Бөтә яңылыҡтар
10
Белем һәм тәрбиә
10 Июль 2020, 13:01

Киләсәккә ишектәр бында асыла

Өфө ҡалаһының Күп профилле һөнәри колледжында 50 иң кәрәкле һөнәр исемлегенә ингән белгестәр әҙерләйҙәр.

Заман ниндәй генә ҡатмарлы һынауҙар тыуҙырмаһын, бығаса ата-бабалар ишетмәгән-күрмәгән ауырыу бар донъяны хафаға һалмаһын, тормош дауам итә, ваҡыт тәгәрмәсе әйләнеүенән туҡтамай. Был илебеҙҙең барлыҡ уҡыу йорттарына ла ҡағыла. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Күп профилле һөнәри колледжы студенттары һуңғы өс айҙа дистанцион белем биреү шарттарында һөнәр үҙләштерҙе, һуңғы, йәғни IV курстағылар, санитар-эпидемиологик талаптарҙы оло яуаплылыҡ менән үтәп, диплом эштәрен яҡланы, хәҙер улар хеҙмәт юлына аяҡ баҫырға әҙерләнә. Әле генә IX синыфты тамамлаусылар, колледж ишектәрен тәү ҡат асып, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәр буйынса документтарын ҡабул итеү комиссияһына тапшыра. Ҡыҫҡаһы, билдәле уҡыу йорто ҡайнап тора. Бөгөн Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ-тың дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Сынтимер Баязитов менән әңгәмәләшәбеҙ.


– Сынтимер Биктимер улы, әйтегеҙ әле, шулай ҙа бығаса булмаған шарттарҙа белем биреү, дистанциялы уҡытыу бик еңелдән булмағандыр?

– Ысынлап та, киләсәктә 2019/20 уҡыу йылы тураһында һүҙ сыҡһа, һис шикһеҙ, ко­ро­навирус инфекцияһы таралыуын бул­дырмауға бәйле саралар үткәрелеүе, уҡы­тыусы һәм производствоға өйрәтеү мастер­ҙарының, йәшенә ҡарамай, тиҙ арала дистанциялы уҡытыуға күсеү менән бәйле проблемаларҙы бергәләп хәл итеү кеүек мәсьәләләр иҫкә төшәсәк. Нисек кенә булмаһын, беҙ Башҡортостан Республикаһы етәксеһе ҡуйған талаптарҙы теүәл үтәргә ынтылдыҡ, инфекция таралыуға юл ҡуйма­ныҡ. Ә уҡытыуға килгәндә, БР-ҙың Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү­ федераль институты, үҙебеҙҙең БМҮИ менән берлектә эшләнек. Тиҙ арала барлыҡ педагогтар дистанциялы курстар үтте, практикумдар ойошторолдо, интернет ресурстарын файҙаланып, төрлө платфор­маларҙа онлайн-дәрестәр үткәрелде. Йәштәрҙең заманса технология­ларҙы яҡшы белеүе, инфор­матика уҡытыу­сыларының әҙерлекле булыуы, башҡаларҙы өйрәтеүе ярҙам итте. Ә шулай ҙа теүәл һығымталар яһарға, сифат хаҡында һөйләргә әлегә иртәрәк тип уйлайым.
– Һеҙ билдәле уҡыу йортон етәкләй баш­лауға күп ваҡыт та үтмәне, әммә уңышта­рығыҙ хаҡында әленән-әле ишетелеп тора. Үҙегеҙ нимәләрҙе айырып күрһәтер инегеҙ?

– Беҙҙең ҙур ҡаҙаныштарыбыҙ булып колледждың “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 ССУЗы -2019” дипломы һәм алтын миҙал яулауы, ә үҙебеҙҙең “Йыл директоры-2019” Почет билдәһе һәм “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы ССУЗы директоры-2019” танытмаһы булды.

Шулай уҡ ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе – “Илдең 500 иң яҡшы белем биреү ойошмалары-2020” Бөтә Рәсәй конкурсында “Иң яҡшы урта һөнәри белем биреү ойошмалары -2020” номинацияһына лайыҡ булдыҡ. Уҡытыусыларыбыҙ һәм студенттар төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, чемпионат­тарҙа әүҙем ҡатнашып тора. Әйтәйек, ноябрь айында Пермдә уҙғарылған “Көтөп алынған уҡытыусы” һөнәри оҫталыҡ конкурсында Расторгуев Лев 1-се урын яуланы. Инглиз теленә тәржемә итеү буйынса Бөтә донъя конкурсында Маркова Юлия – беренсе, физкультура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиада­һында Лебедева Ольга – беренсе, Бөтә Рәсәй инша конкурсында Мөхәмәтйәнова Айгизә икенсе урын яуланылар.
Уҡытыусыларыбыҙ ҙа өлгө булырлыҡ. “Аҡыллылар күнекмәһе” (“Навыки мудрых”) һөнәри оҫталыҡ конкурсында “Башланғыс кластарҙа уҡытыу” компетенцияһында Либик Елена Николаевна еңеүсе булды һәм сентябрь айында республика исеменән Рәсәй кимәлендә ҡатнашасаҡ. Республика буйынса предмет олимпиадаларында шулай уҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек. Студенттар башҡорт теленән 1-се һәм 3-сө урындар, математиканан 3-сө урын яуланы. Бер уҡыу йылы өсөн былар аҙ түгелдер.
Шуны ла әйтеү кәрәк, бынан өс-дүрт йыл элек атап үтелгән педучилище үҙ составына Өфөнөң элекке 2-се педучилищеһын һәм ҡала һөнәри техник училищеһын ҡушыу һөҙөмтәһендә бөгөнгө киң профилле һөнәри колледж барлыҡҡа килде.
– Әйтегеҙ әле, киң профилле тигәндә, беренсе сиратта, нимә күҙ уңында тотола?

– Республикабыҙҙа туҡһандан ашыу колледж араһында бер нисә йүнәлештәге һөнәр үҙләштереүгә йүнәлтелгәндәр байтаҡ. Алда әйткәнемсә, элек беҙҙең колледжда тик башланғыс класс уҡытыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әҙерләһәк, бөгөн йәштәргә ғәйәт киң мөмкинлектәр асылды. Беҙ 50 иң кәрәкле һөнәр исемлегенә ингән белгестәр әҙерләйбеҙ. Был, үрҙә әйтелгән­дәрҙән тыш, ашнаҡсы-кондитер, бөҙрәхана сәнғәте оҫталары, һанлы мәғлүмәт эшкәртеү буйынса мастер; физик культура һәм адаптив физик культура уҡытыусылары, дизайнер, техник-программалаусы, автоматлашты­рылған системаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙ­леген тәьмин итеү буйынса белгестәр һ.б. Күренеүенсә, “киң профилле” тигән төшөнсә шулар менән бәйле.
– Сынтимер Биктимер улы, һеҙҙең колледжға инергә теләүселәрҙең конкурсы юғары икәне лә билдәле. Быйылғы шарттарҙа студенттар ҡабул итеү нисек бара?

– Беҙ колледжға абитуриенттарҙы конкурс нигеҙендә ҡабул итәбеҙ. Бюджет төркөм­дәренә дәғүә итеүселәр байтаҡ. Уҙған уҡыу йылында көндөҙгө бүлектә 1750 студент төрлө һөнәр үҙләштерҙе. Һуңғы осорҙа бер урынға 3-4 кеше дәғүә итә, әлеге көндә 800-гә яҡын абитуриенттан ғариза ҡабул ителде.
– Ҡабул итеү шарттарына асыҡлыҡ индереп китегеҙ әле?

– Көндөҙгө бүлектә киләһе йүнәлештәрҙә 25-әр бюджет урыны бар: “Ғәмәли информатика”, “Автоматлаштырылған система­ларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү”, “Бөҙрәхана сәнғәте технологияһы”, “Физик культура”, “Адаптив физик культура”, “Дизайн”, “Парикмахер”. Ә “Ашнаҡсы-кондитер”, “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Баш­ланғыс кластарҙа уҡытыу” бүлектәрендә 50-шәр бюджет урыны ҡаралған. Эшләп йөрөүселәр иғтибарына шуны өҫтәп әйтергә кәрәк: ситтән тороп уҡыу бүлегендә лә тәрбиәсе һәм башланғыс класс уҡытыу­сыларына 25-әр бюджет урыны бүленгән.
Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса документтар 25 авгусҡа тиклем ҡабул ителә, буш урындар ҡалған осраҡта документтарҙы ҡабул итеү 25 ноябргә тиклем оҙайтыласаҡ. “Бөҙрәхана сәнғәте технологияһы”, “Физик культура”, “Адаптив физик культура”, “Дизайн (тармаҡ буйынса)” уҡыу программалары буйынса ғариза 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә, ижади имтихандар дистанцион формала үтәсәк.
9-сы кластан һуң уҡыу срогы – 3 йыл да 10, 11-ҙән һуң 2 йыл да 10 ай тәшкил итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә лә – 2 йыл да 10 ай.
Конкурстан үтмәгән осраҡта, түләп уҡыу мөмкинлеге бар. Коммерция төркөмөндә уҡыу өсөн түләү хаҡы һәр һөнәргә бәйле, 43 000 һумдан башлана. Сумманы бер йыл эсендә бүлеп түләргә мөмкин.
– Ғәҙәттә, уҡырға инеүселәрҙе уҡыу һәм йәшәү шарттарының нисек булыуы ҡыҙыҡһындыра. Әйтегеҙ әле, һеҙ нимә менән абитуриентарҙы үҙегеҙгә йәлеп итәһегеҙ, сере ниҙә?

– Беҙҙә Башҡортостандан ғына түгел, күрше республикаларҙан, өлкәләрҙән, хатта Себерҙән дә килеп белем алалар. Ситтән килгән студенттар өсөн беҙҙә 500 урынлыҡ ятаҡхана бар. Унда һыуытҡыс, термопот һәм микротулҡынлы мейестәр менән йыһазландырылған 5 аш бүлмәһе, кейем үтекләү, индивидуаль дәрестәр өсөн бүлмәләр бар, һәр ҡатта санузел урын­лашҡан. Душ кабиналары һәм кер йыуыу бүлмәләре – ятаҡтың аҫҡы ҡатында. Ятаҡта тамаша залдары бар, унда төрлө саралар уҙғарыла, конкурстар, акциялар ойошторола.
Бүлмәләрҙә яйлап ремонт эштәрен алып барабыҙ, 30-ҙан ашыу бүлмәлә евроремонт эшләнде лә инде, һыу торбаһы системалары һәм тәҙрәләр яңыртылды. Колледжда ашхана эшләй, уҡыусылар йыл әйләнәһенә йылы аш менән тәьмин ителә, был да уҡыу процесында бик мөһим. Өҫтәүенә беҙҙә үҙ эшен яратҡан педагогтар эшләй. Уларҙың һөнәри сифатын да эҙмә-эҙлекле күтәрәбеҙ. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа 12 фән кандидаты эшкә алынды, етәкселек составы яҡшырҙы. Юғары үрҙәр яулаған маҡтаулы уҡытыусы­лар булыу ҙа өҫтөнлөгөбөҙ тип уйлайым. Йәнә килеп, беҙҙә эшкә төшөү күрһәткесе насар түгел.
Былтырғы сығарылыштан, ар­мияға китеүселәрҙән, йәш әсә булыусылар­ҙан, уҡыуын дауам итеүселәрҙән тыш, 81 проценты эшкә төштө. Быйыл да ошондай күрһәткестәргә өмөтләнәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең студенттар практиканы алдан киле­шеү буйынса Башҡортостандың ҡала һәм райондарында төрлө мәктәптәрҙә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында, спорт мәктәптәрендә, IT (ай-ти) салондарҙа, бөҙ­рәхана, ресторан, ашханаларҙа көслө прак­тиктарға беркетелеп үтәләр. Былар барыһы ла студенттарға заманса белем биреүгә, юғары әҙерлекле белгестәр үҫте­реүгә йүнәлтелгән. Мин хатта йәштәребеҙгә, киләсәккә ишектәр беҙҙә асыла, тип тә әйтә алам.
– Сынтимер Биктимер улы, әңгәмәбеҙ аҙағында студенттарҙың үҙ һәләттәрен үҫтереүгә лә туҡталып үтһәгеҙ ине?

– Бик урынлы һорау бирәһегеҙ. Беҙҙең колледжда 10 йыл инде Өҙлөкһөҙ белем биреү ресурсы үҙәге эшләп килә, шул арҡала күп студенттар өҫтәмә һөнәри белеме буйынса диплом алып сыға. Был инде эшкә төшөү, аҡса эшләү юлдарын бермә-бер арттыра. Бынан тыш йыр-бейеүгә маһир студенттар вокал һәм бейеү сәнғәте, фольклор буйынса һәләттәрен камиллаштыра, төрлө конкурстарҙа профессионалдар менән бер ҡатарҙан ярышып, ҙур уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, Бөрйән егете Ырыҫбаев Риф, Әбйәлил егете Ибраһимов Хәйҙәр – халыҡ-ара конкурс лауреаттары. “Туған тел” каналы улар менән клип төшөрөүгә килешеү төҙөнө. Был егеттәрҙең йырҙары “Юлдаш” теле-радиоканалынан әленән-әле яңғырап тора. Колледждың сағыу йөҙө булған Мода театры ла (етәксеһе – Э.Б. Ефимовская) республикала ғына түгел, Рәсәйҙә киң билдәле. Шуларҙың барыһын да уйлайым һәм, ысынлап та, йәштәргә киләсәккә ишектәр тап беҙҙең уҡыу йортонда асылалыр тигән уйға киләм.

Читайте нас: