу кеше диктант яҙҙы, былтыр был һан күпкә әҙерәк ине. Беҙ төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙҙыҡ. Район хакимиәте башлығы Риф Сәғдәтулла улы Йосопов үҙе үрнәк күрһәтте. Әйткәндәй, ул бар башланғыстарҙа ла ярҙам итә, үҙе лә әүҙем ҡатнаша. Алсаҡ, асыҡ, ярҙамсыл етәксе, һәр нәмәне аңлап ҡабул итә, уның менән эшләүе еңел, – ти Гөлназ Нәбиулла ҡыҙы.
Эйе, баланы тәрбиәләүҙә ата-әсә, мәктәп һәм район етәкселеге әүҙем ҡатнашһа, берҙәм булһа, әлбиттә, ул саҡта эшләүе лә еңел һәм һөҙөмтәләр ҙә яҡшы буласаҡ, татыу мөхит балаларҙың уңышына ла булышлыҡ итәсәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары