1 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, уларҙы Белем көнө һәм яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы.
“Ҡәҙерле уҡыусылар һәм уҡытыусылар! Хөрмәтле ата-әсәләр!
Барығыҙҙы ла Белем көнө менән ҡайнар ҡотлайым.
Балаларҙың – уҡытыусыларын, ә уҡытыусыларҙың балаларҙы һағынғанын, уларҙың мәктәптә бергә йыйылып, уҡырға, белем серҙәренә төшөнөргә теләгенен яҡшы беләм. Эйе, уҙған осор барыбыҙ өсөн дә ябай булманы, хатта бәләкәстәр һәм өлкән кластар өсөн дә, сөнки ситтән тороп уҡырға тура килде. Балаларға ла, уҡытыусыларға ла ҡыйынға тура килде. Шулай ҙа беҙ быйылғы уҡыу йылын әүәлгесә – кластарҙа, мәктәптәрҙә башларға ҡарар иттек” – тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров уҡыусыларҙы коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы аныҡ үтәргә, үҙҙәрен дә, уҡытыусыларҙы ла һаҡларға саҡырҙы.
“Был йәһәттән медицина инспекторҙары һеҙгә ярҙам итер. Медицина университетын тамамлаған белгестәр мәктәптәргә килеп, һеҙҙең ошо ҡағиҙәләрҙе нисек үтәүегеҙҙе күҙәтер”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, өлкән класс уҡыусыларының Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырыуы тураһында әйтте. Республика вуздарында быйыл бюджет урындары 1,5 меңгә, киләһе йыл ике меңгә тиерлек арттырыла.
“Төплө белем биргән үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарына инеү мөмкинлеге киңәйә. Иң мөһиме – һеҙ ошонда уҡырға ҡалып, ата-әсәләрҙән айырылмаясаҡһығыҙ. Шуға күрә быйылғы йыл бик мөһим. Ул да ябай булмаҫ, моғайын. Әммә үҙегеҙгә ышанысты юғалтмаһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр”, – тип билдәләне Радий Хәбиров өлкән класс уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп.
Республика етәксеһе башланғыс кластарҙың быйылғы уҡыу йылынан башлап мәктәптә бушлай туҡланасағын да, 150 мәктәптең тәртипкә килтерелеүен дә телгә алды.
“Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй. Тимәк, стоматология кабинеттарына ҡурҡмай бара алаһығыҙ. Йәнә шуны әйтмәксемен: мәктәптәрҙә төрлө программаларҙы ғәмәлгә индерәбеҙ – “Юғарыға ос!”, “Мәктәптәргә – спорт көрәшен” һәм башҡалар. Шуға күрә мәктәптә уҡыған осорҙа ваҡытты бушҡа үткәрмәгеҙ. Күберәк уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, шул саҡта үҙ көсөнә ныҡлы ышынған, көслө, Башҡортостандың ысын граждандары булып үҫеп етерһегеҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем! ” – тине Радий Хәбиров һүҙен йомғаҡлап.