Европа менән Азия киҫешкән ерҙә урынлашҡан Башҡортостан Рәсәйҙә социаль-иҡтисади йәһәттән шаҡтай алға киткән республика иҫәпләнә. Агросәнәғәт комплексы йылдам үҫешкән, инвесторҙар йәлеп итеүҙә күптәргә өлгө күрһәтә, мәғариф тармағында алдынғылыҡты бирмәйбеҙ, торлаҡ төҙөүҙә беҙ тәүгеләр исемлегендә, шулай уҡ мәҙәниәттә лә, спортта ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелгән, ҡыҫҡаһы, һәр йәһәттән дә үҫеш кисергән алдынғы төбәк икәнде барыһы ла таный һәм белә.
Үрҙә һанап үтелгәндәрҙең береһе – мәғариф йүнәлешенә айырым туҡталғанда бына нимәләрҙе беләбеҙ. Килешәйек, республикабыҙҙа мәғарифты үҫтереүгә көслө иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “сентябрь” Указында был йәһәттән ғәйәт ҙур бурыстар ҡуйҙы. “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, мәктәпкәсә йәштәге балаларға түңәрәктәргә бушлай йөрөү өсөн сертификаттар тапшырылды, балалар технопарктары эшләй, һанлы мәғариф үҙәге бар.
Республика етәксеһе Радий Фәрит улының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Бергә! Алға, Башҡортостан!” тигән Мөрәжәғәтнамәһендә мәғариф темаһына айырым баҫым яһауы тиккә түгел. Маҡсат – беҙҙә уҡыусы балаларҙың бөтәһенә лә төплө белем алыу өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Төҙөлөш тураһында һүҙ барғанда, улар араһында белем усаҡтарының да булыуы шатлыҡлы. Төбәк Башлығы яңы балалар баҡсаһының асылыуына (Өфө районының Зубов ауылында өр-яңы балалар баҡсаһы тантаналы асылды, белем усағы 260 урынға иҫәпләнгән) үҙенең фекерен белдерҙе.
– Өфө районы халҡы, айырыуса бәләкәстәренә бер йәш тә тулмағандар, балалар баҡсаһының сафҡа тапшырылыуын күптән көттө, – тине ул. – 12 төркөмдөң икәүһе – ясле йәшендәгеләр өсөн. Беҙ тотош республика буйынса, яслене лә иҫәпкә алып, йәнә 24 балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ, барыһы ла быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Балаларҙың көслө һәм сәләмәт үҫеүе беҙҙең өсөн үтә мөһим. Шуның өсөн уларҙың бөтәһендә лә спорт залдары, япмалы заманса балалар майҙансыҡтары буласаҡ. Һәр яңы балалар баҡсаһының асылыуы урын алыуға сиратты кәметә, ә кешеләргә иһә тағы ла яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
60 мәктәп, 50 балалар баҡсаһы...
Ысынлап та, мәғариф тармағы – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Бөгөн Өфөлә ике полилингваль мәктәптең уңышлы эшләүе күпте һөйләй, заманса белем биреү учреждениеларының икеһе лә ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлдө. Башҡортостанда тағы ла шундай уҡ 12 белем усағының асылыуы көтөлә. Бынан тыш, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү буйынса белем биреү үҙәге, йәнә балалар технопарктары һәм кванториумдары эшләй башлаясаҡ.
Улай ғына ла түгел, киләһе биш йылда республикабыҙҙа 60 мәктәп һәм 50 балалар баҡсаһын төҙөү һәм үҙгәртеп ҡороу (60 мең урын) эш планына ингән. Беҙҙә юғары белем алыуҙы үҫтереүгә етди иғтибар бүленә, алдағы йылдарҙа донъя кимәлендә фәнни-мәғариф үҙәге төҙөләсәк, шулай уҡ студенттарҙың вуз-ара кампусы барлыҡҡа киләсәк.
Мәғариф тармағына иғтибарҙың һис тә кәмемәүенә, киреһенсә, артыуына барыбыҙ ҙа шаһит. “Торатау” конгресс-холында “Юғары ос!” мәктәп белем биреүенең II форумы уҙҙы. Әйткәндәй, форум йыл да ойоштороласаҡ.
Радий Хәбиров белдереүенсә, һәр беребеҙҙең алдында бик мөһим бурыстар тора. Ил Президенты бихисап милли проекттар тәҡдим иткән, ә “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына айырым ҡараш. Һөҙөмтәлә 2024 йылда уҡытыу сифаты буйынса тәүге ун ил исемлегенә инергә тейешбеҙ.
Ысынлап та, беҙҙә был тармаҡҡа элек-электән көслө иғтибар бүленә. Мәҫәлән, мәғариф системаһында идараны һәм кадрҙар сәйәсәтен камиллаштырыу буйынса комплекслы программа булдырыуға ҙур тырышлыҡ һалынды, ул әле лә дауам итә.
Республикабыҙҙа мәктәптәрҙең матди-техник базаһын яҡшыртып, уларҙы тейешенсә йыһазландырып һәм инфраструктура менән тәьмин итеп, төҙөү тәңгәлендә бихисап эш башҡарылды. Яңы объекттар һалыу, ғәмәлдәгеләрен үҙгәртеп ҡороу, капиталь төҙөкләндереү иҫәбенә уҡыу урындары булдырыу йөкләмәһе ҡуйылғайны, ә 2025 йылға иһә балаларҙың барыһы ла бер сменала уҡырға тейеш тигән бурыс йөкмәтелгәйне, ҡыҫҡаһы, заманса мәктәп мөхите тыуҙырыу эше эҙмә-эҙлекле алып барыла. Дөрөҫөн әйткәндә, белем усаҡтарын төҙөү буйынса илебеҙҙә беҙҙең менән ярышырлыҡ бүтән төбәк юҡтыр! Хәйер, хәҙер һәр бала заманса мәктәптә уҡый, уларға төплө белем биреү йәһәтенән уҡытыусылар көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.
Төпкөл ауылдарға ла – интернет
Өс йәштән ете йәшкә хәтлемге малай һәм ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыуға сират бөтөрөлдө. Ошо аныҡ миҫал республика етәкселегенең “Балалар – беҙҙең киләсәк!” принцибына тоғро булыуҙы аңлата.
Республикабыҙҙа хатта ауыл мәктәптәрендә уҡыусы балаларҙың юғары тиҙлектәге интернет ҡулланыуы – ҙур ҡаҙаныш, ҡалала урынлашҡан белем усаҡтарын телгә алыу артыҡ. Төпкөл ауылдар ҙа интернетҡа тоташҡас, 2019/20 уҡыу йылының өсөнсө сирегендә онлайн-уҡыуҙар барышында тотҡарлыҡтар күҙәтелмәне.
Мәктәптә туҡланыу республика етәкселегенең күҙ уңынан һис тә ысҡынмай. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғыс класс уҡыусыларының барыһын да бушлай йылы аш менән тәьмин итеү инициативаһы йәмғиәттә ыңғай ҡараш тыуҙырған. Ҡайһы төбәктәр быға хәҙерҙән үк әҙер, эште быйыл 1 сентябрҙән, ә ҡалғандар 2023 йылдан башларға тейеш. Был йәһәттән беҙҙең төбәк алдынғы һәм быйыл сентябрҙән бөтә башланғыс класс балаларына бушлай туҡландырыу ойоштороласаҡ.
Белем усаҡтарының биш көнлөк уҡыу алымына күсеүе лә үҙен аҡлаған. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр артҡан. Тематик шәмбеләр ата-әсәләрҙе мәктәп тормошона ҡайтарырға булышлыҡ иткән. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡыҙ һәм малайҙар өсөн буш ваҡыт әҙме-күпме барлыҡҡа килгән, быны күптәр үҙҙәренең һәләтен үҫтереүгә бағышлауын еткергән.
Республика Башлығы белем биреү ойошмаларының “Юғары ос!” проектында әүҙем ҡатнашыуына баҫым яһаны. Әле уға бик күп мәктәптәр ҡушылған. Проект сиктәрендә малай һәм ҡыҙҙар йөҙөргә өйрәнһен өсөн, 2024 йылға хәтлем 16 бассейн төҙөләсәк. Шулай уҡ 2024 йылда 200 белем усағы “Спорт көрәше – мәктәптәргә!” тигән программаға ҡушыласаҡ. Бынан тыш, мәктәп стоматологияһын тергеҙеү, инклюзив белем алыу, үҫмерҙәр енәйәтселеге тураһында ла телгә алды ул. Бурыс – Рәсәйҙә мәктәптә белем биреү буйынса уңышлы төбәк булыу. Радий Фәрит улы барыһын да ошоға ынтылырға һәр саҡ саҡыра.
Көн ҡаҙағында – ауыл мәктәбе
Уҡытыусы – иң маҡтаулы һәм иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе. Педагогтың хеҙмәте иҫәбе-һаны булмаған кешеләрҙең яҙмышында асыҡ сағылыш тапҡан. “Йыл уҡытыусыһы- 2020” республика конкурсының ойошторолоуы – шуға асыҡ миҫал. Быйыл ул 30-сы тапҡыр үткәрелде.
Конкурстың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Ошо көндәр һуҙымында уҡытыусылар өсөн бына ниндәй мөмкинлектәр тыуҙырылған – бер-береһе менән иркен аралашыу өсөн ваҡыт бар, тәжрибә уртаҡлашыу һәр йәһәттән дә отошло һәм, әлбиттә, үҙҙәрен күрһәтеп ҡаласаҡ. Үҙеңде төрлө яҡлап асыуға һәм камиллашыуға ҡоролған ярыштың ниәтенә өлгәшеренә инаныс ҙур.
Мәртәбәле конкурс менән бер рәттән төбәк-ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” һәм “Йәш йыл уҡытыусыһы” ла үтә. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2020” бәйгеһе төбәк-ара статусына күтәрелде. Уның ойошторола башлауына 25 йыл тулды. Өҫтәүенә тәрбиәселәр араһында ла бәйге ойошторола.
Төбәк етәксеһе ауыл мәктәбе мәсьәләһен айырыуса иғтибар үҙәгендә тота. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын раҫлау тәҡдиме менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Мәҫәлән, быйыл уҡ бюджетҡа аҡса һалып ҡуйып, киләсәктә ауыл уҡытыусыһына 600 меңәр һумдан 100 грант булдырыу үҙен аҡлаясаҡ.
Ауыл тигәндән, “мәктәп автобусы” төшөнсәһе күптән телмәргә инде. Мәктәптәргә өр-яңы автобустар тапшырыу дауам итә.
“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең эше һәйбәт ойошторолған, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға күп аҡса бүленә, тырыш мөғәллимдәргә Башҡортостан Башлығы гранты тапшырыла, “Һанлы белем биреү мөхите” программаһы мәктәптәрҙе яңы ҡорамал менән йыһазландырыуға булышлыҡ итте.