Белем һәм тәрбиә
1 Сентябрь 2020, 14:00

Был ауылдың киләсәге бар!

Балаҡатай районының Айҙаҡай районында яңы мәктәп асылды.

Бөгөнгө күңелле ваҡиғалар менән уртаҡлашыуҙы дауам итәбеҙ. Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылында ла Белем көнөндә яңы мәктәп асылды.
Бында үтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур эш башҡарылған һәм тиҙ арала заманса һәм матур мәктәп төҙөлгән. Ул районда ғына түгел, ә республикала ла иң матурҙарының береһе ти, айҙаҡайҙар. Тағы шуныһы: был мәктәпте төҙөгән саҡта проектлау һәм төҙөлөшкә яңы ҡараш менән эш иткәндәр, шуға күрә ул бик тиҙ һәм сифатлы итеп төҙөлгән. Уҡыусыларҙы һәм педагогтарҙы иркен, яҡты кабинеттар, барлыҡ кәрәкле залдар көтә, улар барыһы ла заманса итеп йыһазландырылған.
Яңы мәктәп ауыл йәштәренә заманса белем биреү генә түгел, ә уларҙы рухи-әхләҡи яҡтан тәрбиәләү үҙәге лә булыр тип көтөлә.
Әйткәндәй, мәктәп янында, айырым бинала яңы балалар баҡсаһы ла төҙөлгән. Быны ла ауыл халҡы бик көтөп алған. Ауылды тергеҙеү, уны артабан үҫтереү белем биреү менән мәҙәниәтте һаҡламай мөмкин түгел. Әгәр ауылда мәктәп бар һәм унан балалар тауыштары яңғырай икән, тимәк ауылдың киләсәге бар!
Район хакимиәте башлығы Мәсғүт Миңлеғалин хакимиәт һәм Айҙаҡай ауылы кешеләре исеменән Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәткә яңы мәктәп өсөн рәхмәт әйтте. Тиҙ арала сифатлы итеп һалған төҙөүселәрҙең хеҙмәте лә юғары баһаланды.
Читайте нас