Белем һәм тәрбиә
19 Июнь 2020, 15:45

Проектың булһа, тәҡдим ит!

Ғаризалар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә.

“Социаль өлкәне үҫтереүҙең 100 лидеры” башланғысына ярашлы, “Мәктәпкәсә белем биреүҙең вариатив төрҙәре һәм өс йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү” темаһы буйынса проекттар һайлап алыу дауам итә. Уны Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы үткәрә.
Проекттар “Мәктәпкәсә белем биреүҙең вариатив төрҙәре, өс йәшкә тиклемге балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәттәр”, “Инклюзив белем биреү, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәттәр”, “Кеше әҙ йәшәгән тораҡ пункттарҙа балаларҙы тәрбиәләү, мәктәпкәсә белем биреү һәм ҡарау”, “Балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри әҙерләү һәм сертификатлау (няня, тәрбиәсе ярҙамсылары)”, “Балаларға мәктәпкә тиклем белем биреү, ҡарау һәм тәрбиәләүҙең ғаилә вариатив формалары”, “Корпоратив һәм күрше балалар баҡсалары, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү төркөмдәре” һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ҡабул ителә.
Һайлап алыуҙа ҡатнашыусыларға тормошҡа ашырыу стадияһында булған, кадрҙар һәм ресурс базаһы менән тәьмин ителгән, иҫбатланған социаль һөҙөмтәгә эйә проекттарҙы тәҡдим итеү зарур. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны агентлыҡтың https://asi.ru/leaders/lead-projects/ сайтына ебәрергә кәрәк.
Стратегик башланғыстар агентлығы иң һөҙөмтәле проекттарға ярҙам итәсәк, уларҙың лидерҙары акселерация үтә аласаҡ, артабанғы үҫеш өсөн белгес кәңәштәре, әйҙәүсе эксперттарҙан оҫталыҡ ддәрестәре, проектты тиражлауҙа һәм административ кәртәләрҙе бөтөрөүҙә ярҙам аласаҡ.
Өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе +7-926-991-02-36 телефоны аша алырға була. Шуға иғтибар итегеҙ: ғаризалар ҡабул итеү 1 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Фото: pressaufa.ru
Читайте нас