Белем һәм тәрбиә
29 Май 2020, 12:30

Хәйерле сәғәттә!

Бөгөн һуңғы ҡыңғырау 43 мең 9 класс уҡыусыһы һәм 19 мең 11 класс уҡыусыһы өсөн яңғыраны.

Башҡортостанда уҡыу йылы тамамланды. 1-4 класс уҡыусылары уны 22 майҙа уҡ тамамлап, ял итә башлағайны, был 218749 кеше. Бөгөн һуңғы дәрес 5-11 класс уҡыусылары өсөн булды. Һуңғы ҡыңғырау 43 мең 9 класс уҡыусыһы һәм 19 мең 11 класс уҡыусыһы өсөн яңғыраны.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы эпидемиологик хәлгә бәйле һуңғы ҡыңғырауҙар бөгөн онлайн форматта яңғырай. Балаларға осрашып кисәләр үткәреү ҡәтғи тыйыла.
Республикала дистанциялы белем биреү башланғас, уҡыусылар өсөн асыҡ дәрестәр үткәрелде. Бөгөн уның һуңғыһын республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров үткәрҙе. Ул балаларҙы уҡыу йылы тамамланыу менән тәбрикләне һәм матур йәйге ял теләне.
– Асыҡ дәрестәрҙе Башҡортостан Башлығынан башлап, билдәле педагогтар, ғалимдар, спортсылар, артистар, журналистар үткәрҙе. Һуңғы ике ай бик ауыр бирелһә лә, беҙ уларҙы бергәләп еңеп сыҡтыҡ. Дистанцияла белем биреүҙе үҙләштерә алдыҡ. Был эштә уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәм. Киләһе уҡыу йылына хәлдәр яҡшырып, мәктәптә осрашырбыҙ тип ышанам. Уҡыусы менән уҡытыусының тере аралашыуын бер нимә лә алмаштыра алмай. Дистанциялы белем биреү ҙә ҡаласаҡ. Айырыуса өҫтәлмә белем биреү өлкәһендә уны ҡулланмаҡсыбыҙ, – тине ул.
Мәктәп уҡыусыларын, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе уҡыу йылы тамамланыу менән республиканың Мәғариф министры Айбулат Хажин да ҡотланы. Ул изге теләктәрен еткерҙе һәм киләһе йылда иҫән-һау бергә осрашырға саҡырҙы.
Ниндәй генә шарттар булмаһын, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыласаҡ. Эйе, быйыл уны вуздарға уҡырға инергә теләгәндәр генә бирәсәк. 29 һәм 30 июндә яҡынса имтихан тапшырып ҡараясаҡтар, ә 3 июлдән улар ысынлап башланасаҡ. Вице-пермьер уҡытыусыларҙы йәйге ял ваҡыты башланырға тейеш булһа ла, балаларға ярҙам итергә, имтихандарға лайыҡлы әҙерләргә саҡырҙы. Ә 11-селәргә тағы берҙе тырышып, имтихан тапшырыуҙы һораны. Быйыл ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса вуздарҙа бюджет урындары артасаҡ. Шуға уҡырға инеү мөмкинлеге бермә-бер арта. Шуға һәр кемгә көсөн һанап ҡарарға кәрәк.
Сығарылыш балдарына килгәндә, БДИ тапшырып бөткәс, уны үткәрергә йыйыналар. Был 25 июлгә тура киләсәк. Санитар-эпидемиологик хәл насарланмаһа, уны уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында үткәрергә планлаштыралар. Ә бөгөнгә Фәнүр Йәғәфәров уҡыусыларға осрашмай торорға, әҙерәк түҙергә саҡырҙы.
Читайте нас