“Профстажировки 2.0” проектының партнер-эш биреүселәре студент эштәре конкурсының икенсе этабында ҡатнашыуға ғаризаларҙы ҡараны.
Конкурсанттар кейстар буйынса курс һәм диплом эштәрен әҙерләй башланы. Был этапта ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә Башҡортостан да инде. Иң яҡшы эш авторҙарына практика йәки стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә. Профстажировки рф. платформаһында республикалағы 41 партнер-эш биреүсенән 96 кейс урынлаштырылған.
“Профстажировки 2.0” – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының берлектәге проекты. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше Алексей Комиссаров әйтеүенсә, проектҡа ҡыҙыҡһыныу арта: әле унда 108642 студент теркәлгән, 5051 кеше ғилми эшкә тотонған.
“Ҡурсаланыу тәртибе ғәмәлгә индерелгәнгә тиклем тәүге этапта еңеүселәрҙең күбеһе предприятиеларҙа стажировка үтеп, тәжрибә туплап өлгөрҙө. Улар араһында эшкә урынлашҡандары ла бар. Әле иһә күпселек практиканы арауыҡта үтә. Беҙ еңеүселәрҙең уңыштарын күҙәтеп барабыҙ, уларға проектта һәләттәрен тулыһынса тормошҡа ашырырға ярҙам итәбеҙ”, – тине “Профстажировки 2.0” проекты етәксеһе, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Илья Семин.
Проект платформаһында йәмғеһе 1296 эш биреүсенән 4559 кейс урынлаштырылған. Тәүге этапта илдең 55 төбәгенән 505 студент еңеү яулаған.
“Профстажировки 2.0” проекты “Мәғариф” милли проектының “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.