Яңауыл ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекцион мәктәп-интернаттың яңы бинаһына нигеҙ 2018 йылда һалынғайны. Объект Республика адреслы инвестиция программаһы нигеҙендә төҙөлдө.
Бер ҡыйыҡ аҫтында 190 урынлыҡ мәктәп, тағы ла 170 балаға иҫәпләнгән интернат урынлашҡан. Белем усағында спорт залы, оҫтаханалар, ҙур тамаша залы һәм бүтән бүлмәләр, шулай уҡ мәктәп-интернат территорияһында футбол, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы, күләгәле дүрт ҡоролма һәм башҡалар бар.
– Беҙҙә төплө белем алыу өсөн ҡыҙ һәм малайҙарға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырылған, өҫтәүенә, ата-әсәләр ҙә белгестәрҙән яҡшы кәңәш алыу мөмкинлегенә эйә, – ти Яңауыл коррекцион мәктәп-интернат директоры Нуриҙә Хафизова.
Әле белем биреү учреждениеһы уҡыусы балаларҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Бындағы 174 баланың 40-ы етем.
Фото: Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.