Ғафури районындағы белем усаҡтары заманса йыһазландырылған, бөтәһенең дә матди-техник базаһы яҡшы. Һәр береһе бурысына яуаплы ҡарай, уй-маҡсаттарын теүәл тормошҡа ашыра, ҡыҫҡаһы, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Райондың хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов белдереүенсә, донъя – йоҙаҡ, асҡысы – белем. Ғилемле кешенең һәр йәһәттән дә отошло ҡалыуын, еңеүсе булыуын балаларҙың күңеленә бәләкәйҙән һеңдерәләр.
Мәҫәлән, ошо яҡ өсөн белем мәккәһенә әйләнгән Красноусол башҡорт гимназия-интернаты төрлө күрһәткестәр буйынса алып ҡарағанда ла алдынғылыҡты бирмәй икән, был – белем биреү учреждениеһы етәкселегенең фиҙакәр хеҙмәте, тип аңларға кәрәк. Педагогтар ҙа, тәрбиәселәр ҙә “һәр бала һәләтле, һәр малай һәм ҡыҙ бер тигеҙ, тик һәр береһенә айырым ҡараш булдырыу зарур, уны үҫтереү юлы ғына бүтәнсә” тигән фекерҙе яҡлай. Ҡасандыр әйтеп ҡалдырған аҡыл эйәһенең ошо алтынға торошло һүҙҙәре әле лә көнүҙәклеген юғалтмаған.
– Башҡортостан ғына түгел, ә тотош Рәсәй үҫешенә ниндәй ҙә өлөш индерә алырҙай, донъя кимәлендә танылырҙай шәхестәр тәрбиәләү – төп бурыстарҙың береһе, – тип башланы һүҙен Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова. – Һүҙ ҙә юҡ, был юҫыҡта эш балалар баҡсаһынан уҡ башланырға тейеш, ә ул ысынында шулай. Беҙ иһә, кескәйҙәрҙе I класҡа ҡабул итеп алғас та, ошо изге маҡсатты дауам итәбеҙ. Мөғәллимдәрҙең һәр береһе йәш быуындың яҡты киләсәге өсөн тырыша, уларҙың был тормошта үҙ урынын табыуын теләй.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында барлығы 500-гә яҡын бала уҡый, ҡыҙ һәм малайҙар төплө белем алһын өсөн – 35 уҡытыусы, ә күркәм тәрбиә биреү өсөн 24 тәрбиәсе ижтиһад һала. Әйткәндәй, белем усағы Ғафури районында урынлашҡас, унда ошо райондан ғына йыйылғандар тиеү дөрөҫлөккә тап килеп тә бөтмәй. Шулай уҡ Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Белорет һәм тағы бер нисә райондан белем эстәйҙәр.
Бөтә ерҙәге кеүек, бында ла балалар яҙғы каникулдан һуң дистанцияла уҡыу алымына тулыһынса күсте. Дистанцияла уҡытыу тигәндән, рус әҙәбиәтенән онлайн-дәрес биргән Дилбәр Насирова һөйләүенсә, тәүге көндәрҙә ҡайһы бер йомшаҡ урындар булыуға ҡарамаҫтан, ул ниәтенә өлгәшкән. Әле иһә был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтарға юл ҡуйылмай.
Дилбәр Зөфәр ҡыҙы ZOOM программаһы буйынса уҡыта, программаның ыңғай яҡтарының күплегенә баҫым яһаны, уңайлылығын әйтәһе лә түгел.
– Башта, һүҙ ҙә юҡ, ныҡ ҡына ығы-зығыға бирелә яҙҙым, албырғатып та алды, тулҡынланыуым йөҙөмә сыҡҡайны, – тип һөйләй әңгәмәсем. – Балалар тиҙ арала ылығып китерме, һүлпәнлек күрһәтмәҫтәрме, тарҡаулыҡҡа юл ҡуйылмаҫмы, ғөмүмән, дәрес нисек үтер? Беҙ, уҡытыусылар, кескәйҙәргә белемде мөмкин тиклем тәрәнерәк биреү өсөн көн-төн тигәндәй янабыҙ. Бына был юҫыҡта берәй бушаҡлыҡ килеп сыҡмаҫмы? Тиккә генә алдан борсолоуҙы уңышҡа юрамайҙар икән. Ҡыуанысым сикһеҙ, һәр кем ҙур теләк һәм ныҡлы әҙерлек менән эш өҫтәленә ултырғас, дәрес шыма башланып китте. Иң мөһиме, йыйнаҡлыҡ һәр беребеҙҙән дә талап ителә, шул ыңғай сифатты үҙемә айырым билдәләп ҡуйҙым.
Дистанцияла уҡытыуҙың асыҡлығы тураһында нәҡ педагогтан ишеттек. “Уны үҙенә күрә асыҡ дәрес тип атарға мөмкинме?” Ошо һорау менән уға мөрәжәғәт иттек. “Әлбиттә, шулай”, – тип яуап бирҙе ул. Кластағы шикелле уҡытыусы компьютерында балаларҙың һәммәһен дә күрә. Әйтәйек, бөгөн Дилбәр Зөфәр ҡыҙының класында 20-гә яҡын бала икән, ошо компьютер нәҡ 19 өлөшкә бүленгән дә инде. Етмәһә, гимназия-интернаттың директоры, директор урынбаҫарҙарының барыһы ла дәресте баштан алып аҙағынаса ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Һөйләшеүгә Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы ҡушыла.
– Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күпте күрер йәки һынар, – ти директор. – Күҙәтеүҙәремдән сығып, шуны ныҡлы әйтә алам: уҡыусы балаларҙың күңеленең күтәренкелеге күҙгә ташланды. Йәшермәйем, күҙҙәре янып тора, дәрестә һәр кем ҡатнашып ҡалырға тырыша. Берәүҙең дә сит шөғөлгә ылығып ултырыуын йәки төшөнкөлөккә бирелеүен шәйләмәнек. Ата-әсәләргә ҙур рәхмәт, баланы дәрескә әҙерләү – бөтә осраҡта ла тап уларҙың намыҫында. Малай һәм ҡыҙҙар әүҙем, өҫтәүенә өҫ кейемдәре таҙа, ҡыҙҙарҙың сәсе матур итеп үрелгән, етек сәсле малайҙар юҡ.
Дилбәр Насирова билдәләүенсә, балалар компьютерҙы тиҙ ҙә, еңел дә үҙләштергән. Эш барышында бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡтар юҡ тиерлек. Һәр кем ноутбуклы йә компьютерлы. Компьютер хаҡында һүҙ сыҡҡас, ойоштороу мәсьәләләренә йәнә кемдең яуап биреүен дә асыҡлап үтеү мөһим. Мәктәптәрҙә аңлашыла, уҡытыусыларҙың төп эше – балаларға белем биреү. Ә бына тап хәҙерге шарттарҙа интернатлы белем усаҡтарында тәрбиәселәр нимә менән мәшғүл? Баҡтиһәң, ҡыҙ һәм малайҙарҙы дәрескә әҙерләү кеүек бурысты уларҙың иңенән берәү ҙә алып ташламаған.
– Дәрес башланыр алдынан төрлө юлдар аша балалар менән бәйләнешкә инәбеҙ, – ти тәрбиәселәр. – Хәл-әхүәлдәрен һорашабыҙ, хатта йоҡолары туйғанмы-юҡмы, был хаҡта ла төпсөшәбеҙ, иртәнге ашты ашағанмы, ҡыҫҡаһы, ошо алым менән яйлап ҡына һүҙҙе эш йүнәлешенә борабыҙ. Уларҙың инде телдәре телгә йоҡмай, һәр кемдең беҙҙең менән мөмкин тиклем оҙаҡ итеп аралашып ҡалғыһы килә.
Ошо көндәрҙә уҡытыусы онлайн алымын ҡулланып, ата-әсәләр йыйылышы уҙғарған. Өлкәндәрҙең һәр береһе ярҙамсы булыуын, теләктәшлек күрһәтеүен маҡтап телгә алды ул.
– Балаларҙы һағыныуҙы ҡабатлайһы ла түгел, шул уҡ ваҡытта уларҙың да күрешеүгә һыуһауын йөрәгем менән тоям, – ти мөғәллимә. – Элек “Афарин!” тип баштарынан һыйпап, арҡаларынан һөйөп китергә мөмкин ине, әле шул яратыуыңды йылы һүҙҙәр аша еткерәһең.
“Һәләтһеҙ бала булмай” тигән һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Ғорурланырлыҡ уҡыусылары бихисап белем усағының.
Мәҫәлән, V “В”класы уҡыусыһы Данил Федоров Красноусол башҡорт гимназия-интернатына Яңғыҙҡайын ауылынан йөрөп уҡый башлағайны, донъяуи киҫкен хәл-торошҡа бәйле тыуған яғына ҡайтып китергә мәжбүр булды. Өйҙән сыҡмай уҡыу тураһында бына нимәләр һөйләне Табын ырыуы малайы.
– Бәләкәйҙән һәр йәһәттән дә тәртипкә өйрәнгәс, гимназия-интернатҡа килгәс, әллә ни ауырлыҡ һиҙмәнем, – ти егет. – Тәүҙә өйҙә генә ултырып дәрескә йөрөүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай торғайным. Ҡыҙыҡ, уҡыу партаһынан тороуға, һин өйөңдәһең. Бында – карауатым, тегендә – аш-һыу бүлмәһе, уң яҡта – зал. Тәүҙәрәк “мәктәп формаһы кәрәкме икән?” тигәнерәк уй баштан үткәйне. Һәр ерҙә лә тәртип булырға тейеш бит. Мин – уҡыусы, шулай икән, һәр дәрескә ыҫпай итеп кейенеп киләм. Мине экран аша барыһы ла күрә.
Сәйетбаба ауылындағы Диниә Зәйнуллина белдереүенсә, өйҙә генә белем эстәгәндә бигерәк тә тырыш булырға кәрәк. Уларҙы уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре “киләсәк – һеҙҙең ҡулығыҙҙа!” тип һәр саҡ дәртләндергәс, тормоштан бер аҙым алда атларға өйрәткәс, өлкәндәрҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергеләре килмәй.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Ҡурғашлы ауылынан Айнур Мөхәмәтйәнов менән Илнара Амурова ла уҡый. Улар ҙа бер дәресте лә ҡалдырмай, һәр ваҡыт алдынғылыҡты бирмәҫкә ынтыла.
Илнаранан да, Айнурҙан да ҙур үҫкәс кем булырға теләүҙәре тураһында белештек. Класташтарҙың икеһенең дә амбициялары көслө, һәр береһе юғары белем алыу, иң мөһиме, күңелдәре һөйгән һөнәргә эйә булыу маҡсатын ҡуя. “Белемһеҙ – берҙе, белемле меңде йығыр” тигән халыҡ мәҡәле менән фекерҙәрен тамамланылар.
Белем биреү учреждениеһында малай һәм ҡыҙҙар заман менән бергә атлаһын өсөн бөтә яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған. Педагогтарҙың тағы бер яуаплы эштәренең береһе – һәләтле балалар менән тығыҙ эшләү. Ул нимәне аңлата? Балаларҙы олимпиадаларға, бүтән төрлө сараларға, конкурстарға мөмкин тиклем йышыраҡ йөрөтөү яғында педагогтар.
Уҡымышлы кеше, һәр йәһәттән дә донъяға әҙер шәхес булараҡ, ҡатмарлыҡтарҙы тиҙ йырып сыға, йәшәйештең тиҙлегенә әүҙем эйәрә, йәмғиәттең артабанғы үҫеше өмөтлө йәш быуынға туранан-тура бәйләнгән, тип тә өҫтәйҙәр. Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн онлайн-дәрестәр барышында ла был йүнәлештә эште һүлпәнәйтмәгәндәр. Хәйер, уҡытыуҙа заманса алымдарға ҙур иғтибар бүленгәс, балаларҙың тәрән белемле һәм киң эрудициялы булыуына өмөт ҙур.