Белем һәм тәрбиә
24 Июля 2020, 11:58

Берҙәм дәүләт имтиханы. Быйыл ул нисек үтә?

Коронавирус пандемияһы быйыл йәшәйешебеҙҙең бар өлкәләренә лә үҙгәрештәр индерҙе. Белем биреүгә ул тәү сиратта ҡағылды, сөнки балаларҙың һаулығы – иң мөһиме.

Коронавирус пандемияһы быйыл йәшәйешебеҙҙең бар өлкәләренә лә үҙгәрештәр индерҙе. Белем биреүгә ул тәү сиратта ҡағылды, сөнки балаларҙың һаулығы – иң мөһиме.


Һуңғы сиректе өйҙә уҡып, уҡыу йылын дистанциялы режимда ғына тамамлаған балаларҙан ғәҙәти рәүештә имтихандар, айырыуса Берҙәм дәүләт имтиханы ҡабул итеү ҙур хәүеф ине. Шуға күрә бик күп фекер алышыуҙар, “Роспотребнадзор” менән кәңәшләшеүҙәр һөҙөмтәһендә уны үткәреү ваҡыты һуңғараҡ осорға күсерелде. Имтихандар үҙҙәре лә яңы шарттарҙа, санитар-эпидемиологик талаптарҙы тулыһынса үтәп ойошторолдо.


Тағы бер яңылыҡ, Берҙәм дәүләт имтиханын быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләгәндәргә генә тапшырырға рөхсәт ителде. Башҡалар йыллыҡ баһа һөҙөмтәләре буйынса аттестат алды. Башҡортостан етәкселеге вуздарға мөмкин тиклем күберәк уҡыусы көсөн һынап ҡараһын тип тырышты. Хатта махсус рәүештә юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары ла арттырылды. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең сығарылыш класс уҡыусыларының күпселеге имтихандар тапшырырға ҡарар итте, ундайҙар һаны 19093 кеше ине. Уларҙың 17647-һе быйыл, 1446 кеше элекке йылдарҙа мәктәпте тамамлағандар.


Тәүге һөҙөмтәләр билдәле


Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандары нисек үтте? Әлегә һөҙөмтәләр тулыһынса әҙер түгел. Улар яйлап донъя күрәсәк. Булғандары буйынса шуны әйтергә була: быйыл имтихан тапшырыу сифаты артҡан.
Шулай итеп, һынауҙар 3 июлдә башланып китте, был көндө бер юлы өс предметтан имтихан тапшырылды. Әҙәбиәтте – 986, географияны – 543 һәм информатиканы 3671 уҡыусы һайланы.
Тәүге көн һөҙөмтәләре билдәле лә. Уларға ярашлы, 20 сығарылыш уҡыусыһы 100 балл йыйған. Географиянан – ете, әҙәбиәттән – өс, информатиканан ун кеше 100 балға яҙған. Был шуны күрһәтте: республикала уртаса балл һаны һәм йөҙ балл йыйыусылар артҡан. 2019 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға.
6 һәм 7 июлдә рус теленән белемдәр һыналды. Был имтиханда иң күп кеше – 16563 уҡыусы ҡатнашҡаны өсөн уны ике көнгә бүлеп үткәрергә ҡарар иттеләр. Республиканың Мәғариф министр­лығынан хәбәр итеүҙәренсә, был фән буйынса ла быйыл былтырғы менән сағыштырғанда һөҙөмтәләр яҡшыраҡ булған. 25 кеше имтиханды 100 балға яҙған. 3630 уҡыусы 81-ҙән юғарыраҡ балл йыйған. Уртаса балл 70,4 тәшкил иткән.
10 июлдә математиканан профилле имтихан булды. Уны Башҡортостанда бик күптәр – 11 меңдән ашыу уҡыусы һайланы. Һигеҙ кеше – 100, 1091 уҡыусы 81-ҙән юғары балл йыйған. Уртаса тест балы 58,3 тәшкил иткән. Әйткәндәй, быйыл математика буйынса төп имтихан булманы.
13 июлдә тарих һәм физика, 16 июлдә йәмғиәтте өйрәнеү фәне менән химия тапшырылды. Уларҙың һөҙөмтәһе әлегә билдәле түгел. 20 июлдә биология һәм сит ил телдәренән (яҙма), 22 һәм 23 июлдә сит ил телдәренән (телдән) имтихан тапшырылды. Бөгөн рус теле һәм сит ил телдәренән башҡа предметтар өсөн резерв көн, иртәгә, 25 июлдә бөтә предметтар буйынса ла резерв көн.
Етди сәбәптәр арҡаһында был көндәрҙә имтихан тапшыра алмағандар уны 3-өнән алып 8 авгусҡа тиклемге өҫтәмә көндәрҙә бирә аласаҡ.
Быйыл иң популяр предметтар: рус теле (90 процент), профилле математика (58,5 процент) һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне (37,3 процент). Шулай уҡ йола буйынса биология, физика, химия һәм тарих фәндә­ренә лә ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Республиканың Мәғариф ми­нистрлығы, тәүге һандарға таянып, яҡынса йомғаҡтар яһаған да. Шулай итеп, һөҙөмтәләре билдәле булған биш предмет буйынса 53 уҡыусы 100 балл йыйған. Хәте­регеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы йылдан башлап, уҡытыусы һөнәре абруйын күтәреү һәм уларҙың эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡ­сатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премия түләнәсәк. Уның күләме – 50 мең һум. Күренеүенсә, уҡытыусыға балаларҙы яҡшылап әҙерләү өсөн был бик яҡшы стимул. Быйыл 100 балл йыйыусыларҙың артыуы ла, бәлки, шуға бәйлелер.



“Роспотребнадзор” талаптары ҡаты


Имтихандар үҙҙәре нисек ойошторолдо һуң? “Роспотребнадзор” талаптары буйынса, кластарҙа уҡыусылар кәмендә 1,5 метр ара менән сатрашлап ултырҙы. Һәр кемдең тән температураһы үлсәнде, социаль дистанция өсөн разметкалар һыҙылды, имтихан башланғансы һәм тамамланғас аудиториялар дезинфекцияланды, антисептиктар һалынған дозаторҙар ҡуйылды, битлек һәм бирсәткәләр кейелде.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, санитар хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн 8 миллион һум аҡса бүленде. Ул аҡсаға медицина ҡорамалдары, кәрәкле шәхси яҡланыу саралары, контактһыҙ термометрҙар, бер тапҡыр кейелә торған битлектәр, рециркуляторҙар һәм дезинфекция саралары алынды.
Имтихандар барышын онлайн-күҙәтеү өсөн өс ситуация үҙәге булдырылды, унда 220 онлайн-күҙәтеүсе эшләне. Дөйөм алғанда, 944 күҙәтеүсе имтихандар барышын күҙәтте, уларҙың 75-е төбәк һәм 649-ы муниципалитеттыҡы ине.

Абитуриенттар, әҙерләнегеҙ!


Быйыл урта һәм юғары уҡыу йорттарына инеү нисек ойошторолор? Бында ла, әлбиттә, коронавирус инфекцияһы үҙ төҙәтмәләрен индерҙе.
Колледждарҙың ҡабул итеү комиссиялары 15 июндән документтар ҡабул итә башланы. Уларҙы электрон юл менән тапшырырға мөмкин ине. 29 июндән иһә абитуриенттарға шәхси рәүештә барыу ҙа рөхсәт ителде. Тик талап берәү – барлыҡ санитар-эпидемиологик нормалар үтәлергә тейеш.
Башҡортостанда бөтәһе 96 һөнәри белем биреү учреждениеһы эшләй. 2020-2021 уҡыу йылында уларҙың 90-ында 22 293 бюджет урыны булдырылған. 6 июлгә ҡарата булған мәғлүмәттәргә ярашлы, урындарҙың 82 проценты өсөн документ тапшырылып та өлгөргән.
Абитуриенттар башлыса нефть тармағы, төҙөлөш, IT-тармаҡ һәм медицина өлкәһенә өҫтөнлөк биргән.

Быйыл ҡабул итеү кампанияһы өҫтәмә инеү һынауҙары кәрәк булмаған белгеслек һәм һөнәрҙәр өсөн 25 авгусҡа тиклем, ә өҫтәмә һынауҙар талап ителгән белгес­лектәр өсөн 15 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
Юғары уҡыу йорттары доку­менттарҙы 3 июлдән ҡабул итә башланы. Абитуриентҡа өс белгеслек буйынса биш юғары уҡыу йортонда көсөн һынап ҡарау мөмкинлеге бирелә.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле абитуриенттар быйыл документтарҙы башлыса онлайн-режимда тапшырасаҡ. Бының өсөн сығарылыш класс уҡыусыһына юғары уҡыу йорто сайтына инергә һәм шәхси кабинет булдырырға кәрәк. Унда тейешле барлыҡ мәғлүмәттәрҙе индерергә һәм ҡабул итеү барышын күҙәтергә ҡала. Аҙаҡ инде һөҙөмтәләр буйынса бер юғары уҡыу йортон һайлап алырға һәм рәсми ғариза тапшырырға кәрәк буласаҡ. Рес­публиканың барлыҡ юғары уҡыу йорттары быға әҙер.


Министр нимә ти?


Аҙна башында республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин, матбуғат конференцияһы үткәреп, Берҙәм дәүләт имтихандарының тәүге һөҙөмтәләре, вуздарға уҡырға инеү кампанияһы башланыуы һәм сығарылыш кисәләре тураһында һөйләне.
Министр белдереүенсә, республикала 11 кешенең БДИ һөҙөмтәһе юҡҡа сығарылған. Бының сәбәбе: ун кеше шпаргалка индергән, берәү мобиль телефон менән тотолған. Был осраҡтарҙың һәр береһе айырым тикшерелә, хеҙмәт тикшереүе үткәрелә.
– Быйыл имтиханды үткәргән саҡта асыҡланған етешһеҙлектәр күпкә әҙерәк булды. Сығарылыш класс уҡыусыларының аңлылығы артыу менән бәйле был, тип уйлайбыҙ, – тине ул.
Быйыл ойоштороусы яғынан да ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Өфөнөң бер мәктәбенә ойоштороу­сы үҙе менән мобиль телефон индергән. Уны имтихан ҡабул итеү пунктынан сығарғандар һәм аҙаҡ 20 мең һум штраф һалғандар.
Ата-әсәләр һәм уҡыусылар яғынан температура режимына ялыуҙар булһа, күптәр химиянан имтихандың ауыр булыуын бел­дергән. Ил буйынса хатта петициялар яҙ­ғандар. Тик имтихан мәктәп программаһынан ситләш­мәгән тигән фекерҙә министр.

Айбулат Хажин юғары уҡыу йорттарына инеү тураһында ла мәғлүмәт бирҙе.
– Быйыл юғары уҡыу йорттарында уҡыу хаҡы күтәрелмәйәсәк. Бынан тыш өҫтәмә 1075 бюджет урыны барлыҡҡа килә. Шуға күрә үҙегеҙгә оҡшаған белгеслекте һайлағыҙ һәм шул уҡ ваҡытта бюджет урындарға инә алыу мөмкин­леге ҙурыраҡ булған урындарҙы ла ҡарағыҙ, – тине ул.
Дөйөм алғанда быйыл республика вуздарында 11264 бюджет урыны бар.

Ә иртәгә, 25 июлдә, Башҡорт­останда сығарылыш кисәләре үтәсәк. Айбулат Хажин уның нисек үтеүенә аңлатма бирҙе.

– Сығарылыш кисәләре үткәргән саҡта барлыҡ санэпидталаптар үтәлергә тейеш. Бындай күп кеше ҡатнашҡан саралар менән ба­лаларҙың һәм уҡытыусыларҙың коронавирус менән зарарланыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Икенсенән, Башҡортостан Баш­лығы Указына ярашлы, сараларҙа 50-нән ашыу кеше ҡатнашырға тейеш түгел, тигән сикләү бар. Беҙ быны иҫәптә тотасаҡбыҙ. Һәм, өсөнсөнән, нисек кенә теләһәләр ҙә, сығарылыш класс уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәһенә мәҙәни урындар һәм йәмәғәт туҡланыуы урындарына бармауҙы һорайбыҙ. Бында битлек режимы ла, социаль дистанция ла үтәлмәйәсәк, – тине министр.

Читайте нас