Белем һәм тәрбиә
20 Августа 2020, 15:00

Иглинда - яңы балалар баҡсаһы

Уны быйыл ноябрҙә асылыр тип көтәләр.

Ноябрҙә Иглинда яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ. Был учреждение 260 балаға тәғәйенләгән. Уны Иглин ауылының “Йондоҙло” биҫтәһендә былтыр ноябрҙә төҙөй башлағайнылар.
Һис шикһеҙ ауыл-ҡалаларға балалар баҡсалары бик кәрәк. Иглиндәр ҙә яңы учреждениеның төҙөлөп бөтөүен ашҡынып көтә. Ул ил Президенты Владимир Путин ҡабул иткән “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә.
– Проект уның янында оҙаҡламай мәктәп тә төҙөлөүен иҫәптә тотоп эшләнә. Шуға күрә барлыҡ төп коммуникациялар ҡеүәт запасы менән һалынған. Шулай уҡ Төҙөүселәр урамынан алып тураға яңы балалар баҡсаһына тиклем асфальт юл һалынасаҡ, яҡтылыҡ ҡуйыласаҡ, тротуарҙар эшләнеп, ҙур парковка әҙерләнәсәк, – тинеләр Иглин районы хакимиәтендә.
Фото: Иглин район хакимиәте.
Читайте нас