Белем һәм тәрбиә
21 Августа 2020, 13:05

24 балалар баҡсаһы асыла!

Быйыл республикала 24 балалар баҡсаһы һәм 5 мәктәп асыласаҡ

“Торатау” конгресс-холының концерт залында “Белем биреүҙең һанлы трансформацияһы – традицион белем биреүҙең киләсәге һәм яңы мөмкинлектәре” тигән мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, балаларҙың киләсәге тураһында хәстәрлек күреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
– Быйыл республика буйынса 24 балалар баҡсаһы һәм 5 мәктәп асыласаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Һуңғы бер нисә йылды алып ҡарағанда, балалар баҡсаһы төҙөү тәңгәлендә был – рекорд! Беҙ белем усаҡтарын төҙөнөк, киләсәктә лә төҙөйәсәкбеҙ. Һәр береһенең матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса маҡсатлы эштәр алып барабыҙ.
Республика етәксеһе полилингваль гимназиялар тураһында ла һөйләне.
Шул иғтибарға лайыҡ, Өфөлә ике полилингваль гимназия эшләй, быйыл Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында ла бындай белем усаҡтары асыласаҡ. Әйткәндәй, полилингваль гимназияларҙа балаларға төрлө яҡлап белем биреү ойошторолған. Ошо белем усаҡтарын тамамлаусы йәштәр, хәйер, бүтән мәктәптәрҙекеләр ҙә – Башҡортостандың даны.
Илдар Аҡъюлов фотоһы.
Читайте нас