Белем һәм тәрбиә
29 Май 2020, 05:27

Хәйерле сәғәттә!

Бөгөн бөтә белем усаҡтарында ла һуңғы ҡыңғырау яңғырай, тик быйыл байрам онлайн тәртибендә үтә.

Ғәҙәттәгесә, йыл да тап ошо көнгә тура килтереп, “Башҡортостан” гәзитендә эшләгән хеҙмәткәрҙәребеҙҙең балалары хаҡында яҙабыҙ. Быйыл иһә бындай бәхет ике сибәркәйҙең өлөшөнә төштө.


Баҫманың хәбәрсеһе Дилбәр Ишмо­ратованың ҡыҙы Гөлдәр (фотола уңда) Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын тамамлаған, ә корректор Зөлфиә Сәғитованың ҡыҙы Таңсулпан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыған.
Оло тормош юлына сығырға әҙерләнгән ҡыҙҙарҙың икеһенең дә кәйефтәре яҡшы, күңелдәре күтә­ренке. Республикабыҙҙа ғына түгел, ә унан ситтә лә танылыу яулаған, арҙаҡлы шәхестәрҙең исемен йөрөткән уҡыу йортонда белем алғандары өсөн ныҡ ғорурланалар.
– Дүртенсе сиректе онлайн алымы буйынса уҡыныҡ, әллә ни ҡыйын­лыҡ тойманым, – тип һөйләй Таң­сулпан. – Ныҡ яуаплы ҡара­ныҡ. Математика, информатика, физика кеүек теүәл фәндәр оҡшай, уларға бәләкәйҙән ылыҡтым. Нисек кенә булмаһын, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү зарур, алға ҡуйған маҡсаттарға өлгәшергә кәрәк. Ул бер мәл генә бит, шунда ныҡ ты­рышһаң, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Быға тулыһынса ышанам.
Гөлдәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, VII-VIII кластарҙа уҡығанда уҡ киләсәктә үҙенең эшен асырға хыяллана башлаған. Өс тармаҡ күңе­ленә яҡын. Нимә менән шөғөлләнһәң дә, хәҙер иң тәүҙә мәғлүмәт технологияларын белеү кәрәклеген күҙ уңында тотоп, юғары белемде башта ошо йүнәлеш буйынса алырға йыйына.
Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡ­май, уны ғәҙәти һынау кеүек ҡабул итә, үҙ көсөнә ышана. Бер сирек өйҙә уҡыу, бер ҡайҙа ла сыҡмау ваҡытты сарыф итмәү, һынауҙарға үҙаллы ныҡлап әҙерләнеү мөмкинлеген биргән.
Гимназистар мәктәптәге 11 йыл ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, ә бына дистанцион уҡыу хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле.
Беҙ ҙә һәр ҡыҙ һәм егеттәрҙең белем усағын уңышлы тамамлауына, имтихандарҙы яҡшы биреүенә өмөтләнәбеҙ. Һәммәһенең дә уй-маҡсаттарына тулыһынса ирешеүен теләйбеҙ.
Читайте нас