Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәктәре өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә ҙур өлөш индергән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы – абруйлы уҡыу йорттарының береһе.
Уҡыу йортоноң тарихы 1975 йылда Баймаҡта асылған 29-сы һөнәрселек училищеһынан башлана, һуңынан ул ошондай уҡ 105-се училище булып китә. Исеме бынан бер нисә йыл элек – Баймаҡ ауыл хужалығы колледжы, бөгөн иһә Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы тип үҙгәртелде.
Әйтергә кәрәк, ошо йылдарҙа учреждение үҫә, матди-техник базаһы нығына, төбәк өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшелә. Бында, әлбиттә, төрлө йылдарҙа эшләгән етәкселәрҙең, уҡытыусыларҙың, мастерҙарҙың һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн учреждение Әбйәлилдәге 93-сө, Иҫке Собханғолдағы 132-се һөнәрселек училищеларын, Урғаҙалағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын берләштерә, үҙәк булып һанала.
Колледждың Баймаҡтағы үҙәк учреждениеһында 23 уҡытыусы, дүрт тәрбиәсе, 13 производствоға өйрәтеү мастеры һәм 40 административ идара итеү, хужалыҡ хеҙмәткәре эшләй. Уҡыу йорто “В”, “С”, “Д”, “Е”, “Ғ” категориялы тракторсы-машинист, йорт хужабикәһе, иретеп йәбештереүсе, ағастан художестволы әйберҙәр эшләүсе, автомеханик, теген операторы, ашнаҡсы-кондитер, һатыусы, контролер-кассир һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләй. Бынан тыш, уҡыусыларҙың “В”, “С” категориялары буйынса водитель, ашнаҡсы, токарь, малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса оператор, ауыл хужалығы машиналары һәм ҡоролмаларын ремонтлаған слесарь һәм ЭВМ операторы һөнәрҙәрен үҙләштереү мөмкинлеге бар.
Колледждың матди базаһы барлыҡ талаптарға яуап бирә: дүрт уҡыу корпусы, ятаҡ, ашхана, спорт залы, китапхана, медицина пункты, тамаша залы, йылытылған гараждары булған машина ихатаһы, оҫтаханалар бар. Белем усағының машина-трактор паркында еңел һәм йөк автомобилдәре, трактор, комбайндар етерлек. 262 гектар ерҙә ауыл хужалығы культуралары үҫтерелә, мал аҙығы әҙерләнә. Уҡыу хужалығында һыйыр малдары ла аҫрала, бал ҡорто үрсетелә. Һуңғы йылдарҙа автотрактородромға асфальт түшәлгән, уҡыу ҡорамалдары, стендтар һатып алынған. Һыйыр малын аҫрау өсөн тәғәйен производство базаһы ремонтланған. Урғаҙа, Әбйәлил филиалдарында ла ҙур эштәр башҡарыла.
Колледж шулай уҡ социаль партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә етди иғтибар бүлә – республиканың, райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Ленин исемендәге, “Баймаҡ тәжрибә хужалығы”, “Рассвет” хужалыҡтары, “Толпар” йәмғиәте, “Урал аръяғы – Агро” МТС-ы, Күлтабандағы мегаферма, Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы, район ветеринария станцияһы, Өфө районының “Алексеевка” совхозы, Яр Саллы ҡалаһының “КамАЗ” йәмғиәте, Учалы районының “Байрамғол” агрофирмаһы һәм башҡалар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Улар нигеҙендә студенттар производство практикаһы үтә, уларға аҡса эшләү мөмкинлеге бирелә.
Уҡыу йорто коллективы ҡаланың һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһай. “Студент яҙы” төбәк конкурсында, фольклор коллективтары араһында иң көслөһө тип танылған, “Башҡортостан ынйылары” республика фестивалендә уларға етеүсе булмаған. Спорт ярыштарында ла уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, ҙур еңеүҙәр яулай.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы заман һынауҙарына бирешмәй, артабан да үҫер, төбәк өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүҙе лайыҡлы дауам итер, тип оло ышаныс белдерәбеҙ.