Хәйбулла районы – тау сәнәғәте әүҙем үҫешкән төбәктәрҙең береһе. “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Башҡортостан шахта проходкалау идаралығының “Юбилейный” ятҡылығы тап ошо төбәктә урынлашҡан.
Төбәккә тау-мәғдән сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләү маҡсатында асылған Аҡъяр тау колледжы үҙ бурысын тулыһынса үтәй. 2006 йылда уҡыу йортона билдәле башҡорт сәнәғәтсеһе, Рәсәйҙә тау эшенә нигеҙ һалған Исмәғил Тасимов исеме бирелә. Эшләү дәүерендә был белем усағында ете меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Уларҙың күбеһе Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә, “Юбилейный” ятҡылығында, Ырымбур өлкәһенең Гай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй, шулай уҡ Мурманск, Норильск ҡалаларында, Саха (Яҡут) Республикаһында, Себер, Алыҫ Көнсығыш яҡтарында уңышлы хеҙмәт итә.
Колледж етәксеһе Рөстәм Салауат улы Аҡбалин әйтеүенсә, 2014 йылдан ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән Аҡъярҙағы 110-сы һөнәрселек училищеһы бергә ҡушылған.
– Һөнәрселек училищеһы белем биреүҙе үҙ бинаһында алып бара, әммә барлыҡ уҡытыу, тәрбиә эшенә тулыһынса беҙ яуаплы, – ти етәкселек. – Оҙаҡ йылдар буйы йыйылған тәжрибәгә таянып, тупланған традицияларҙы дауам итеп, студенттарға белем бирәбеҙ. Эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, буласаҡ белгестәр араһынан иң һәләтле уҡыусыларҙы артабан юғары уҡыу йорттарына индереү, уларҙы хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү буйынса маҡсатлы рәүештә эш алып барыла. Был йәһәттән Екатеринбург тау университеты бюджет нигеҙендә йыл һайын уҡыу йортоноң 16 студентын ҡабул итә. Шулай уҡ Мәскәү, Магнитогорск һәм Норильск ҡалаларындағы тау университеттары менән килешеүҙәр бар. Аҡъяр тау колледжында Хәйбулла районы йәштәре генә уҡымай, Урал аръяғы райондарынан килгән үҫмерҙәр байтаҡ. Бынан тыш, Өфө, Баймаҡ, Гай, Ҡыуандыҡ ҡалаларынан да студенттар белем ала.
Бигерәк тә “Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу”, “Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәртеү” бүлектәренә уҡырға инергә теләүселәр күп. Һуңғы ваҡытта ҡыҙҙар “Тәбиғи таштарҙы художестволы эшкәртеү йәки ҡул эштәре сәнғәте” (биҙәү-ҡулланма сәнғәте) бүлеген һайлай. Уҡыу йортоноң таш эшкәртеү цехы – үҙе бер кәсепселек үҙәге. Студенттарҙың тәбиғи таштарҙан яһалған ҡул эштәре район, төбәк, республика кимәлендә уҙғарылған күргәҙмәләргә ҡуйыла. Хәйбулла йәшмәһенән эшләнгән картиналар һәм сувенирҙар халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла. Бөгөн уҡыусылар тегенсе, тракторсы-машинист, һатыусы, контролер-кассир, дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры һөнәрҙәрен ихлас үҙләштерә.
Колледжды тамамлаған йәштәр араһында “Ҡайҙа эшкә барырға?” тигән һорау тормай, сөнки таусы һөнәре бер ҡасан да бәҫен юғалтҡаны юҡ. Был тәңгәлдә уҡыу йорто етәкселегенең уҡыусыларының киләсәген алдан хәстәрләп, төрлө ҙур сәнәғәт предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөүе лә маҡтауға лайыҡ. Студенттар башлыса Хәйбулла районында урынлашҡан тау компанияларында һөнәри практика үтә. Бынан тыш, колледждың үҙендә булдырылған төрлө ҡорамалдар, техника менән йыһазландырылған махсус кабинеттарҙа теләп шөғөлләнәләр. Етәкселек белдереүенсә, уҡытыу процесы менән тәрбиә эше тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Иркен китапхана, ике спорт залы, ике ашхана, тренажер залы – барыһы ла ошо уҡыу йортонда белем алған ҡыҙҙар һәм егеттәр мәнфәғәте файҙаһына. Тыуған яғына, үҙҙәренең арҙаҡлы шәхестәренә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, тау эшенә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында бында Миңләхмәт Моталов исемендәге таш музейы асылған.
Шулай уҡ уҡыу йортонда спортҡа ылыҡҡан йәштәрҙең күп булыуы һоҡландыра. Бында төрлө секциялар эшләй. Бигерәк тә лапта уйыны буйынса Рәсәй чемпиондарын күпләп тәрбиәләгән уҡыу йорто ул. Футбол, волейбол, хоккей, милли көрәш, шахмат, еңел атлетика, пневматик мылтыҡтан атыу буйынса колледж спортсылары йыл һайын районда беренселекте бирмәй, иң яҡшы хоккей майҙансығы ла тап бында.
Ҡыҙҙар һәм егеттәр йыр-бейеүгә бигерәк әүәҫ. Концерттарҙа, мәҙәни сараларҙа йәштәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп кенә ҡалмай, конкурстарҙа призлы урындар ҙа яулай.
Ситтән килеп уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡ бар. Унда йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылған.