Белем һәм тәрбиә
31 Июля 2020, 07:05

Бындай техникумда кем уҡырға теләмәҫ!

Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, лабораторияларҙы яңыртыуға йүнәлтелгән дөйөм средстволар күләме 77 миллион һум тирәһе тәшкил итә.

Өфө дәүләт авиация техник университетының Өфө авиация техникумы 45 миллион һумлыҡ федераль грант отҡан. Был “Мәғариф” милли проектына ярашлы үткәрелгән Рәсәй Мәғариф министрлығы конкурсында еңеү һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Средстволар уҡыу йортон матди-техник йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Дүрт компетенция буйына лабораториялар һәм оҫтаханалар төҙөү планлаштырыла. Уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, лабораторияларҙы яңыртыуға йүнәлтелгән дөйөм средстволар күләме 77 миллион һум тирәһе тәшкил итә. Шуның 9 миллион һумын - республика Хөкүмәте, 20 миллион һумын - Өфө моторҙар етештереү берекмәһе һәм өс миллион һумын университет бүләсәк.
Проектты тормошҡа ашырыу барышында 45 уҡыу урыны булдырыласаҡ, 156 берәмек заманса ҡорамал алынасаҡ. Оҫтаханалар WorldSklls коммерцияға ҡарамаған ассоциацияның халыҡ-ара стандарттарына яуап бирәсәк. Тимәк, эшсе кадрҙарҙың профессиональ әҙерлеге һәм квалификацияһы юғары кимәлдә буласаҡ. Заманса йыһазландырыу һөҙөмтәһендә “Машина төҙөү технологияһы” һәм “Радиоэлектрон техникаһын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау” кеүек ҙур һорау менән файҙаланған белгестәр буйынса әҙерлек кимәлен һиҙелерлек күтәрергә мөмкин буласаҡ.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас