Белем һәм тәрбиә
1 Июнь 2020, 13:30

Тыйыуҙы боҙмағандар!

Балалар өсөн йәйге ял буласаҡ.

Ниһайәт, балалар быйылғы ҡатмарлы уҡыу йылын тамамлап, йәйге ялға китте. Тик ул ниндәй шарттарҙа үтер? Оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, этаплап һәр муниципалитеттағы эпидемиологик хәлде күҙ уңында тотоп балалар лагерҙарын асыу планы әҙерләнгән.
8 июндән балалар шифаханалары, шифаханалар һәм шифахана-һауыҡтырыу лагерҙарында әҙерлек саралары башлана. Республикала бындай 28 учреждение бар. Улар 15 июндән балаларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.
22 июндән башҡа учреждениеларҙа – ҡала ситендәге, мәктәп янындағы, хеҙмәт һәм ял лагерҙарында әҙерлекте башларға тәҡдим ителә. Быйыл 200 мең бала ял итәсәк тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта республикала балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу реестрында 2157 учреждение иҫәпләнә.
– Беҙ лагерҙарҙы 13 июлдән асылыр тип күҙаллай инек. Хәҙерге хәлдәр буйынса, бәлки 1 июлдән үк мөмкин булыр. Эпидемиологик хәл тотороҡло булмаһа, ваҡыт үҙгәрәсәк. Әлегә 1 июль эш версияһы булып ҡалһын. Барыһы ла халыҡтың беҙҙең талаптарҙы үтәүенә бәйле, – тине Радий Хәбиров.
Һуңғы ҡыңғырауҙарға килгәндә, министр белдереүенсә, республикала бер мәктәптә лә уҡыусылар осрашмаған. 11 класты тамамлағандар Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға әҙерләнә. Радий Хәбиров мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларға көстәрен һанап ҡарарға һәм имтиханға барырға саҡырҙы.
Фото: yandex.ru
Читайте нас